газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Май 2020, 14:46

„Башҡорт ихаталары“ на старт бирелде

Республикала «Башҡорт ихаталары» программаһы бойомға ашырыла башланы. Беҙҙең ҡалала ла был йәһәттән эштәр тергеҙелде.

«Башҡорт ихаталары» программаһы 2024 йылға тик-лем иҫәпләнгән. Маҡсаты - Баш-ҡортостан биләмәһендәге күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр өсөн уңайлы шарттар булдырыу. Быйыл ҡалала биш ихатаны төҙөкләндереү күҙаллана. Шуларҙың өсәүһендә - Б.Хмельницкий урамының 46-сы, 48-се, 48А, 50-се йорт-тары, Октябрҙең 30 йыллығы урамының 15-се, 15А, 19-сы, 23-сө, 23А йорттары һәм Октябрь урамының 30-сы, 32-се, 34-се, 36-сы, 38-се йорттары алдында эштәр башланған да инде. Уларҙың барышын шәхсән тикшерергә ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов сыҡты.
Техника ер ҡаҙа, иҫке бордюрҙар аҡтарып алынған - әлегә Б.Хмельницкий урамын-дағы ихатала ошондай күренеш. Әммә тиҙҙән бында күҙҙең яуын алырлыҡ төҙөкләндерелгән ихата ҡалҡып сығырға тейеш.
- Проект йортта йәшәүселәр менән алдан уҡ һөйләшеп-килешелде. План буйынса 1 апрелдә үк эшкә тотонорға тейеш инек. Әммә бөтә ер шарындағы эпидемиологик хәл үҙ төҙәтмәләрен индерҙе. Шуға май урталарынан ғына башларға тура килде эштәрҙе. Бында ихата юлдарына асфальт түшәү, өҫтәмә парковка урындары булдырыу, хәүефһеҙ резина япмалы балалар һәм спорт майҙансыҡтары, айырым футбол майҙансығы төҙөү, йәшелләндереү, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар өсөн яңы контейнерҙар урынлаштырыу, бәләкәй архитектура формалары булдырыу күҙаллана. Һауа шарттары яҡшы торғанда, көн һайын эшләйбеҙ. 31 октябргә ихатаны тулыһынса төҙөкләндереп тапшырырға тейешбеҙ. Был биләмәлә төҙөкләндереү хаҡы 10 млн һум тирәһе, - ти подряд ойошма етәксеһе, „Берләшкән төҙө-лөш компанияһы“ йәмғиәте директоры Александр Васильев.
Ҡала хужалығы идаралығы начальнигы Айҙар Әхмәтйәнов әйтеүенсә, „Башҡорт ихата-лары“ программаһына былтыр сентябрҙә үк тотонғандар.
- Тәүҙә халыҡ менән аңлатыу-һөйләшеү эштәре алып барҙыҡ, программа менән таныштырҙыҡ. Һуңынан проект булдырылды. Хәҙер, үҙегеҙ күреүегеҙсә, эштәрҙең ҡыҙған мәле. Хәүеф тыуҙырған ҡарт ағастар киҫелә, һуңынан яңылары ултыртыласаҡ. Йорт-тарҙа йәшәүселәрҙең үтенесе буйынса ике яңы контейнер ҡуйыла. Видеокүҙәтеү ҡо-ролмалары ла була. Һис шикһеҙ, бында матур һәм йәмле ихата барлыҡҡа килер. Әммә, ҙур булмаған проблема бар. Ошо ихаталағы иҫке гараждар бөтә гүзәллекте боҙоп тора. Форсаттан файҙаланып, гараж хужаларына мөрәжәғәт итер инем, уларҙы тәртипкә килтереп, буяп, ағартып ҡуйһындар ине. Эштәр барышын контролдә тотабыҙ. Көн һайын ҡала хужалығы идаралығының ике белгесе мониторинг уҙғара. Етешһеҙлектәр асыҡланһа, саралар ҡабул итәбеҙ. Быйыл ҡалала биш ихата төҙөк-ләндерелә, әммә йорттар һаны бихисап. Ә былтыр, киреһенсә, 12 ихата төҙөкләндерелһә лә, йорттар һаны кәмерәк ине, - ти Айҙар Айрат улы.
Артабан тикшереүсе ор-гандар Еңеүҙең 30 йыллығы урамындағы ихатаға юлланды. Бында ла ошондайыраҡ эштәр башҡарыу күҙаллана: яңы асфальт түшәү, автомобиль ҡуйыу урындарын киңәйтеү һ.б.
Октябрь урамында ла эш ҡайнай.
- Подряд ойошма иҫке бәләкәй архитектура форма-ларын аҡтара башланы, парковка урындары планлаштырыла һәм улар өсөн участкалар асфальтлана. Һуңынан резина япмалы балалар майҙансыҡтары төҙөләсәк һәм башҡа эштәр башҡарыласаҡ, - ти „Торлаҡ-коммуналь заказсы“ның баш инженеры Евгений Ермаков.
Ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов, бөтә билә-мәләрҙе ҡарап сыҡҡандан һуң, үҙ фекерен әйтте.
- „Башҡорт ихаталары“ проектының нисек бойомға ашырылыуын шәхси контролдә тотоуҙы бик кәрәк тип таптым. Һәр ихатала булып, эштәр барышы менән таныштым. Бер аҙ дәғүәләр ҙә бар, улар киләсәктә мотлаҡ бөтөрөлөргә тейеш. Төҙөкләндерелгән, заманса ихаталарҙың һуңла-майынса, ваҡытында тапшы-рылырына ышаныс бар. Артабан да тикшереүгә сығасаҡмын һәм эштәрҙе ҡабул итеүҙә ҡатнашасаҡмын, - тине Игорь Геннадьевич.
Хакимиәт башлығы шулай уҡ бөтә эш барышын квадрокоптерға төшөрөргә тәҡдим итте. Һуңынан QR код буйынса эштәрҙең башынан алып аҙағына тиклем нисек башҡарылыуын ҡарарға мөм-кин буласаҡ.
Проектҡа ошо йорттарҙа йәшәүселәр ҙә бик шат.
Богдан Хмельницкий ура-мындағы 46-сы йортта йәшәүсе Нурлығаян Сатучин өй алдын-дағы ихатаның төҙөкләндере-леүен түҙемһеҙлек менән көтә.
- Был йортҡа ғаилә менән 1982 йылдың алтын көҙөндә күсеп килдек. Беҙҙең йорт алды биләмәләренең яңы-рыу кисермәгәненә байтаҡ инде. 1986 йылда йылытыу торбаларын яңы ысул менән эшләнгәндәренә алмаштыр-ғайнылар, бер ыңғай юлға асфальт һалдылар, шул ғына. Балалар маҙансығында бәүел-сәктәрҙән һәм „тауҙар“ҙан баш-ҡа бер нәмә лә юҡ ине, тиһәң дә була. Балалар сит ихатаға уйнарға йөрөй башланы. Бында заманса балалар майҙансығы булдырыласағын ишетеп бик ҡыуандыҡ. Эштәр ҡыҙыу бара, ремонтлаусыларға уңыштар юлдаш булһын. Ыңғай һөҙөмтәләрҙе күрергә ашҡынабыҙ.
Читайте нас: