газета "Салауат"
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Июнь 2020, 14:12

Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай

22 июнь - Хәтер һәм ҡайғы көнө. Илебеҙ тарихында иң хәсрәтле даталарҙың береһе ул. Был көндө Рәсәй ҡалаларында һәм ауылдарында төрлө иҫкә алыу саралары үтә. Салауатта ла был дата уңайынан тәүҙә “Юрматы ере”, һуңынан “Мәңгелек ут” мемориаль комплексында митингтар уҙҙы.

- 22 июндә фашистик Германия беҙҙең ил сиктәрен баҫып инә. Беҙҙең яҡташтар тыуған еребеҙҙе һаҡлау өсөн яуға ташланы, дошмандарға ҡаршы батырҙарса алыша, күптәре яу яланынан әйләнеп ҡайтмай. Беҙ үҙебеҙҙең батырҙарыбыҙҙы иҫебеҙҙә тотабыҙ һәм улар алдында баш эйәбеҙ, - тип телмәр тотто “Юрматы ере” мемориаль комплексындағы сарала “Мираҫ” мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеһы директоры Руслан Сафиканов.
“Мәңгелек ут” мемориаль комплексындағы митингта ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов, “Газпром нефтехим Салауат” йәмғиәтенең генераль директоры Айрат Кәримов, ҡала комиссары Фәндәлиф Ниғмәтдинов, Салауат ҡалаһы буйынса эске эштәр бүлеге начальнигы Илмир Фәхретдинов ҡатнашты.
- Хәтер һәм ҡайғы көнөндә беҙ йола буйынса һәйкәлдәр янына килеп, Тыуған илебеҙ хаҡына башын һалғандарҙы иҫкә алабыҙ. Беҙҙең илдә һуғыш теймәгән бер ғаиләлә лә юҡтыр. Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн көнөн-төнөн яу яланында һуғышҡан, тылда тырышып хеҙмәт иткәндәрҙең барыһы алдында ла баш эйәбеҙ. Йәш быуын Бөйөк Ватан һуғышын хәтерләһен, илебеҙ Еңеүгә ниндәй юғалтыуҙар аша килеүен һәр ваҡытта белһен өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ. Еңеүселәргә мәңгелек дан! - тине Игорь Миронов.
“Мәңгелек ут” янында йыйылыусылар яу яланында һәләк булғандарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды. Һуңынан һәйкәлдәргә сәскәләр һалды.
Читайте нас: