Парктар, аллеялар - халыҡ яратып ял иткән урындар. Көндәр йылытыу менән кешеләр тынсыу йорттарынан сығып, унда йөрөп килергә тырыша. Ә инде ҡаланың мәҙәниәт һәм ял паркында, Батыр аллеяһында фонтандар эшләтелеп ебәреүгә салауаттарҙың, бигерәк тә балаларҙың шатлығының сиге булманы.
Иң тәүҙә ҡала башлығы парктағы фонтанды ҡараны. Ҡаланың 70 йыллы-ғына “Газпром нефтехим Салауат” йәмғиәте эшләп бүләк иткән фонтан үҙенсәлекле: уның динамикалы режимы һыуҙың урғылыу ҡеүәтен алыштырып тора, шоу режимы һәр төрлө музыкаль композиция аҫтына фонтан эшен көйләй һәм ул төрлө төҫтәр менән яҡтыртыла. Был утлы-музыкаль фонтан яҡшы кимәлдә хеҙмәт итә.
Һуңынан Игорь Миронов Салауат Юлаев бульварының Батыр аллеяһындағы фонтан менән танышты. Ул да ҡаланың юбилейы йылында эшләнеп сафҡа ингән объект. Уның фонтан ҡоролмалары ер аҫтында урын-лашҡан, был уны емереүҙән һаҡлай. Һыу ағымы ике метрға тиклем урғыла. Был урын, ғәҙәттәгесә, балалар тауышынан яңғырап тора. Фонтан үҙе һәйбәт эшләһә лә, уның тирә-яғына һалынған брусчаткалар урыны-урыны менән ергә ултыра төшкән. Ҡала башлығы был етешһеҙлекте бөтөрөргә ҡушты.
«Бөгөн фонтандарҙы асабыҙ. Тормош дауам итә, ләкин һаҡланыу саралары тураһында онотмағыҙ - хәүефле инфекция менән даими көрәштә йәшәргә өйрәнәбеҙ», - тип иҫкә төшөрҙө Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә. Салауат хакимиәте лә ял итеү урындарында булғанда хәүефһеҙлек саралары хаҡында онотмаҫҡа саҡырҙы.