газета "Салауат"
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Июль 2020, 15:27

Йәштән үк изгелеккә ынтылыусылар

Рәсәйҙә билдәләнгән Йәштәр көнө алдынан хакимиәт башлығы Игорь Миронов ҡаланың «Ҡала көсө» ирекмәндәр берекмәһе ағзалары менән осрашты. Был ойошма әлеге ваҡытта 200-гә яҡын йәштәрҙе берләштерә. Осрашыуға пандемия ваҡытында ярҙам итеү менән актив шөғөлләнгән ирекмәндәр саҡырылды.

- Йәштәр комитеты адресына ирекмәндәр берекмәләренең эшенә әллә күпме тапҡырҙар рәхмәт белдерелде. Беҙҙең волонтерҙар ярҙам иткән кешеләр уларҙың үҙ эшенә бик яуаплы ҡарауын, изгелекле, мәрхәмәтле, ихтирамлы былыуҙарын билдәләй, - тине йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе Евгения Ельцова.
Ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов ирекмәндәрҙе Йәштәр көнө менән ҡотланы һәм «Ҡала көсө» берекмәһе эшмәкәрлегенең йәмғиәт тормошондағы әһәмиәтен билдәләп китте.
- Хөрмәтле ирекмәнлек хәрәкә-тендә ҡатнашыусылар, кешеләргә ҡарата битараф ҡалмауығыҙ, мохтаж булғандарға ярҙам итергә әҙер булыуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, - тине ул. - Пандемия беҙҙең көндәлек тормошобоҙға үҙгәрештәр индерҙе һәм был еңел булмаған осорҙа беҙҙең ҡайһы бер категория граждандарына тормош шарттарына ҡулайлашырға һеҙ ярҙам итәһегеҙ. Һеҙгә хас булған изгелек, кешеләрҙе аңлай, уларҙың хәленә керә белеү, ярҙамға килеү кеүек кешелек сифаттарығыҙҙы баһалау мөмкин түгел.
Хакимиәт башлығы Игорь Геннадьевич йәштәр хәрәкәте активис-тарына Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Ирекмәндәр иһә үҙҙәренең эшмәкәрлеге ваҡытындағы иң сағыу һәм тулҡынландырғыс хәлдәр хаҡында һөйләне. Бигерәк тә ололар өйҙә ултырыуҙан аралашыуға һыуһауын һәм йәштәрҙең иғтибары, йылы мөнәсәбәт күрһәтеүе уларға әһәмиәтле булыуҙарын билдәләгән.
Читайте нас: