Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Июнь 2020, 10:45

Юлһыҙ булмай, ремонт кәрәк

Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп Радий Хәбиров тәғәйенләнгәс, Башҡортостанда “Инцидент” программаһы эшләй башланы. Ул халыҡтың төрлө өлкәгә бәйле проблемаларын, дәғүәләрен социаль селтәрҙәр аша күҙәтеп барып, уларҙы хәл итеү өсөн тейешле хакимиәт органдарына йүнәлтә. Халыҡты, ғәҙәттә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, медицина, юлдар, социаль тәьминәт йүнәлешендәге һорауҙар борсой.

Бына беҙҙең ҡаланан да күптәр өсөн көнүҙәккә әйләнгән мәсьләләрҙе күтәреүселәр бар. “Салауатта Бекетов урамындағы юлды эшләгеҙ әле, юғиһә, 14-се һәм 16-сы йорттар араһында бөтөнләй йөрөрлөк түгел. Ике йыл буйына был проблема хаҡында яҙабыҙ, шылтыратып әйтәбеҙ, һөҙөмтә юҡ”, тиелә мөрәжәғәттәрҙең береһендә. Һәм ошо яҙмаға беркетелеп ҡуйылған фотола ла юлдарҙың алама, соҡорҙарҙың бик күп булыуы күренә.
Был мөрәжәғәт яуапһыҙ ҡалмай. Ул “Инцидент” программаһында теркәлә һәм урындағы башҡарма власть органдарына проблеманы хәл итеү ҡушыла. Ҡала хужалығы идаралығының төҙөкләндереү һәм юл хужалығы бүлеге начальнигы Айҙар Әхмәтвәлиев һүҙҙәре буйынса, май айында был юлда ремонт эшләнә. Эште был участкала ғына түгел, Салауаттың башҡа урамдарын ремонтлауға контракт төҙөүсе “Баш-Арт” ойошмаһы башҡара.
- Кешеләр күптән был ерҙе ремонтлауҙы һорай ине һәм беҙ уны эшләнек. Әммә әлегә эш ҡабул ителмәгән, сөнки подряд ойошма башҡа участкаларҙа эштәрен тамамлап бөтмәгән. Шулай уҡ күп итеп ямғыр яуыуын көтәбеҙ, шул саҡта һарҡыу ерҙәрҙең дөрөҫ һалыныуы беленәсәк. Барлыҡ талаптарҙың үтәлешен тикшергәндән һуң ғына эш ҡабул ителәсәк, - тип аңлатма бирә Айҙар Әхмәтвәлиев.
Читайте нас: