Гәзитебеҙҙең күптәнге дуҫы Зәүиә Мортазина менән йылына бер-ике тапҡыр күрешеп һөйләшеү ҙә кинәнес, танһыҡ. Баҫмабыҙға мотлаҡ редакцияға килеп яҙыла ул. Ихлас күңелдән хәл-әхүәлдәреҙҙе белешә, үҙенең хәлдәрен һөйләп ала, донъяуи ваҡиғаларға ҡарата фекерҙәрен дә белдерә. «Салауат» гәзитенең шундай тоғро дуҫы булыуына бик шатбыҙ. Ул милли баҫманы һаҡланып ҡалыуы, уның яҙмышы өсөн хатта борсола.
- Нишләп кенә милләттәштәребеҙ ошо үҙебеҙҙең гәзиткә яҙылмай икән. Хәтәр бай эстәлекле, ҡыҙыҡлы баҫма. Ҡала, республика, ил тураһындағы бөтә яңылыҡтарҙы белеп торам уның аша. Ҡулыма гәзит килеп эләгеү менән барлыҡ биттәренә күҙ йүгертеп сығам, шунан бушағас, ғәҙәттә, кисен, енәһенән ебенә тиклем, бар нәмәне ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡыйым. Элек бик күп гәзит-журнал алдыра инек. Хәҙер матбуғат ҡиммәтләнде. Шуға ҡарамаҫтан, «Салауат»тан айырылғаным юҡ, - ти Зәүиә Мөхәмәтғәни ҡыҙы.
Тыумышы менән Ғафури райо-нынан булған, һуңынан Стәрлебаш районына килен булып төшкән инәйҙең Салауат ҡалаһын йәнтөйәк итеүенә бихисап йылдар инде. Ул 16 йәшендә генә йәш ҡалаға килеп эшләй башлай. Булдыҡлылығы уға һәр өлкәлә тейешле һөнәрҙе тиҙ үҙләш-терергә ярҙам итә. Зәүиә Мортази-на «Салауатбыяла» йәмғиәтендә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә эшләп, намыҫлы хеҙмәте өсөн бик күп Маҡтау билдәләренә лайыҡ була. Ул тырыш һәм алдынғы хеҙмәткәр генә түгел, йәмәғәт тормошонда ла актив була, профсоюзды ла, ата-әсәләр комитетын да етәкләй.
Зәүиә инәй үҙенең ата-әсәһе һәм ҡайны-ҡәйнәһе менән ныҡ ғорурлана. Колхоз рәйесе булып эшләгән атаһы Бөйөк Ватан һуғышына китеп һәләк булып ҡалғас, әсәһе балаларын бер үҙе аяҡҡа баҫтыра. Бөтә ауырлыҡтарҙы күрҙе, әммә беҙҙе рәнйетеүҙәренә юл ҡуйманы, барыбыҙҙы ла матурлап тәрбиәләп үҫтерҙе, ти Зәүиә Мортазина. Ҡыҙғанысҡа күрә, уның тормош иптәше был яҡты донъяларҙан иртә китә. Зәүиә апайҙың үҙенә лә балаларын яңғыҙына аяҡҡа баҫтырырға тура килә. Ҡыҙҙарының береһе -уҡытыусы, икенсеһе - медик, улы Санкт-Петербургта йәшәй. Өс ейәне бар.
Хаҡлы ялдағы инәйебеҙ әлеге ваҡытта баҡса эштәре менән мәшғүл. Унда йәшелсә, емеш-еләктән тыш, төрлә гөл-сәскәләр ҙә үҫтерә. 1963 йылда тормош иптәше менән һатып алған йортта гөрләтеп донъя көтә һигеҙенсе тиҫтәне атлап үткән Зәүиә инәй.
- Бала һәм йәш саҡта бик күп ауырлыҡтар күрһәк тә, был тормошҡа асыуланманыҡ, киреһенсә, уның ҡәҙерен белергә өйрәндек, һәр көнөнән шатлыҡ табып йәшәргә тырыштыҡ. Аллаға шөкөр, матур итеп балалар үҫтерҙек, яҡшы итеп донъя көттөк. Бынан да ары донъяларыбыҙ имен, киләсәгебеҙ яҡты булһын, - ти гәзитебеҙҙең тоғро уҡыусыһы Зәүиә Мортазина.
Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, уның үҙенә иҫәнлек-һаулыҡ теләп ҡалабыҙ. Ошондай тоғро дуҫтарыбыҙ булғанда гәзитебеҙ ҙә йәшәр.