Флорида Әхиәртдинова Салауат ҡалаһында йәшәй. Быға тиклем еләккә үҙемдең тыуған яғым Күгәрсен районына ҡайта торғайныҡ, быйыл Ишембай районына барып йыйҙыҡ, ти ул.
- Ул яҡтарҙа еләк күпме әллә? - тим.
- Бәләкәй яландарҙа урыны менән бар, урыны менән бөтөнләй ҡороп бөткәндәр. Улыбыҙ Ишембай ҡалаһы янында өй һала, шунда барғайныҡ, бер юлы еләк тә йыйып ҡайтырға булдыҡ, - ти Флорида ханым. - Тәүҙә үҙебеҙгә ҡайнатма эшләнем дә, ҡалғанын бына һатырға ҡарар иттек.
Улар тормош иптәше менән хаҡлы ялда. Хәләл ефете еләк йыйырға машинаһына ултыртып барған. Икеһе лә алтмышты артылһалар ҙа, егәрле икәндәре күренеп тора, үҙҙәренә лә, салауаттарҙы ла һыйлар өсөн еләк йыйып алып ҡайтҡандар. Халыҡ маҡтай-маҡтай ала уларҙың еләген, һатыулашалар ҙа, ә Әхиәртдиновтар күп кенә ваҡыттарын һәм көсөн сарыф итеп йыйыуҙарына ҡарамаҫтан, емештәренең хаҡын төшөрөүгә лә ризалаша.
- Әйҙә рәхәтләнеп ашаһындар, ҡайнатма әҙерләһендәр. Улар ҡыуанып ашай икән, беҙ ҙә шат, - ти Флорида апай.
Ысынлап та, ҡалала йәшәүселәрҙең барыһының да болондарға барып, еләк йыйыу мөмкинлеге юҡ. Ә Әхиәртдиновтар кеүектәр салауаттарға йәй тәмен тәмләтә.