газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Июнь 2020, 10:51

Йәшәү йәме - айыҡлыҡта, һаулыҡта

Ҡала хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты «Ҡала көсө» берекмәһе ирекмәндәре һәм Cалауат ҡалаһы буйынса ЮХДДИ бүлеге менән берлектә, «Автоайыҡлыҡ» халыҡ-ара проект сиктәрендә, «Айныҡ һәм сәләмәт водитель» акцияһын уҙғарҙы.

Уның барышында во-дителдәргә руль артына эскән килеш ултырыуҙың хәүефле булыуы хаҡында иҫкәрмәләр таратылды. Шулай уҡ битлек режимын үтәүҙәрен һорап, битлектәр ҙә таратылды.
- Бөгөн беҙ водителдәрҙе туҡтатып, руль артында айныҡ көйө йөрөргә кәрәклекте иҫкә төшөрәбеҙ. Шулай уҡ илдәге һуңғы хәлдәргә бәйле беҙ уларға битлектәр ҙә бирәбеҙ. Беҙ салауаттарҙың үҙ һаулыҡтары, ғүмерҙәре хаҡында хәстәрлек күреүҙәрен теләйбеҙ, - ти ҡала хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе Евгения Ельцова.
Ирекмәндәр һәм Баш-ҡортостанда «Автоайыҡлыҡ» халыҡ-ара проектын тор-мошҡа ашырыусылар авто-мобиль хужаларынан руль артына иҫерек көйө улты-рыу осраҡтарына ҡарата фекерҙәрен белеште. Бөтәһе лә бындай күренешкә ҡырҡа ҡаршы булыуҙарын, мотлаҡ юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәү мөһимлеген белдерҙеләр. Руль артына ултырған кеше үҙ өҫтөнә ҙур яуаплылыҡ ала, ул үҙенең генә түгел, юл хәрәкәтендә ҡатнашыусы башҡа кешеләрҙең дә һаулығы, ғүмере өсөн яуап бирә, тине улар.
Бер нисә сәғәт эсендә водителдәргә 100-гә яҡын иҫкәрмә һәм битлек тара-тылды.
Читайте нас: