Рәсәй көнө уңайынан ҡала хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты, “Ҡала көсө” ирекмәндәре менән берлектә республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе биргән ике меңгә яҡын Рәсәй флагының өс төҫөндәге ленталарҙы таратты.
Волонтерҙарҙы “Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәгендә, ҡала баҙарында, “Каруанһай” сауҙа үҙәге территорияһында осратырға мөмкин ине. “Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәге территорияһында Азамат Ғиниәтуллин, Эвелина Саббахова, Елизавета Морозова эшләне.
- Бөгөн илебеҙ күркәм байрам - Рәсәй көнөн үткәрә. Балкон, тәҙрәләрҙә Рәсәй флагы эленгән. Беҙ ҙә урамда Рәсәй флагы ленталарын таратабыҙ, - ти был төркөм кураторы Ильвира Анпилогова.