Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Июль 2020, 15:24

Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр беҙҙең ил киләсәге өсөн мөһим

1 июль - Рәсәйҙә Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса төп тауыш биреү көнө булды. Салауат ҡалаһында барлығы 61 һайлау участкаһы иртәнге сәғәт 8-ҙән үҙ ишектәрен асты.

616-сы һайлау участкаһына ҡаланың 2 меңдән ашыу кешеһе беркетелгән. Барыбыҙға ла билдәле булыуынса, коронавирустың таралыуына юл ҡуймау маҡсатында, тауыш биреү 25 июндән үк башланды.
- Һуңғы өс көндә кешеләр активлашты. Бигерәк тә бөгөн иртәндән алып халыҡ күп килә. Бәлки был бөгөнгө көндөң ял тип иғлан ителеүе менән дә бәйлелер. Әлбиттә, оло быуын вәкилдәре әүҙемерәк, йәштәр ҙә ҡалышмай, килә, - тип һөйләй участка һайлау комиссияһы рәйесе Елена Антипина.
Участкала тауыш биреүҙең хәүефһеҙ үтеүе өсөн барлыҡ шарттар булдырылған.
- Кисә беҙгә Роспротребнадзор вәкилдәре килде, 25-се гимназия нигеҙендә эшләүсе барлыҡ һайлау участкаларын ҡараны, дәғүәләр юҡ, - тип билдәләй комиссия рәйесе. - Тауыш биреүҙең хәүефһеҙ шарттарҙа үтеүе өсөн барлыҡ саралар менән яҡшы итеп тәьмин иттеләр һәм беҙ бөтә талаптарҙы үтәйбеҙ.
Тауыш биреүселәр бер ишектән инеп, икенсе ерҙән сығып китә. Тейешле дистанциялар һаҡлана, комиссия ағзалары махсус кейемдә, ингән кешеләрҙең ҡулдары антисептик менән эшкәртелә, битлек, маска, ручка бирелә.
Комиссияла 14 кеше эшләй.
Фәрит Кәримов тормошобоҙҙоң яҡшырыуына өмөт менән һәм киләсәк быуын хаҡына Конституциялағы үҙгәрештәр өсөн тауыш биреүен билдәләй.
- Минең фекеремсә, Конституцияға үҙгәрештәр беҙҙең илдең киләсәге өсөн бик мөһим. Улар беҙҙең тормошобоҙҙо яҡшыртыуға булышлыҡ итер, тип уйлайым.Быға тиклем дә тауыш биреп булыуын белә инем, әммә эшләгәс, килеп булманы, ә бөгөн инде ял көнө тип иғлан иткәс, иртән үк килеп үҙемдең гражданлыҡ бурысымды үтәп ҡуйырға ашыҡтым, - ти Фәрит Камалетдин улы.
Тауыш биреүгә - бөтә яуаплылыҡ менән
Ҡалабыҙҙың 615-се һайлау участкаһы 25-се башҡорт гимназияһы бинаһында урынлашҡан. 1 июлдә бында башҡа ваҡыттағыңа ҡарағанда кеше йышыраҡ килә, сөнки был көн - халыҡ РФ Конституцияһына төҙөтмәләр өсөн тауыш биреү көнө. Бина алдында һәм эсендәге көй-моң да байрам кәйефе өҫтәгәндәй.
- Беҙ бөгөн иртәнге сәғәт 8-ҙә эшләй башланыҡ, ишектәрҙе асыуға уҡ бер әбей көтөп тора ине. Оло быуын кешеләре, әлбиттә, тауыш биреүгә яуаплыраҡ ҡарай. Быға тиклем дә кешеләр килде, башлыса эштән һуң инеп сыҡтылар. Күпселек бөгөн килер, тип уйлайым, - ти 615-се участка һайлау комиссияһы рәйесе Гөлфиә Дәүләтҡолова.
Һайлау участкаһына ингәндә тауыш бирергә килеүсене махсус кейемдәге кеше ҡаршы ала. Һайлаусыға битлектән, бирсәткәләрҙән һәм ручканан торған махсус йыйылма тапшырыла. Әгәр кешенең үҙ бирсәткәләре булһа, улар антисептик менән эшкәртелә. Мотлаҡ кешенең тән температураһы үлсәнә. Участка һайлау комиссияһы ултырған өҫтәл янына килгәс, һайлаусы үҙенең паспортын йыраҡтан күрһәтә. Үҙенең шәхсән ручкаһы менән бюллетень алыуы хаҡында ҡултамға ҡуйғандан һуң, тауыш биреү кабинкаһына үтә.
Үҙ фекерен белдереп тейешле графаға билдә ҡуйғандан һуң, ул бюллютенде урнаға төшөрә һәм ингән еренән түгел, бөтөнләй башҡа ишектән сығып китә. Һайлаусының хәрәкәт итеү схемаһы кешеләрҙең үҙ-ара осрашмауын, яҡынлашмауын иҫәпкә алып эшләнгән.
- Бөтә был һаҡлыҡ сараларын кешеләр аңлап ҡабул итә, сөнки уларҙың тауыш биреү, һайлаусыларҙың үҙҙәренең хәүефһеҙлеге хаҡына икәнен беләләр. Бынан тыш, участкала полицейскиҙар дежур итә, һәр ике сәғәт һайын тауыш биреү урыны, ишектәр, өҫтәлдәр, ултырғыстар, кабинкалар, урналар эшкәртелә, - ти Гөлфиә Шәфҡәт ҡыҙы.
Комиссия рәйесе әйтеүенсә, комиссияла 12 кеше эшләй.
- Мин Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса үҙ фекеремде белдерергә килдем. Һәр ваҡытта ла һайлауҙа ҡатнашырға тырышам, сөнки беҙ ошолай илебеҙҙең тарихына, уның киләсәктәге үҫешенә өлөш индерәбеҙ. Минеңсә, Конституцияға үҙгәрештәр индереү мөһим, бигерәк тә социаль гарантияларҙың Төп закон менән нығытылыуын хуплайым, - ти тауыш биреүгә килеүселәрҙең береһе Лилиә исемле ханым.
“Һәр кем үҙенең гражданлыҡ позицияһын белдерергә тейеш”
Ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов “Нефтехимик” мәҙәниәт һарайы бинаһында урынлашҡан 569-сы һайлау участкаһында тауыш биреп, Конституцияға төҙәтмәләр индереүгә үҙ ҡарашын белдерҙе.
- Бөгөн беҙҙең ил өсөн мөһим көн. Рәсәйҙең һәр гражданы һайлау участкаһына килеп Конституцияға төҙәтмәләр буйынса тауыш бирергә, үҙенең гражданлыҡ позицияһын белдерергә тейеш, тип уйлайым. Бөгөн мин дә тауыш бирҙем. Шуға иғтибар иттем, һайлау участкаһында бөтә хәүефһеҙлек саралары күрелә, хатта һайлау участкаһына килеү, магазинға барыуға ҡарағанда ла хәүефһеҙерәк, тигән фекер менән килешәм, - тине Игорь Геннадьевич.
- Тауыш биреү 25 июндән бирле бара, әммә бөгөн, тауыш биреүҙең төп көнөндә, граждандар айырыуса актив. Беҙҙең участок ҡаланың иҫке районында урынлашҡанға күрә, тауыш биреүгә лә күберәк оло быуын вәкилдәре килә. Тауыш биреүҙә ҡатнашыу мөһим тигән фекерҙәмен. Тап шулай беҙҙең илдең киләсәге билдәләне бит, - ти 569-сы участка һайлау комиссияһы рәйесе Александр Бубнов.
Асыҡ һауала эшләгән
һайлау участкаһы
Рәсәй Федерацияһы Консти-туцияһына төҙәтмәләр буйынса дөйөм Рәсәй тауыш биреү көнө 1 июлгә билдәләнгәйне. Әммә хәүефһеҙлек, йәғни коронавирустың киң таралыуын иҫкәртеү өсөн, Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы Элла Памфилова был процедураны бер аҙнаға һуҙырға тәҡдим итте һәм тауыш биреү 25 июндә үк старт алды.
Ҡалабыҙҙың 116-сы кварталындағы 575-се һайлау участкаһы республикала берҙән-бер асыҡ һауала тауыш биреүҙе ойоштороусы һайлау участкаһы булып дан алды. Быға ҡарата төрлө фекерҙәр яңғыраны, иллә-мәгәр был кварталда йәшәүселәр тыштағы һайлау урыны уларға яҡыныраҡ булыуы менән уңайлы булды, тиҙәр. Ғәҙәттә улар һайлауға “Исток” балалар шифаханаһы бинаһына йөрөй. Ә 27 июнгә тиклем унда балалар дауаланған. Шуға күрә лә һайлау участкаһы ағзалары, әлбиттә, үҙәк һайлау комиссияһы менән кәңәшләшеп, тауыш биреүҙе ошолай ихатала ойошторорға булған. Асыҡ һауалағы был процедура ни бары 27-һенә тиклем дауам иткән. Әйткәндәй, был көндөрҙә һауа торошо ла матур булған.
- Тауыш биреү асыҡ һауала алып барылыуға ҡарамаҫтан, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре, бөтә ерҙәге кеүек үк еренә еткерелеп башҡарылды, - ти участка һайлау комиссияһы рәйесе Лариса Дмитриева.
Һуңынан, һайлау участкаһы бинаға күскәндән һуң да, тауыш биреү барлыҡ санитар-эпидемиологик нормалар шарттарына яраҡлы алып барыла. Сыҡҡан ваҡытта ирекмәндәр һайлаусыға браслет тапшыра, ул “Рәхмәт” акцияһында ҡатнашыусы партнерҙарҙың тауарҙарын һәм хеҙмәттәрен ташлама менән алыу мөмкинлеге бирә.
Лариса Дмитриева һүҙҙәренсә, 575-се һайлау участкаһында барлығы 532 кеше теркәлгән, комиссияла 9 кеше эшләй. Уларҙың бер бригадаһы участоктың үҙендә дежур итһә, икенсеһе ололарҙың, инвалидтарҙың, шулай уҡ телефон аша шылтыратып, өйҙәренә килеүҙе һорағандарҙың йорттарына йөрөй.
Читайте нас: