газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июнь 2020, 10:35

Кешеләр төҙөк йортҡа ҡайта

Барыбыҙға ла билдәле булыуынса, Салауатта былтыр май башында янғын сығыу арҡаһында Төҙөүселәр урамындағы 10-сы йорт ныҡлы зыян күргәйне. Хатта унда йәшәүселәр торлаҡтарын ташлап икенсе ерҙә тороп торорға мәжбүр булды. Ҡала етәкелеге тырышлығы менән бөгөнгө көндә был йорт тергеҙелеп килә. Әлеге ваҡытта унда фасадты ремонтлау эштәре бара.

Йорттоң алғы яғында ремонт эштәренең һөҙөмтәһе күҙгә күренә. Стеналар йылытылған, штукатурланған һәм сағыу буяуҙарға мансылған. Быға тиклем өйҙөң ҡыйығын ҡайтанан тергеҙеү өсөн бик ҙур күләмле эш атҡарылған. Бының өсөн 3 810 600 һум аҡса йүнәлтелгән.
Фасадты ремонтлау менән “СтройГрупп” йәмғиәте шөғөлләнә. Подряд ойошмаһының мастеры Тәлғәт Качкин әйтеүенсә, бөтә эштәр план буйынса бара.
- Бина янғындан һуң бик хөрт хәлдә ине. Иң тәүҙә йорттоң ҡыйығы бик яҡшы итеп ремонтланды. Фасадты рәтләүгә май уртаһында тотондоҡ. Бөгөнгә көнгә йорттоң ихатаға ҡарап торған өлөшөн йылыттыҡ, штукатурланыҡ һәм буяныҡ. Бинаның цоколе лә йылытыла һәм тәбиғи таш менән ҡаплана. Эштәр көйлө бара, бында йәшәүселәр ҡәнәғәт. Ремонт материалдары беҙҙең илдеке, сифатлы, уларҙы килтереү менән дә проблемалар юҡ. Шуға күрә эштәрҙе ваҡытында, планлаштырылған буйынса 1 августа, тамамларбыҙ, тип уйлайым, - ти мастер.
Уның әйтеүенсә, эштәргә 3-5 кеше һәм кәрәк ваҡытта техника йәлеп ителә. Иң мөһиме төҙөкләндереү проекты милекселәр менән килешелгән. Капиталь ремонттың барышын «Төбәк операторы» даими контролдә тота.
Төҙөүселәр урамындағы 10-сы йорттоң ҡыйығын йүнәтеү өсөн 3 810 600 һум, фасадты ремонтлауға 2 500 000 һум һәм сарлаҡты йылытыуға 985 мең һум аҡса йүнәлтелә.
Читайте нас: