Был шоу 2017 йылдан алып төшөрөлә һәм илебеҙҙең төрлө төбәк вәкилдәре магнат Ренат Әҙһәмовтың кондитерҙар командаһына эләгеү өсөн ярыша. Конкурста ҡатнашыусылар өсөн татлы ашамлыҡтар әҙерләү буйынса ҡатмарлы һынауҙар әҙерләнә. Шул уҡ ваҡытта бәйгеселәргә тәнҡит һүҙҙәрен ишетергә, команда менән эшләргә өйрәнергә тура килә. Тәм-томдар әҙерләү оҫтаһы булған Люциә Бәширова был тапшырыуҙа күптән ҡатнашырға хыяллана һәм быйыл уға уңыш йылмая. Ул иң тәүҙә, һайлап алыу турында, жюри ҡарамағына «Гармун» тигән тортты тәҡдим итә.
- Был эшем менән ата-әсәйемде иҫкә алырға теләнем. Мин уларға бик рәхмәтлемен, сөнки атайымдан миңә сәнғәткә һәләт күскән, ә әсәйем ҡамыр менән эшләргә һәм бешерергә өйрәтте. «Гармун» тортын бешерҙем, сөнки атайым да шундай уҡ йәшел гармунда уйнай торғайны. Торт менән сыҡҡанда әсәйем кеүек йырлап та күрһәткәйнем, Ренат Әҙһәмов менән тағы бер жюри ағзаһы Ольга Вашурина бейеп тә алдылар, тапшырыуҙа уныһын күрһәтмәнеләр, - тип һөйләй Люциә Бәширова.
Был торт баһалама ағза-ларын ныҡ тәьҫорландыра. Улар һоҡланыуын йәшермәй һәм был беҙҙең яҡташыбыҙға үҙ-үҙенә ышанысын арттыра. Вашурина хатта тәмлекәйҙең рецепты менән бүлешеүен дә һорай. Люциә ханым торттың эсен шоколадлы бисквиттан әҙерләргә ҡарар итә, сөнки ул оҙағыраҡ ваҡытҡа иҫәпләнә. Ә беҙҙең геройға Салауатта әҙерләнгән тәмле ризыҡ менән Мәскәүгә самолетта осорға кәрәк була.
- Ренат Әҙһәмов: «Һеҙ артабан үтәһегеҙ» тигәс, ныҡ шатландым, үҙемде бик бәхетле итеп тойҙом. Миңә ярыш мөхите бик оҡшай, һәр ваҡыт еңеүсе булырға ынтылам. Был тапшырыуҙа төшөү үҙе бер тәжрибә. Еңеүгә ирешә алмаһам да, ҡайғырмайым, минең кеүек маҡсатлы кеше өсөн был ярыш мауыҡтырғыс ваҡиға булды, - ти татлы аҙыҡтар бешереү оҫтаһы.
Люциә Бәшированан тыш, тапшырыуҙа тағы ла 5 кондитер бәйге һынауҙарын үтә. Беҙҙең яҡташыбыҙ уларҙың ҡайһы берҙәре менән дуҫлаша, шоуҙан һуң да аралаша. Уның һүҙҙәренсә, команда бик татыу була, бер-береһенә этлектәр ҡылмай. Һайлап алыу турынан һуң конкурсанттарға алып барыусылар тәҡдим иткән тортты ҡабатлап бешереү талап ителә. Салауат оҫтаһы, был бурысты ваҡыт сикләнгән һәм әҙерләү шарттары ҡатмарлы булһа ла, өс ҡатлы тортты әҙерләй. Люциә Бәширова үҙ эшенең һөҙөмтәһенә ныҡлы ышана, әммә торт өҫтөндә торған фигура йығылып төшә. Ә былай тәмлекәй рецепты буйынса оригиналға иң яҡыны икәне билдәләнә.
- Мине был проект бер нимәнән дә ҡурҡмаҫҡа өйрәтте. Әлбиттә, тапшы-рыуҙа төшөү мөхитендә тағы ла бер тапҡыр ҡайнағы килә. Тик бер үк тапшырыуға барыуҙың мәғәнәһе юҡтыр, сөнки мин унда үҙемде, оҫталығымды тулыһынса күрһәтә алдым. Тормош юлымда һәр ваҡыт алға ынтылам. Быға тиклем асылмаған нимә ҡыҙыҡлы-раҡ. Мин торттар бешерә башлағандан алып, ошо тапшырыуҙа төшөргә, Ренат Әҙһәмов менән танышырға, тип хыялландым һәм ул тормошҡа ашты. Һәр кеше, минең кеүек үҙ хыялына табан барһын! - ти Люциә Бәширова.