газета "Салауат"
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Июнь 2020, 10:55

Уйнап һөйләһәң дә, уйлап һөйлә

Үткән 2019 йылдың март айында республикабыҙҙың Рәсәй составында беренселәрҙән булып Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы ойошторолоуға йөҙ йыллығын бөтә Рәсәй менән киң билдәләп үттеләр. Был күренеш, әлбиттә, Башҡортостаныбыҙҙың абруйын тағы ла нығыраҡ күтәреп ебәрҙе. Юбилей уңайынан Башҡортостанда күп кенә яғынан-яңы объекттар, юлдар төҙөлә. Республикабыҙ иҡтисадын күтәреп, халыҡтың социаль тормошон яҡшы яҡҡа үҫтереүгә өлгәшелде.

Быйылғы 2020 йыл республика халҡы өсөн тағы ла юбилей йылы. Ун беренсе октябрҙә республикабыҙҙың суверенлы, йәғни мөстәҡил Башҡортостан булыуына утыҙ йыл тула. Был оло байрамды ла башҡортостандар намыҫ менән ҡаршы алыр. Сөнки бөгөнгө көндә лә республикабыҙҙа хөкүмәт тарафынан бик күп яңы эштәр билдәләнә һәм тормошҡа ашырыла. Әммә бөгөнгө көндә данлыҡлы Башҡортостаныбыҙҙы үҙ исеме менән “Башҡортостан” тип әйтеүселәр аҙая бара. Ябай халыҡтан башлап Рәсәй, Башҡортостан киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре һәм хатта юғары даирәләрҙә эшләүселәр араһында ла Башҡортостаныбыҙҙы “башкирия” тип атап һүҙ алып барыусылар йышая. Башҡортостанды Рәсәй акттарында булмаған исем менән атауҙары күңелгә бәрә.
“Башҡортостан” Респуб-ликаһы Конституцияһының 1-се статьяһында: Башҡортос-тан Республикаһы Рәсәй составындағы хоҡуҡи демо-кратик дәүләт... Исеме “Баш-ҡортостан Республикаһы” һәм “Башҡортостан” бер үк мәғәнәлә.
Рәсәй Федерацияһы Конституцияһындағы 65-се статьяның 1-се өлөшөндә:
Рәсәй Федерацияһы сос-тавында тороусы Рәсәй Феде-рацияһы субъектары: Адыгея Республикаһы (Адыгея), Алтай Республикаһы, Башҡортостан Республикаһы һ.б.
Күренеүенсә, Башҡортос-тан Республикаһының Кон-ституцияһында ла, Рәсәй Федерацияһының Консти-туцияһында ла “Башкирия” тип аталған хоҡуки мөстәҡил дәүләт юҡ. Шулай булғас, ни өсөн һуң Рәсәй һәм Башҡортостан журналистары, шулай уҡ вазифалы хеҙ-мәткәрҙәр законда булмаған республика хаҡында һүҙ ҡуйырталар икән?!
Ут күршебеҙ Татарстан Республикаһы ла совет осоронда “Татария” тип йөрөтөлдө. Ә бөгөн иһә, уны бөтә Рәсәй Татарстан, ти. Ә ни өсөн һуң “Башҡортостан” һаман “Башкирия” тиелә күп даирәләрҙә?..
Аңламаҫһың, әллә сы-ғыштарҙа һүҙ байлығын арттырыу өсөнмө лә, әллә закон менән иҫәпләшмәүме икән?
Нисек кенә булһа ла, Башҡортостан “Башҡортостан” булып ҡалһын, ә “башкирия” түгел. Уйнап һөйләһәңдә – уйлап һөйлә, тигән башҡортта бер мәҡәл бар, ә ул, юҡтан барлыҡҡа килмәгәндер.
Мөхтәр Сабитов,
РФ һәм БР
Яҙыусылар һәм Журналистар
союздары ағзаһы.
Читайте нас: