газета "Салауат"
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Май 2020, 14:54

Үҙебеҙҙең ҡулдарҙа

Республикала Таҙалыҡ көндәре дауам итә. Беҙҙең ҡала ла бынан ситтә ҡалғаны юҡ. Уҙған йомала ла предприятие, ойошма хеҙмәткәрҙәре өмәгә дәррәү сыҡты. Был юлы улар Желанный ҡасабаһындағы паркты рәткә килтерҙе.

Дөрөҫөн әйткәндә, был ҡасабала парк булыуын, бәлки, ҡайһы берәүҙәр белеп тә бөтмәйҙер. Ә бит 15 йыл эсендә ул ҡасаба кешеләренең ғәҙәти ял урынына әйләнгән. Әсәйҙәргә бәпестәрен коляскала йөрөтөү өсөн уңайлы юл, спорт менән шөғөлләнеү өсөн майҙансыҡ бар. Әммә хужа ҡулы етмәгәнгә күрә, парк етемһерәп, ташландыҡҡа оҡшап ҡалғандай: шыршының ылыҫтары хатта ағастар аҫтындағы ерҙе ҡаплаған, „Альп тауы“н шәйләрлек тә түгел, турниктар буяу төҫөн онотҡан. Бында йәшәүселәр паркты элекке хәленә ҡайтарыу өсөн социаль селтәрҙәр аша ҡала хакимиәтенә мөрәжәғәт иткән. Уларҙың үтенесе иғтибарһыҙ ҡалмай - ҡала хужалығы идаралығы урынға сығып, хәлдәр торошо менән таныша.
- Бында килгәс, оҫта итеп планлаштырылған бик матур паркка шаһит булдыҡ. Ул уратып алынған, ситтәренә шыршылар ултыртылған, ә уртала - йүкәләр һәм сағандар. Юлдарға сифатлы брусчатка һалынған, тигеҙ асфальт түшәлгән. Ҡояшлы һәм ышыҡ зоналар булдырылған, баскетбол майҙансығы бар. Әммә ағастар ҡуйы булып үҫкән, нимәлер сафтан сыҡҡан, нимәлер ватылған. Паркты элекке хәленә ҡайтарырға хәл ителде. Эштәрҙең тәүге өлөшөн генә башҡарҙыҡ әле: ағас һәм ҡыуаҡтар киҫелде, былтырғы япраҡтар һәм сүп-сар йыйыштырылды. Биләмәне мотлаҡ талпандарҙан, серекәйҙәрҙән һәм башҡа бөжәктәрҙән эшкәртәсәкбеҙ. Эскәмйәләр ҡуйыу, спорт элементтарын буяу күҙаллана, - тип һөйләй ҡала хужалығы идаралығы начальнигы Айҙар Әхмәтйәнов.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бында яҡтылыҡ та, ҡоролмалары ла юҡ. Әммә проблеманы хәл итеү юлы бар - ҡала мөхитен яҡшыртыуға йүнәлтелгән „Берҙәм Рәсәй“ проектына инергә мөмкин. Был баскетбол һәм волейбол майҙансыҡтары өсөн яңы япма алырға, спорт ҡорамалдары ҡуйырға һәм видеокүҙәтеү мәсьәләһен хәл итергә форсат бирә. Шул сағында ҡаланың көнсығыш өлөшөндә яңы, йәмле парк барлыҡҡа килер.
Таҙалыҡ көндәрен быйылғы Зауыҡлы билмәләр йылында уҙғарыу бигерәк тә актуаль. Йәмле, йыйыштырылған парк-урамдарға ҡарап күҙ шатлана бит. Әлбиттә, йыйыштырған урында түгел, ә сүпләмәгән ерҙә таҙа булыуын оноторға ярамай.
„Альп тауҙары“н тәүгеләрҙән булып ҡала хужалығы идаралығының әйҙәүсе белгесе Юлиә Байғужина (фотола) шәйләп ҡалған. Башҡалар уның барлығын да һиҙмәгән хатта. Юлиә уны үҙенең тәрбиәһенә алырға ҡарар иткән.
- Сүп-сарҙан аралағанға тиклем бында ниндәй күренеш булыуын белһә-геҙ! „Тау“ күренмәй ҙә ине. Иғтибар һәм хәстәрлек булһа, был урындың киләсәктә сәскә атасағына ышанам, - ти Юлиә.
Читайте нас: