газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июнь 2020, 10:37

Ял итергә урын буласаҡ

Ағиҙел буйы - ҡала халҡының иң яратҡан ял итеү урыны. Уның төҙөк һәм хәүефһеҙ булыуы ла мөһим.

Әле, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ағиҙел буйы торошо артыҡ маҡтанырлыҡ түгел. Унда төҙөкләндереү эштәре талап ителгәне көн кеүек асыҡ. Былтыр уҡ ҡала халҡының күпселеге был биләмәлә уңайлы мөхит булдырыуҙы хупланы һәм Ағиҙел буйы «Ҡала мөхите» федераль программаһына инде. Кешеләр хатта фекер алышыуҙарҙа ҡатнашып, үҙҙәренең уй-теләктәрен дә еткерҙе. Һәм, бына, ниһайәт, май аҙағында эштәр башланды. Подряд ойошмаһы - Өфө ҡалаһының «Мегатөҙөлөшмонтаж» йәмғиәте. Әле унда ағастар киҫелә, спорт ҡорамалдары һүтелә, төҙөлөш урынына майҙансыҡ әҙерләнә.
- Әлеге көндә эшкә тотондоҡ. Биләмәлә, проект буйынса, яңы брусчатка һалыу, яҡтыртыу ҡорамалдарын, видеокүҙәтеү, бәләкәй архитектура формаларын урынлаштырыу, тирә-йүнде йәшелләндереү планлаштырыла. Бында шулай уҡ урамда амфитеатр, ә уның янында ҙур булмаған мәҙәни саралар үткәреү өсөн сәхнә буласаҡ. Футбол, волейбол, баскетбол майҙансыҡтары, уйын зоналарын, резина япмалы велосипедта йөрөү юлдарын, яңы йәйәүлеләр тротуарын һалыу һәм тағы бик кңп уңайлыҡтар тыуҙырыу күҙаллана - тип һөйләй «Мегатөҙөлөшмонтаж» йәмғиәте етәксеһе Владимир Борисов.
Эштәр барышын тикшерергә ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов шәхсән сыҡты. Шуны ла билдәләргә кәрәк, ул подряд ойошмаһының эшенә ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе.
- Күптән түгел генә Ағиҙел буйы төҙөкләндерелә башланы. Был - бөтәбеҙ өсөн дә көтөп алынған һәм мөһим проект. Нисек уйланылған, шулай булырына өмөт итәбеҙ. Хәлдәр торошон шәхсән күҙәтеүҙе кәрәк тип таптым. Дөрөҫөн әйтәм, ҡәнәғәт түгелмен. Эш ҡайнамай, йәнлелелек юҡ, техника ла бик аҙ. Хәҙерҙән үк подрядсының эшен тиҙләтеү өсөн саралар ҡабул итергә кәрәк. Алдағы көндәрҙә лә контролде кәметмәйәсәкбеҙ. Барыһы ла ваҡытында һәм сифатлы башҡарылырға тейеш. Шуны ла билдәләргә кәрәк, проектлау этабында бөтә моменттар ҙа иҫәпкә алынмаған. Мәҫәлән, урындағы рельефтың үҙенсәлектәре күҙ уңынан ысҡындырылған, газондар тигеҙ, уңайлы булһын өсөн ҡатламдарҙы тигеҙләү буйынса эштәр планлаштырылмаған. Хәҙер проектҡа үҙгәрештәр индерергә кәрәк, - тине Игорь Геннадьевич.
Башлыҡҡа объекттың паспорты бик бәләкәй булыуы ла оҡшаманы. Ул йыраҡтан күренеп торорға һәм унда ентекле мғлүмәт урынлаштырылырға тейеш, тине ул. Эштәр барған биләмәнең уратып алынмауын, был турала халыҡ өсөн иҫкәртеүсе яҙыуҙарҙың булмауын да тәнҡитләне. Ысынлап та, бер ерҙә төҙөлөш эштәре бара, ә эргәлә генә кешеләр ял итә, ҡояшта ҡыҙына. Айырыуса балалар борсолоу тыуҙыра. Сөнки улар һүтелгән спорт ҡорамалдары өҫтөндә уйнай. Игорь Геннадьевич кисекмәҫтән етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә фарман бирҙе.
Эшселәр әйтеүенсә, халыҡ уларҙың бында йөрөмәҫкә ҡушыуын инҡар итә.
- Бында тиҙҙән, һис шикһеҙ, матур һәм уңайлы буласаҡ. Әммә әҙ генә түҙергә тура килер. Үтенеп һорайбыҙ, ремонт барған ерҙә йөрөмәгеҙ. Ял итеү өсөн күперҙең икенсе яғында бынамын тигән пляж бар. Шунда барығыҙ. Төҙөкләндереү эштәре барған биләмә бик хәүефле. Айырыуса балаларығыҙҙы иғтибарҙан ысҡындырмағыҙ. Эштәр бөткәс, рәхим итеп матур Ағиҙел буйына ял итергә килерһегеҙ, - тине ҡала хужалығы идаралығының әйҙәүсе белгее Юлия Бутарева.
Читайте нас: