газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Июнь 2020, 14:10

Был байрам мәңгелеккә беҙҙең менән

24 июндә, илебеҙҙең бөтә ҡалаларындағы кеүек, Салауатта ла Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған парад ветерандарҙың йорт яндарында үтте. Унда ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов, локаль һуғыш һәм хәрби хәрәкәт ветерандары, шулай уҡ ветерандарҙың туғандары, күршеләре ҡатнашты.

Беренсе булып Евдокия Ивановна Ващилованы тәбрикләнеләр. Ул элемтә полкында радист була, күп һанлы миҙалдар менән бүләкләнгән. Үткән йыл 100 йәшлек юбилейын үткәргән ветеран 20 йыл Салауатта ғүмер итә. Уның ике ҡыҙы, дүрт ейән-ейәнсәре, биш бүлә-бүләсәһе бар. Туғандары, күршеләре Евдокия Ивановнаны бөйөк байрам менән ҡотлап, иҫәнлек-һаулыҡ теләне.
Артабан парадты 94 йәшлек Рәшит Хисам улы Әхмәҙиев ҡабул итте. Ул Белорус фронтының икенсе зенит полкында хеҙмәт иткән. «Германияны еңгән өсөн», «Батырлыҡ өсөн», «Берлинды алған өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән. Рәшит Хисам улы әүҙем тормош алып бара, хатта йорто янындағы участканы ла таҙалыҡта тота.
- Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 75 йыллығы менән ҡотлауығыҙға мин бик шат. Был байрам мәңгелеккә беҙҙең менән. Бөгөн мине ҡотлағанығыҙ, бергә булғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, - тине ветеран.
Нестерова Надежда Васильевна ла парадты йорто янында ҡабул итте. 1943 йылдың сентябрендә фронтҡа китә ул. 45-се автомобиль полкында водитель булып хеҙмәт итә. Хәрби хеҙмәттәре өсөн II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены, Жуков миҙалы менән бүләкләнгән. Һуғыштан һуң 30 йылға яҡын 20-се медик-санитар бүлектә шәфҡәт туташы булып эшләй.
Надежда Васильевнаның тормош иптәше Александр Павлович Нестеров та Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул беҙҙең арала юҡ инде. 2016 йылда уларҙың бергә йәшәүҙәренә 70 йыллығын үткәрәләр. Александр Павлович һәм башҡа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын һәм тыл хеҙмәтсәндәрен бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар.
- Ҡурҡыныс һуғыш бер ғаиләне лә урап үтмәне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йылдан-йыл шул йылдарҙа батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ күрһәткән шаһиттар кәмей бара. Шуға ла ошондай осрашыуҙар ҡәҙерле, - тине Игорь Миронов Надежда Васильевнаға сәскәләр бүләк иткәндә.
Гәрәй Ғәриф улы Байраҡов өс тапҡыр «Ура!» ҡысҡырып ҡаршы алды парадты йорто алдында. Ветеран тыуған илен яҡлап сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә, бик күп миҙалдар менән бүләкләнгән.
- Барыһын да Бөйөк Еңеү байрамы менән ҡотлайым. Оло хөрмәт һәм ихтирам күрһәткәнегеҙ өсөн рәхмәт, - тине Гәрәй Ғәриф улы.
Оло кешене байрам менән тәбрикләү һәм һуғышта ҡатнашҡан туғандарын иҫкә алыу өсөн ҡулдарына уларҙың рәсемдәрен тотҡан ҡала халҡы ла йыйылғайны.
Шабалин Алексей Иванович һауа-десант полкында рядовой, снайпер булып хеҙмәт итә. «Батырлыҡ өсөн», «Германияны еңгән өсөн» миҙалдарына лайыҡ булған. Күршеләре, 9-сы йорт идаралығы йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре ярҙамында уның йорто алдында парад тантаналы шарттарҙа үтте.
- Быйыл коронавирус эпидемияһы арҡаһында ветерандарҙы тәбрик итеү һуҙылды. Уларҙың батырлығы, ҡыйыулығы, иңдәренә төшкән ауыр һынауҙарҙы еңеп, беҙгә тыныс тормош бүләк иткәндәре өсөн хөрмәт, ихтирам белдерергә ветерандарҙың йорттарына килдек. Бойондороҡһоҙ Рәсәйҙә йәшәүебеҙ, яҡты, тыныс киләсәгебеҙ өсөн һеҙгә рәхмәтлебеҙ. Һеҙҙең алда баш эйәбеҙ, - тине Игорь Миронов ветерандар һәм парадта ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап.
Читайте нас: