газета "Салауат"
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Июнь 2020, 14:14

Салауат йәштәре тыныслыҡ күгәрсенен “осора”

24 июндә Еңеү парады үткәреү көнөнә арнап бөтә ил буйынса “Тыныслыҡ күгәрсене” акцияһы үтте. Аҡ күгәрсен - донъялағы иң танылған билдә. Ул тыныслыҡтың һәр кем өсөн шул тиклем ҡиммәтле икәнлеген белдерә һәм уны киләсәк быуындар ҙа тыныс тормошта йәшәһен өсөн һаҡлау кәрәклеге хаҡында иҫкәртә.

Был акцияла һәр кем ҡатнаша ала ине, тик ҡағыҙҙан күгәрсен һынын яһап уны йорто, офис тәҙрәһенә урынлаштырыу, “Иҫтәлек зонаһы”, йәғни Бөйөк Ватаны һуғыша иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлдәр, иҫтәлекле урын-дарҙа урынлаштырыу талап ителде.
Ҡалабыҙҙың мәҙәниәт һәм ял паркына инеү урынында йәш салауаттар үҙҙәренең ата-әсәләре һәм тәрбиәселәре, уҡытыусылары менән берлектә аҡ күгәрсендәр эшләп, парктың ҡоймаларына йәбештерҙе. Күгәрсенде эшләү алымдары төрлө ине, һәр ҡатнашыусының ижади ҡарашы һиҙелә. Шулар араһында ҡоштоң ҡанаттары балаларҙың усы рәүешендә эшләнгәне айырылып торҙо.
- Беҙ, киләсәк быуынды тәрбиәләүсе педагогтар, был акцияла шатланып ҡатнашырға булдыҡ. Күгәрсен һынын ҙур һәм үҙенсәлекле итеп яһарға тырыштыҡ, - ти 4-се мәктәп директоры урынбаҫары Ольга Колесникова.
“Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәге алдында “Тыныслыҡ күгәрсене” акцияһын “Йәш-тәш” йәштәр үҙәге ойошторҙо. Ҡош-тарҙы улар үҙ ҡулдары менән эшләгәйне.
- Бөгөн беҙ “Тыныслыҡ күгәрсене” акцияһына ҡушылдыҡ. Уны танталы итергә тырыштыҡ, стендтарҙы флагтар менән биҙәнек. Коронавирус пандемияһы арҡаһында ҡалала Еңеү парады үткәрелмәй, әммә ҡала халҡының ошондай әһәмиәтле сарала ҡатнашыу мөмкинлеге бар, - ти йәштәр менән эшләү буйынса белгес Эльвира Анпилогова.
Читайте нас: