Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Июнь 2020, 10:49

Парктарҙа битлектә йөрөү хәйерлерәк

12 майҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ғәмәлдәге изоляция режимы менән бәйле ҡайһы бер сикләүҙәрҙе бөтөрҙө. Атап әйткәндә, халыҡҡа ирекле йөрөргә рөхсәт ителде, парктарға һәм скверҙарға, балалар майҙансыҡтарына инергә ярай, ләкин санитар ҡағиҙәләрҙе үтәү мотлаҡ. Бынан тыш, битлек режимы көсәйтелде. Республика етәксеһе тейешле указға ҡул ҡуйҙы.

Был аҙнала бөтә йәмәғәт урындарында, башлыса парктарҙа, аллеяларҙа һәм скверҙарҙа битлек режимын үтәүҙе тикшереү буйынса рейдтар үтте. Был эш тәү сиратта профилактика һәм аңлатыу йүнәлешендә алып барылды.
Салауат Юлаев бульварын-дағы Батыр аллеяһында халыҡ ғәҙәттәгесә күп. Был аңлашыла ла, һауа торошо матур, барыһының да тышта йөрөгөһө килә. Бигерәк тә фонтан янында балалар сыр-сыу килә. Был көндө дружинасылар сафын тултырған спорт мәктәбе вәкилдәре йәмәғәт урынынан үткәндә, битлекһеҙ йөрөгән, дистанция талабын үтәмәгән граждандар менән иҫкәртеү әңгәмәһе алып барҙы.
- Тышта йөрөгән ваҡытта шәхси гигиена сараларын үтәргә, йәғни битлек һәм перчаткалар кейергә кәрәк-леген иҫкә төшөрәбеҙ, аңла-табыҙ, - ти рейдта ҡатна-шыусылар.
“Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәге артындағы аллеяла ла кеше бихисап. Малайҙар һәм ҡыҙҙар балалар майҙансыҡтарында уйнай, уларҙың ата-әсәләре, өлкән быуын вәкилдәре эскәмйәләрҙә ултыра. Барыһы ла битлектә түгел. Бында икенсе төркөмө рейд уҙғара. Улар ата-әсәләргә балалары менән былай халыҡ күп булған урында йөрөү уларҙың сәләмәтлеге өсөн хәүеле булыуы хаҡында аңлата. Аралашыу ихтирамлы мөғәләмәлә бара. Ҡайһы берәүҙәр дружинасыларҙы күреп битлектәрен кейергә ашыға, бәғзеләр йәмәғәт урындарынан китеүҙе хуп күрә. Оло быуын вәкилдәре иҫкәрмәләрҙе аңлап ҡабул итә, ә йәштәр араһында асыуланыусылар ҙа бар.
БР-ҙың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлы-ғының Салауат ҡалаһы буйын-са милек менән идара итеү комитетының әйҙәүсе белгесе Оксана Халиҡова билдәлә-үенсә, халыҡ араһында аңла-тыу эше алып барыу мөһим.
- Бөгөн беҙ комиссия составында Башҡортостан Башлығының 12 майҙағы указы нисек үтәлеүен тикшерәбеҙ. Коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау өсөн йәмәғәт урындарында кешеләргә битлек режимын, дистанция һаҡлау тәҡдим ителә. Беҙ аллеяларҙа йөрөүселәр янына килеп, әҙәпле генә итеп, битлек кейеп йөрөргә кәрәклеген, был талапты боҙған өсөн штраф һалыныуы мөмкин икәнлеген еткерергә тырышабыҙ. Бигерәк тә 65 йәштән өлкәнерәк булғандарға айырым иғтибар бирәбеҙ, сөнки улар инфекция йоҡтороуҙың хәүефле төркөмөнә ҡарай. Әммә рейд барышында асыҡланыуынса, тап был быуын вәкилдәре барлыҡ талаптарға яуаплы ҡарай, уларҙың күпселеге йәмәғәт урындарында битлектә һәм бирсәткәлә йөрөй. Улар үҙҙәренең дә, тирә-яҡтағыларҙың да һаулығына хәстәрлек менән ҡарай.
Белгес киң мәғлүмәт саралары аша ла салауаттарҙы битлек режимын һаҡларға саҡырҙы. Шул саҡта беҙ коронавирус инфекцияһын еңеп, бер ниндәй битлекһеҙ һәм бирсәткәһеҙ, ирекле рәүештә парктарҙа һәм аллеяларҙа йөрөй алырбыҙ, ти ул.
Ысынлап та, был сирҙе күмәкләп кенә, берҙәм талаптарҙы үтәгән хәлдә генә еңә алыуыбыҙ көн кеүек асыҡ. Төрлө саралар кешеләрҙең һаулығын һәм ғүмерен һаҡлауға йүнәлтелгән. Ни тиклем күберәк кеше ошо талаптарҙы үтәй, шул тиклем пандемияның таралыуы кәмейәсәк һәм ҡала ғәҙәти тормош рәүешенә ҡайтасаҡ.
Читайте нас: