Шундай участкаларҙың береһе - Беренсе май урамы. Ул Төньяҡ урамдан Ленин майҙанына тиклемге өлөштө үҙ эсенә ала. Подряд ойошмаһы - «Дортранстөҙөлөш» йәмғиәте. Эштәр барышын тикшерергә ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов та сыҡты.
- Быйыл ошо проект буйынса алты участкала ремонт башҡарыласаҡ һәм Бекетов урамында яңы юл һалынасаҡ. Әле эштәр тамам түгел, әммә һәр этапта уларҙы контролдә тоторға кәрәк. Шуны ла билдәләп үтәм, барыһы ла яҡшы һәм шыма ғына түгел, етешһеҙлектәр бар. Юлдарҙы подрядсы еңел генә тапшыра алмаҫ. Сөнки быйыл хакимиәт һәм ҡала хужалығы идаралығынан тыш, йәмәғәтселекте, депутат-тарҙы, ҡала яҙмышына битараф булмаған актив кешеләрҙе лә йәлеп итергә планлаштырабыҙ. Шуға күрә, йөҙ тапҡыр ҡайтанан эшлә-гәнсе, бер тапҡыр сифатлы итеп башҡарыу отошлораҡ, - тине Игорь Геннадьевич.
Ысынлап та, күҙгә күренеп торған етешһеҙлектәр бар. Әйтәйек, бордюр таштары бер-береһенә тигеҙ ҡуйылмаған, асфальт-бетон-япмаһы бөтә ерҙә лә тығыҙ түгел, тротуар юлдарға илткән урындарҙы ла тигеҙ тип әйтеп булмай. Бөтә был етешһеҙлектәр подряд ойошмаһына ебәрелде һәм уларҙы яҡын арала бөтөрөргә вәғәҙәләне.