газета "Салауат"
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Июль 2020, 11:09

Күптәр өсөн өлгө булырлыҡ

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә 68 йыл бергә татыу ғүмер кисергән Никифор Игнатьевич һәм Матрена Анисимовна Елисеевтарҙы ҡотлау тантанаһы уҙҙы.

Рәсәй Федерацияһында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн уҙғарыу буйынса ойоштороу комитетының ҡарарына ярашлы, ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов бәхетле парҙы “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләне. Был йәмәғәт наградаһы 25 йыл һәм унан да ашыу бергә татыу ғүмер кисергән ғаилә парҙарына бирелә. Елисеевтар ғаиләһе оҙайлы ла, ауыр ҙа ғүмер юлы уҙған. Әммә улар бөтә һынауҙарға ҡаршы тороп, ғаилә усағын һүндермәйенсә һаҡлап ҡала алған. Матрена Анисимовна - тыл хеҙмәткәре, Никифор Игнатьевич - Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Ул Польшаны, Чехословакияны азат итеүҙә ҡатнашҡан, Германия биләмәһендә алышҡан, икенсе дәрәжәле Ватан һуғышы ордены һәм юбилей миҙалдары менән бүләкләнгән.
- Армияға 1943 йылда саҡырылдым, ә һуғышҡа 1944-се йылдың июленән индем. 3-сө гвардия танк армияһы составында 1-се Украина фронтына эләктем, связист вазифаһын башҡарҙым. Берлинға тиклем барып еттем. Шулай уҡ Чехословакияла хеҙмәт иттем, 1945-се йылдың көҙөндә Австрияға ебәрҙеләр. Ете йыл хеҙмәт итеп, 1950-се йылда ғына демобилизацияландым, - тип һөйләй Никифор Игнатьевич.
Елисеевтар бөтә ғүмерен “Газпромнефтехим Салауат” йәмғиә-тенә бағышлаған һәм лайыҡлы рәүештә предприятиеның ветерандары һаналалар. Оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәттәре өсөн күп тапҡырҙар миҙалдар, маҡтау грамоталары, рәхмәт хатары менән бүләкләнгән.
- Дөрөҫ юлды күрһәткән, үҙ яҙмыштарын беҙгә ышанып тапшырған комбинатыма, 9-сы һәм приборсылар цехына рәхмәт. Мин һәр ваҡыт “Яза бирмәҫкә - ҡайтанан тәрбиәләргә” тигән девиз аҫтында эшләнем. Һүҙҙәремә цех начальнигы ла, өлкән рәйес тә ҡолаҡ һалыр ине, - тип хәти-рәләргә бирелә Матрена Анисимовна.
Бынан тыш, ул йәмәғәт эшендә лә әүҙем ҡатнашҡан.
Оҙаҡ йылдар татыу йәшәүҙәренең сере нимәлә икән һуң Елисеевтарҙың? Бер-береһенә ҡарата булған ысын һөйөүҙә, изгелектә, татыулыҡталыр, моғайын.
- Әле һаман хәтеремдә, буласаҡ кәләшемдең адресын бирҙеләр, мин уға хат яҙҙым, әммә яуап килмәне. Яҙмыш шулай ҡушҡандыр инде, уның менән 1951 йылдың мартында барыбер осраштыҡ һәм гөрләтеп туй уҙғарҙыҡ. Ләкин был туралағы документтарҙы 1972 йылдың декабрендә генә алдыҡ, - тип хәтирәләр йомғағын һүтә Никифор Игнатьевич.
- Ғүмер юлында барыһы ла: яҡшыһы ла, яманы ла булды. Тәүҙәрәк дәүләт бер нисек тә ярҙам итә алманы, һуғыштан һуңғы йылдарҙа илебеҙ ҙә көрсөк хәлендә ине бит. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, беҙ ҙур ғаилә ҡорҙоҡ, дүрт балаға ғүмер бирҙек, әле алты ейәнебеҙ, өс бүләбеҙ бар, - ти Матрена Анисимовна.
Өлгөлө пар балаларына лайыҡлы тәрбиә һәм белем биргән. Өлкән улдары Валерий Ишембай нефть колледжында уҡытыусы, уртансылары Евгений хаҡлы ялда, “Яңы Салауат ТЭЦ-ы”нда эшләгән, ҡыҙҙары Валентина Минск ҡалаһының йылылыҡ селтәрҙәрендә өлкән мастер, кеселәре Юрий - “Ҡазаноргсинтез” йәмғиәтендә слесарь булып эшләй.
- Иң мөһиме, - тыныс булырға, бер-береңде ғәфү итә белергә кәрәк. Кеше хаталанһа ла, уларҙы төҙәтергә лә хаҡы бар бит. Тормош көтөү - диңгеҙ кисеү түгел. Беҙҙе ошолай ололағандары өсөн бик рәхмәтлебеҙ, - ти Анисимовтар.
- Шәхсән үҙемдең һәм бөтә ҡала халҡы исеменән Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө менән ҡотлайым. Һеҙ ҡулға-ҡул тотоношоп һоҡланғыс ғүмер юлы үткәнһегеҙ. Күптәр, айырыуса йәштәр өсөн, өлгө булып тораһығыҙ. Оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ теләйем, бер-берегеҙгә булған һөйөүегеҙ бер ҡасан да һүнмәһен, һүрелмәһен. Беҙҙең ҡалала бәхетле, татыу ғаиләләр мөмкин тиклем күберәк булһын ине. Яратығыҙ һәм яратылығыҙ, яҡын кешеләрегеҙгә ҡарата ихтирамлы булығыҙ! - тип мөрәжәғәт итте ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов.
Был тантаналы көндә Елисеевтар ғаиләһе ҡаланың иң шәп артистары: Марина Матвееванан һәм Виктория Лукинскаянан музыкаль бүләк ҡабул итте. Сабина Вәлиева иһә скрипкала уйнап ғаилә парын ҡыуандырҙы.
Динә ҒӘЛИЕВА
Читайте нас: