газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Май 2020, 14:51

Ҡала сәскәләргә күмелә

Һәр ҡала өсөн уның сәскәләргә күмелеп ултырыуы - матур күренеш. Аллеяларҙа, скверҙарҙа сағыу төҫтәр менән балҡып ултырған сәскәләрҙе күреп нисек күңел шатланмаһын! Салауатта сәскә ултыртыу май башында уҡ башланды һәм әле лә дауам итә.

«Флора» предприятиеһы хеҙмәт-кәрҙәренең «Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәге артындағы аллеяла сәскәләр ултыртҡан мәле. Ойошманың агрономы Гәүһәр Ғәлиәкбәрова һөйләүенсә, улар сәскәләрҙе ултыртыр алдынан ерҙе яҡшы итеп әҙерләгән, түтәлдәрҙе ҡаҙған, ашламалар ҡушҡан, тигеҙләгән. Беҙ башлыса цинерария, бәрхәт, аҡ һәм ҡыҙыл петуниялар ултыртабыҙ, ти Гәүһәр Рәсүл ҡыҙы. Быйыл Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын иҫәпкә алып, түтәлдәрҙе Георгий таҫмалары төҫөндә итеүгә өҫтөнлөк бирелгән. Предприятие үҙенең теплицаларында ла сәскә үҫентеләре ултырта, әммә ул ғына бөтә аллея һәм скверҙарға ултыртыу өсөн етмәй, шуға үҫентеләрҙең башҡа өлөшө һатып алына. Ә инде сәскәләрҙең тап алда һанап кителгән төрҙәренә өҫтөнлөк бирелеүенең сәбәбе - улар һәр ваҡыт сәскә ата һәм һәр төрлө һауа торошона бирешеп бармай.
Муниципаль учреждение ҡара-мағында «Мәңгелек ут», Обелиск һәйкәле тирәһе, Батыр, «Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәге, тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы артындағы, Пушкин урамындағы аллеялар, ҡала мәҙәниәт һәм ял паркы биләмәһе. Быға тиклем «Мәңгелек ут», Батыр аллеяһы, Обелиск һәйкәле яны уларҙың тырышлығы менән сағыу гөлдәргә күмелгән. Быйыл ойошма хеҙмәткәрҙәре ҡала мәҙәниәт һәм ял паркында әлегә тиклем тик газон үләне генә үҫкән түтәлдәрҙе лә эшкәртеп тәүгә сәскәләр ултыртасаҡ. «Флора» барлығы ҡала буйынса 5500 квадрат метрҙан ашыу майҙанда сәскә ултыртырға тейеш. Һуңынан был сәскәләрҙе ҡарау, йәғни йәй буйына утау, һыу һибеү ҙә ошо предприятиеһы өҫтөндә. Сәскәләр ултыртылғандың тәүге аҙналарында һыу йышыраҡ, ә һуңынан һауа температураһы 18-20 градустан эҫерәк булғанда көн һайын, һалҡыныраҡ ваҡытта һирәгерәк һибелә.
Сәскә ултыртыусыларҙың һәр бригадаһында 3-4 кеше эшләй. Был миҙгелле хеҙмәткә кешеләрҙе Мәшғүллек үҙәгенән ебәрәләр. Уларға тәжрибәле агроном эштең бөтә нескәлектәрен өйрәтә. Ҡыҙҙар-егеттәр бик тырыш, яуаплы һәм эшһөйәр, тип маҡтай үҙенең хеҙмәткәрҙәрен Гәүһәр Ғәлиәкбәрова. Уның һүҙҙәренсә, улар май аҙағына тиклем барлыҡ скверҙарҙа һәм аллеяларҙа сәскә ултыртып бөтәсәк.
Читайте нас: