газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Июнь 2020, 10:38

Иң мөһиме - иғтибар һәм хәстәрлек

Рәсәй көнө алдынан төрлө локаль һуғыштарҙа хәрби бурысын үтәп башын һалған хәрбиҙәрҙең яҡындарына хөрмәт күрһәтелде. “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Беҙҙең хәстәрлек” акцияһы сиктәрендә 23 аҙыҡ-түлек йыйылмаһы тапшырылды.

- Үҙ аллы изоляция осоронда күптәр ауыр тормош хәлендә ҡалды. «Берҙәм Рәсәй» партияһы «Беҙҙең хәстәрлек» акцияһы, йәғни аҙыҡ-түлек йыйылмалары таратыу тәҡдиме менән сыҡты. 2 июндән был акцияның икенсе тулҡыны башланды. Колл-үҙәккә берәмләп ярҙам һораусылар бар, шуға күрә беҙ йәмәғәт ойошмаларына мөрәжәғәт иттек, сөнки улар үҙҙәренең мохтаж булған кешеләрен яҡшы белә. Шулай етем балалар, 65 йәштән өлкәнерәк кешеләр, аҙ тәьмин ителгән, күп балалы, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр, ауыр тормош хәлендә ҡалған граждандар ярҙам алды. Бөгөн беҙ илебеҙҙең геройҙарын тәрбиәләгән, йәғни Афған һәм Чечня ерҙәрендә хәрби бурыстарын үтәп һәләк булған егеттәрҙең ата-әсәләрен саҡырҙыҡ. Улар үҙҙәренә ҡарата ошондай хәстәрлек күрһәтеүҙән матур тәьҫораттар менән таралышҡандарҙыр. Барыһын да Рәсәй көнө менән ҡотлап, һаулыҡ, ғаилә именлеге һәм бәхет теләйем, - тине «Берҙәм Рәсәй» партияһының Салауат ҡалаһындағы бүлексәһенең башҡарма секретары Диана Серова.
Ҡала Советы депутаты Сергей Данилов аҙыҡ-түлек йыйылмаларын тапшырғанда ата-әсәләргә батыр, илһөйәр улдар тәрбиәләүҙәре өсөн оло ихтирамын белдерҙе.
- Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай. «Берҙәм Рәсәй» партияһы, ҡала Советының депутаттар корпусы, ҡала хакимиәте, «Хәрби туғанлыҡ» ойошмаһы, йәмәғәтселек яуҙа башын һалған егеттәрҙең ата-әсәләре тураһында хәстәрлек күрһәтергә булдыҡ һәм был аҙым менән улар, уларҙың улдары хаҡында онотмауыбыҙҙы белдерергә теләйбеҙ, - тине ул.
Роман Сидоровтың әсәһе иһә ярҙам алыусыларҙың барыһы исеменән ошондай иғтибар бүлеүҙәре өсөн рәхмәт һүҙҙәре әйтте.
- Афғанда улдары һәләк булған әсәйҙәрҙең күбеһе хәҙер оло йәштә. Ә бөгөн беҙҙең ил генә түгел, бөтә донъя ҡатмарлы осорҙо кисерә. Беҙ «Берҙәм Рәсәй»ҙең урындағы бүлексәһенә ярҙам һорап мөрәжәғәт иттек һәм шунда уҡ ыңғай яуап алдыҡ. Беҙҙең өсөн ошондай акция ойошторолдо һәм беҙ бик һәйбәт аҙыҡ-түлек йыйылмалары алдыҡ. Быға ата-әсәләр бик шат, улар Башҡортостан-да етештерелгән сифатлы аҙыҡ-тү-лектәр менән тыныс ҡына файҙалана аласаҡ, үҙҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып магазиндарға ла һирәгерәк йөрөйәсәк. Ә бит был йыйылманан да бигерәк беҙҙең мөрәжәғәтте ишетеүҙәре, ярҙам итергә әҙер булыуҙарын күрһәтеүҙәре, Афған, Чечня һәм башҡа локаль һуғыштарҙа һәләк булғандарҙың яҡындарын онотмауҙары мөһим. Был акцияны ойоштороусыларҙың барыһына ла рәхмәт, - тине әсә кеше.
Читайте нас: