газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Июнь 2020, 12:20

Ҡалабыҙҙың үҙенсәлеген сағылдырған объекттар кәрәк

Ниндәй ҡалаға барһаң да, уның иҫтәлекле һәм зауыҡлы урындары бар. Кешеләр унда рәхәтләнеп фотоға төшә, матур урындарҙың булыуына һоҡлана. Беҙҙең ҡала рәссамдары, скульпторҙары һәм дизайнерҙарының Салауатты тағы ла гүзәлерәк һәм сағыуыраҡ итеү идеялары бар. Улар картиналар галереяһында ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов менән осрашып, үҙҙәренең уй-ниәттәре хаҡында һөйләне, күҙаллаған арт-объекттарҙың проекттары менән таныштырҙы.

- Өс йылдан һуң ҙур ваҡиға - Салауат ҡалаһының 75 йыллығы көтөлә. Уға тиклем ваҡыт оҙаҡ кеүек булһа ла, ҡайһы бер нимәләрҙе тормошҡа ашырыу өсөн ул әҙ. Был ваҡиғаға яҡшы итеп әҙерләнеү маҡсатында ҙур күләмле эштәр башҡараһы һәм ҡала матур, төҙөк булһын өсөн барыһын да эшләйһе килә. Бик күп сығым талап итмәгән объекттар ҡала йөҙөн үҙгәртә ала. Бында һүҙ граффити, йорттар, бина һәм ҡоролмаларҙың стеналарындағы һүрәттәр, парк, сквер, аллея һәм башҡа йәмәғәт урындарындағы арт-объекттар, шулай уҡ төрлө экспо-зициялар һәм скульптуралар тураһында бара, - тине ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов осрашыу башында.
Һуңынан рәссамдар, скульпторҙар, дизайнерҙар һүҙ алды. Беренсе булып БР-ҙың атҡаҙанған рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, Рәсәй рәссамдары союзы ағзаһы, республика рәссамдары союзы идараһы ағзаһы Рафаэль Ҡадиров телмәр тотто. Ул элекке үҙенсәлекле эштәре һәм яңы арт-объекттар буйынса идеялары хаҡында һөйләне.
- Салауат Юлаев бульварындағы аллеяла даға рәүешендә арка ҡуйырға тәҡдим итәм. Мәҙәни мираҫ элементтарын мотлаҡ индерергә теләр инем. Мин күбеһенсә милли тематика менән шөғөлләнгәнгә күрә ошо йүнәлеште үҙ итәм. Совет заманында графитлы мозаика менән стеналарҙың биҙәлеүе матур. Ошо йүнәлештә лә эште алып барырға кәрәк тип уйлайым, - тине ул.
Рәссам, дизайнер һәм скульптор Илнур Ильясовтың Бөйөк Ватан һуғышында иң яҡшы снайперҙарҙың береһе булған Әхәт Әхмәтйәновҡа арнап эшләгән һәйкәле Маҡар ауылында ҡуйылған. Ул Салауатта бөтә континентар, илдәр һәм ҡалалар күрһәтелгән ҙур глобус, стилләштерелеп яһалған ҡурайсы һынын, әсә ҡарынында бала кеүек арт-объекттар ҡуйыу тәҡдиме менән сығыш яһаны.
Рәссам, скульптор, «ЮНЕСКО» ҡарамағындағы Халыҡ-ара рәссамдар федерацияһы ағзаһы Рифат Яппаров ҡалала үҙенең «RIFART» тигән гончар керамик студияһын булдырған. Уның фекеренсә, Салауаттың үҙенә генә хас, башҡа берәүҙе лә ҡабатламаған, республиканан ситтә лә билдәле булған арт-объекттары булырға тейеш.
- Был һәр төрлө материалдан эшләп булырлыҡ виноград менән ҡойо булыуы ихтимал. Унда фонтан да эшләп ҡуйырға, төрлө ҡоштар, йәнлектәр урынлаштырырға, йәштәргә йоҙаҡтар элеү өсөн урын булдырырға ла мөмкин. Тағы ла бер уй бар. Кешеләр бәхеткә тип тимер аҡсалар ырғытырға ярата. Шуның өсөн тимер тәңкәләрҙе ырғытҡанда төрлө тауыш, көй-моң сығарыусы торба яһарға мөмкин. Ә йыйылған аҡсаны алып, хужаһыҙ хайуандарҙы ҡарауға тотонорға булыр ине. Бәләкәй генә «Салауат» исемле малай рәүешендә бетондан йәки керамиканан, бронза йә иһә медтан ҙур булмаған скульптуралар яһарға тәҡдим итәм, - ти Рифат Яппаров.
Бочкарев урамындағы 10-сы йорт фасадына «Тәбиғәтте һаҡлайыҡ» тигән темаға һүрәт төшөргән Эльвира Хәлимова ла үҙенең һуңғы ваҡытта шөғөлләнгән эштәре менән таныштырҙы. Ул әлеге ваҡытта «Ортикон-сити» бинаһының эсендә совет актерҙарын стенаға төшөрөп, ҙур проектты тормошҡа ашырған. Тағы ла бер идара итеүсе компания йорт фасадына һүрәт төшөрөү тураһында мөрәжәғәт итте, пландар ҙур, беҙҙең тырышлыҡ менән ҡала тағы ла матурланыр, тип ышанам, ти йәш рәссам.
Декоратив-ҡулланма сәнғәт оҫтаһы Кристина Сисенбаева ҡалала актив рәүештә төҙөкләндерелгән балалар майҙансыҡтарына яҡын үҫеп ултырған ағастарҙы сағыу туҡымалар менән биҙәргә тәҡдим итте. «Оҫталар иле» ижади берекмәһе вәкилдәре экологик матурлыҡты булдырыу өҫтәндә эшләй алыр ине, тине ул.
Музыкант, йырсы һәм йәш рәссам Игорь Беркут ҡала урамдарында яңы поп-арт стилен ҡулланыу һәм теләктәр төймәһен булдырыу тәҡдиме менән сығыш яһаны. Был ысынлап та кешене тартып торған урынға әйләнәсәк, тигән фекерҙә ижадсы. Уның төрлө элементтар менән байытылыуы, мәҫәлән, тауыштар, хәрәкәт, йә яҡтылыҡ өҫтәлеүе мөмкин.
Рәссам Аттила Ғәлиуллин уйынса, арт-объект эстетик яҡтан зауыҡлы ғына түгел, шулай уҡ функциональ яҡтан файҙалы ла булырға тейеш. Ул объекттарҙы тыуҙырғанда башҡорт милли тематиканы ҡулланыу яҡлы булыуын белдерҙе.
Ололар һәм балалар өсөн ижади үҫеш үҙәге етәксеһе, рәссам, педагог Арина Терентьева үҙенең генә түгел, ҡаланың йәш быуыны исеменән сығыш яһаны.
- Ошо осрашыу буласағын белгәс, мин балалар араһында һорау алыу ойошторҙом һәм ҡалала заманса итеп эшләнгән урындарҙың етмәүен аңланым. Салауат Юлаев бульварында арт-объекттар ҡуйыу өсөн ер етерлек. Мәҫәлән, унда төрлө төҫтәр менән яҡтыртып торолоусы ҙур хәрефтәр менән «Салауат» һүҙен яҙып ҡуйырға була, - тине ул.
- Был беҙҙең тәүге осрашыу. Даими осрашып, тәҡдимдәр буйынса фекер алышырға, теге йәки был проект буйынса ҡарар ҡабул итеп, уны тормошҡа ашырырға һөйләштек. Миңә бер нисә идея оҡшаны, улар Салауатты башҡа ҡалаларҙан айырып торған үҙенсәлекле стилдә. Шул уҡ ваҡытта Салауатта традицион милли колористиканы ла үҙенә алған һәм заманса булып күренгән объекттар буйынса идеялар яңғыраны. Әлбиттә, бында уртаҡлыҡ табырға кәрәк. Моғайын, ҡайһы бер проекттарҙы еренә еткереп эшләгәндән һуң, быйыл тормошҡа ла ашыра башларбыҙ, - тип йомғаҡ яһаны ижад кешеләре менән осрашыуға хакимиәт башлығы Игорь Миронов.
Читайте нас: