Ғаиләгә ҡағылышлы байрам булғас, был көндө өлгөлө, татыу ғаиләләр менән таныштырырға ғәҙәтләнгәнбеҙ. Быйыл Йәлиевтар ғаиләһенә туҡталырға ҡарар иттек. Таныштары, туғандары ла уларҙы тик ыңғай яҡтан ғына баһалай, бик тырыштар, ең һыҙғанып донъя көтәләр, бар ергә лә өлгөрәләр, ти.
Ҡала халҡы яҡшы хәтерләйҙер, «Төҙөүсе» мәҙәниәт һарайында (әлеге «Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәге) шаршамбы һайын йәштәр өсөн уйын ойошторолор булған. Күптәр үҙ парҙарын ошонда осратып, сәстәрен-сәскә бәйләгән. Йәлиевтарҙың да шулай килеп сыҡҡан.
- Икебеҙ ҙә Ишембай районынан-быҙ. Мин Һайрандан, ә иптәшем күрше Аҙнай ауылынан. Әммә беҙҙе Салауат ҡалаһы таныштырҙы, ҡауыштырҙы. Рифат менән 1994 йылда таныштыҡ. Мин Салауат медицина училищеһын тамамлағайным. Ошо «Ағиҙел»дәге уйынға йыйылған саҡта бер-беребеҙгә күҙ һалдыҡ. Бик оҙаҡ дуҫлашып йөрөмәнек, туй яһаныҡ та, донъя көтә башланыҡ. Тормош иптәшемдән уңдым, бының өсөн Хоҙайға рәхмәтлемен. Бик тырыш кеше ул. Үҙе талапсан да, ғәҙел дә, - ти Зөләйха Әҡсән ҡыҙы.
Ғаилә башлығы ла хәләленә ҡарата йылы тойғоларын йәшермәй.
- Зөләйхәм бөтә яҡшы сифаттарҙы үҙенә йыйған кеүек тойола миңә. Үҙе уңған, үҙе яғымлы. Ҡыҙҙарҙы йорт эштәренә төшөндөрә, бергәләп аш-һыу әҙерләйҙәр. Айырыуса ҡышҡылыҡа күпләп ҡайнатмалар, салаттар эшләйҙәр. Шөкөр, ғаиләм менән бәхетлемен. Йәшлек йылдарына кире ҡайтып, тормош юлын киренән башларға мөмкинлек тыуған осраҡта ла тап Зөләйхамды һайлар инем, - ти Рифат Миңлерахман улы.
Йәлиевтар өс балаға: бер улға һәм ике ҡыҙға ғүмер бүләк иткәндәр. Улдары Ринат армия сафтарында булып ҡайтҡан, әлеге көндә үҙҙәре һатып алған тракторҙа атаһы менән бергә эшләй. Уртансы ҡыҙҙары Айгөл Өфө нефть-техник университетының 4-се курсын бөткән, архитектор булмаҡсы. Кеселәре Әлфинә 10-сы класты тамамлаған, киләсәккә ҙур хыялдар ҡора.
Зөләйха Әҡсән ҡыҙы алған һөнәренә тоғро ҡалған - 25 йыл ҡала дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләй. Ә Рифат Миңлерахман улы 1-се торлаҡ-файҙаланыу участкаһында тракторсы була. Хәҙер инде, үрҙә әйтеп үтелгәнсә, үҙҙәренә үҙҙәре эшләй.
Күп балалы ғаилә булараҡ, ҡала хакимиәте уларға Юлдаш ауылы эргәһенән ер бирә. Тырыш пар әлеге көндә ең һыҙғанып унда ҙур йорт һала.
- Үҙ йортоңда йәшәү - ҙур бәхет бит ул. Шуға беҙ ҙә Хөкүмәт биргән ярҙамдан файҙаланып өй төҙөргә булдыҡ. Йәй көнө иптәшемдең тыуған ауылы Аҙнайҙа торабыҙ, баҡса үҫтерәбеҙ, умарта тотабыҙ. Төрлө үләндәр йыйып, дарыуҙар яһайбыҙ. Дарыуханаларҙыҡына ҡарағанда күпкә файҙалыраҡ улар, - ти Йәлиевтар.
Ғаилә төшөнсәһе нимәне аңлата, тип һорайым үҙҙәренән.
- Ғаилә - ул иң мөһиме, тормош мәғәнәһе, беҙҙең өсөн төп урынды биләп тора. Ул һине яҡлай, һаҡлай торған урын. Бергә тоҡандырған усаҡты һүндермәҫ өсөн бер-береңде аңлап йәшәргә кәрәк. Балаларыбыҙ - төп таянысыбыҙ. Һәр эште улар менән кәңәшләшеп башҡарабыҙ, һүҙҙәренә, фекерҙәренә мотлаҡ ҡолаҡ һалабыҙ, - тип бер тауыштап яуап бирҙе татыу ғаилә.