Ҡала дауаханаһы коллективын уның менән Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Стәрлетамаҡ медицина округы буйынса штаттан тыш белгесе Борис Шәрипов таныштырҙы. Хеҙмәткәрҙәргә мөрәжәғәт итеп, ул дауалау учреждениеһының уңышлы эше баш табиптан ғына тормай, уға коллективтың да ныҡлы терәге кәрәк, тине. Уның һүҙҙәрен ҡала хакимиәте башлығының урынбаҫары Дилбәр Мостафина ла ла хупланы.
- Беҙҙең һәр беребеҙ үҙенең урынында улар өҫтөнә йөкмәтелгән бөтә яуаплылыҡты белә. Эйе, төрлө хәлдәр килеп тыуа, шулай ҙа һаулыҡ һәм коллегаларыңдың терәге бар икән, уларҙы хәл итеп була. Яңы етәксе һеҙҙе берләштерер һәм беҙҙең ҡаланың һаулыҡ һаҡлау системаһы лайыҡлы һөҙөмтә күрһәтер, тип ышанам, - тине ул.
Илшат Яппаров Башҡорт дәүләт медицина университетытын тамамлаған. 2009 йылдан Стәрлебаш дауаханаһында хирург, һуңынан баш табиптың медик санитар буйынса урынбаҫары һәм 2016 йылдан шунда уҡ баш табип булып эшләгән.
- Миңә ҡала һәм дауалау учреждениеһы бик оҡшаны. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы миңә ошо бурысты йөкмәтеүенә шатмын. Коллегалар, врачтар һәм шәфҡәт туташтары менән бергә ҡаланың медицина ярҙамы эшен яҡшыртырбыҙ һәм беҙҙең алға ҡуйылған бурыстарҙы хәл итеүгә ирешербеҙ, тип уйлайым, - тине Илшат Яппаров. Ул ҡаланың был өлкәләге проблемалы урындарын һәм уларҙы хәл итергә кәрәклеген дә билдәләп китте.
- Республикалағы кеүек үк Салауатта ла кадрҙар проблемаһы бар. Уларҙы ҡала хакимиәте менән берлектә хәл итеү талап ителә. Бөгөнгө көнгә учреждениеға 80-ләп врач етмәй. Ҡала хакимиәте яғынан социаль ярҙам булыуы шатлыҡлы, әлбиттә. Мәҫәлән, аҙаҡҡы курс студенттарына маҡсатлы килешеү нигеҙендә стипендия түләнә, шулай уҡ башҡа төрлө программалар ҙа ҡаралған. Кадрҙар мәсьәләһен хәл итербеҙ, тип уйлайым, сөнки эшебеҙҙең һөҙөмтәһе лә ошоға бәйле бит. Шулай уҡ матди-техник базаны ла нығытыуҙы дауам итербеҙ, учреждение йыһазландырылған булһа ла, атҡараһы эштәр бар әле. Беҙ ангиографтың килтерелеүен көтәбеҙ, яңы компьютер томографын алыу һорауы хәл ителә, улар дауалауҙың яңы технологияларын индереүгә мөмкинлек бирәсәк. Медицина персоналын кәрәк булмаған ҡағыҙҙар, белешмәләр, документтар тултырыуҙан азат итеп, күберәк ваҡыттарын пациенттарға бүлһен өсөн һаҡсыл производство системаһын индереүҙе дауам ителә. Салауат ҡалаһы һаулыҡ һаҡлау системаһының киләсәге яҡты булыр тип ышанам. Сөнки бында квалификациялы, үҙ эшен яҡшы белгән кешеләр эшләй.