газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Июнь 2020, 10:43

Хәүефһеҙлек - уртаҡ яуаплылыҡ

Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров эш сәфәре менән Салауатҡа килде. Ул ЮХДДИ, Юл хужалығы комитеты, урындағы ҡала хакимиәте вәкилдәре менән берлектә ҡалалағы юлдарҙың торошон, авария хәүефе юғары булған участкаларҙы ҡараны. Уның һөҙөмтәләре буйынса акт төҙөлөп, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү талабы ҡуйылды.

Рәсәйҙә “Хәүефһеҙ юлдар” федераль партия проекты тормошҡа ашырыла. Проект юлдарҙа граждандарҙың ғүмерен һәм һаулығын һаҡлауға, юл-транспорт ваҡиғаларын кәметеүгә, юлдарҙа именлекте күтәреү буйынса ҡануниәтте камиллаштырыуға йүнәлтелгән. Зариф Байғусҡаров проект сиктәрендә, беҙҙең ҡаланан тыш, Өфө-Ырымбур трассаһындағы, Стәрлетамаҡ, Стәрлебаш һәм Мәләүез райондарындағы юл участкаларында ла комиссия тикшереүе ойошторҙо.
- “Берҙәм Рәсәй”ҙең бер нисә проекты бар, шуларҙың береһе - “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар”. Уның маҡсаты – юл ваҡиғаларын, авария хәлдәрен, юлдарҙа кеше ғүмерҙәре өҙөлөүе, йәрәхәтләнеүе осраҡтарын кәметеү. Беҙ быға ирешеү өсөн ҡануниәткә үҙгәрештәр индереү, иҫерек көйөнә руль артында йөрөгән, юл ҡағиҙәләрен боҙған өсөн язаны ҡәтғиләштереү менән шөғөлләнәбеҙ. Төрлө яҡлап был проектты тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итәбеҙ, юлдарҙағы ремонт эштәрен контролдә тотабыҙ. Шуның өсөн беҙ бөгөн сираттағы тапҡыр Башҡортостан буйынса сәфәргә сыҡтыҡ. Былтыр бик күп тапҡыр Өфөлә тикшереүҙәр уҙғарҙыҡ. Тәү маҡсат - авария хәүефе булған участкаларҙы ҡарау, ни өсөн унда авариялар йыш булыуын һәм хәлде яҡшыртыу өсөн нимә эшләргә кәрәклеген асыҡлау. Беҙ республиканың ЮХДДИ, Юл хужалығы комитеты, урындағы ҡала хакимиәте вәкилдәре менән берлектә урындарға сығып мәсьәләнең айышына төшөнәбеҙ, ҡайҙалыр билдә ҡуйырға кәрәклеге, ҡайҙалыр йәйәүлеләр үткәлеүе эшләргә асыҡлана. Тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә акт төҙөлә, унда етешһеҙлектәр билдәләнә, яуаплы кешеләргә уларҙы бөтөрөү талабы ебәрелә һәм билдәләнгән ваҡыттан һуң яңынан талаптарҙың үтәлеше тикшерелә. Мәҫәлән, былтыр баш ҡалала билдәләнгән етешһеҙлектәр 90 процентҡа бөтөрөлгән. Һәм иң мөһиме был участкаларҙа авариялар булмай.
Бөгөн беҙ юлдарҙың сифатын да тикшерҙек. Сөнки былтыр ремонтлан-ған юлдар подряд ойошмаларының гарантияһында һәм етешһеҙлектәр булған осраҡта ул уны бөтөрөргә, ә заказсылар ошоно контролдә тоторға тейеш. Былтыр “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” проекты буйынса Салауат ҡалаһына юлдарҙы ремонтлауға 100 млн һум тирәһе, быйыл 146 млн һум бүләнгән. Уҙған йыл эшләнгән юлдарҙың торошо яҡшы кеүек, соҡор-саҡырлы ерҙәре юҡ. Унан башҡа ҡайһы бер нисә ерҙә етешһеҙлектәрҙе асыҡланыҡ. Мәҫәлән, юлды айырыусы һыҙаттар юҡ, юйылып бөткән, уларҙы яңыртырға кәрәк, ҡайһылыр ерҙә яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйылмаған, ҡайһылыр урында ағастарҙы ҡырҡыу талап ителә, сөнки улар юл билдәләрен ҡаплай. Мәктәп һәм балалар баҡсалары янындағы участкаларға ҙур иғтибар бүләбеҙ. Был биналар янында кәртәләр ҡуйылһа һәйбәтерәк, әлбиттә. Бөгөн Салауат ҡалаһында ҡараған мәктәптәр янында ҡоймалар бар.
Кешеләр ябай юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белһен өсөн, уларҙы балалар баҡсаһынан өйрәтә башларға кәрәк, тип иҫәпләйбеҙ. Әлегә балалар баҡсаларында был эш алып барылмай. Хатта мәктәптә лә, шулай уҡ ата-әсәләр ҙә балаларға юлда үҙеңде нисек тоторға кәрәклекте өйрәтмәй. Шулай ҙа алға китеш бар, беҙ Салауат ҡалаһының 40-се балалар баҡсаһында тәүгеләрҙән булып автоҡаласыҡ төҙөнөк. Салауаттың, шулай уҡ Мәләүез, Күмертау, Сибай ҡалаларының һәм Көйөргәҙе, Йылайыр райондарының мәктәптәрендә ошондай уҡ ҡаласыҡ булдырырға ниәт итәбеҙ. Унда ҡала мөхите оҡшатып эшләнгән майҙансыҡта балалар юл ҡағиҙәләрен өйрәнәсәк. Быларҙың барыһы ла кеше ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итәсәк. Былтыр беҙҙең республика юлдарында 374 кешенең, шул иҫәптә 22 баланың ғүмере ҡыйылған. Ә күпме кеше йәрәхәт алған, араларында инвалид булып ҡалғандар ҙа бар. Беҙ ошо хәлде һәйбәтләү өҫтөндә эшләйбеҙ. Һәм күрелгән саралар арҡаһында авариялар һаны йылдан-йыл кәмей бара. Быйыл, уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, 17 кешенең ғүмере һаҡланып ҡалған. Беҙҙең ил бит йылына 17-18 мең кешене юлда юғалта, Афғанстандағы 10 йыллыҡ һуғыш осоронда 15 мең тирәһе егеттәребеҙ башын һалған, ә әлеге тыныс ваҡытта юлдағы авариялар арҡаһында ғына күпме кешенең ғүмере өҙөлә. Граждандарҙы юл ҡағиҙәләренә иғтибарлы булырға саҡырыр инем, - тине Зариф Байғусҡаров.
Зариф Байғусҡаров Островский урамындағы иң хәүефле урындарҙың береһендә булды. Ул - “1000 ваҡ-төйәк” магазины ҡаршыһындағы светофҙан алып Калинин киҫелешенә тиклемге өлөш. Унда кешеләр юл аша сығыу өсөн үҙ һуҡмаҡтарын һалып бөткән, транспорт ағымының көсөргәнешле булыуына ҡарамаҫтан, ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып, йүгереп сығырға тырыша. Урындағы ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре салауаттарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн юл ситтәрен кәртәләргә, йәки йәйәүлеләр үткәлеүен һалырға тәҡдим итте.
Шулай уҡ Дәүләт Думаһы депутаты “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” проекты буйынса былтыр төҙөкләндерелгән Калинин, Ленин урамдарындағы һәм әлеге ваҡытта ремонтланыусы Ленинград урамындағы юлдарҙы ҡараны.
Читайте нас: