газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Май 2020, 11:51

Тыуған ереңә ҡайтыу бер ҡасан да һуң түгел

“Тыуған ер - яҡын, тыуған ер -алтын” тиеп бик күптәр ғүмер буйына күңелендә тыуған еренә һөйөүен һаҡлай. Йәш көйө ҡала тип ашҡынып сығып киткәндәрҙең, олоғая төшкәс, тыуған ауылына, яҡтарына тартыу хистәре көсәйә. Күптәр оҙаҡ йылдар буйына ҡорған донъяһын, күнегелгән мөхитен ҡалдырып, тыуған ерҙәренә ҡайтып, туғандары, ауылдаштары менән аралашып йәшәй башлай. Эйе, уларҙың күптәре тыныс тормошто үҙ итә. Ә бына олоғайылды инде тип тормай, тыуған ерҙәренән яңы һулыш алғандай, гөрләтеп донъя көтә, ниндәйҙер эшкә лә тотоноусыларҙы күреп һоҡланмай мөмкин түгел. 40 йылға яҡын ғүмерҙәрен Салауат ҡалаһына арнап, хәҙер тыуған яҡтары – Стәрлебаш районының Һарайҫа ауылына ҡайтып, теплицала йәшелсә үҫтереүгә тотонған Гөлсирә һәм Рәхим Кәримовтар күптәргә өлгө булырлыҡ.

1948 йылда төҙөлә башла-ған перспективалы Салауат ҡалаһыреспубликаның ғына түгел, бөтә илдән йәштәрҙе үҙенә йәлеп итә. Ә инде ҡалаға яҡын райондарҙан килеп эшкә урынлашып, ошонда ерегеп йәшәп китеүселәр бөгөн инде иң хөрмәтле һәм лайыҡлы кешеләр. Бына икеһе лә тыумышы менән Һарайҫа ауылынан булған Гөлсирә Вәғиз ҡыҙы менән Рәхим Миңлеғәли улы ла йәшләй Салауатҡа килеп, ошонда уҡып, эшкә урынлашалар һәм донъя көтөп алып китәләр. Гөлсирә Вәғиз ҡыҙы тәүҙә “Салауаттөҙөлөш” ойошмаһында, шунан ВНЗМ-да эшләй. Рәхим Миңлеғәли улы “Минват” заводында, һуңынаншулай уҡ ВНЗМ-да хеҙмәт итә. Ошонда торлаҡлы булып, ике балаға ғүмер биреп, уларҙы тәрбиәләп үҫтерәләр. Дүрт тиҫтәгә яҡын ғүмерҙәре Салауат ҡалаһы менән бәйле булып, намыҫлы хеҙмәттә, имен тормошта үтә. Әммә улар бер ваҡытта ла тыуған ауылдарына юлды өҙмәй, һәр саҡ тыуған йорттарына ҡайтып йөрөй. Гөлсирә Вәғиз ҡыҙының атай йортонда йәшәүсе ағаһы вафат булғас, Кәримовтар йорттоң буш тороуын теләмәй. Ғаилә башлығы Рәхим Миңлеғәли улының да атай йорто йәнәшәлә генә. Ә улдарының теплица төҙөү идеяһы уларҙы тағы ла дәртләндереп ебәрә. Бергәләп кәңәшләшкәндән һуң, ошо хыялды тормошҡа ашырырға тотоналар. Күмәкләгән - яу ҡайтарған, тиҙәр, улар ҙа моратына ирешә.Әлеге ваҡытта Салауат пенсионерҙары Гөлсирә һәм Рәхим Кәримовтар Һарайҫа ауылында үҙ эшен алып бара. Улдары Илгиз менән Илдус та быға тиклем аҡса эшләү өсөн Себер тарафтарына йөрөр булһа, хәҙер улар ҡалала йәшәп, эшләп, ата-әсәләренә ныҡлы терәк һәм таяныс булып тора, һәр ваҡыт ҡайтып ярҙам итешәләр.
- Тыуған ауылыбыҙға ҡайтҡаныбыҙға һис үкенмәй-беҙ, - тиҙәр Кәримовтар. – Матур итеп тормош көтөргә тырышабыҙ. 2015 йылда ҡайтып бәләкәй теплица эшләп ҡыяр ултырта башлағайныҡ, ә былай ныҡлап эшкә тотонғанға өс йыл.
Эште улар әҙҙән, 3,5 сутый ерҙән башлай. Бөгөн иһә ғаиләнең ҡыяр, помидор үҫтергән ере 33 сутый. Шуларҙың 22-һендә ҡыяр, ҡалғанында помидор үҫтерелә. Башта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам гранттарына ғариза биреү ыңғай һөҙөмтә бирмәһә лә, һуңынан ярҙам алыуға ирешәләр. Был аҡсаға улар хужалыҡта бик кәрәкле булған трактор ала, ҡалғанын яңы теплица төҙөү һәм уларҙы йыһазландырыуға тотона.
Әлбиттә, ҡыярҙы күпләп үҫтереү һәм мул уңыш алыу өсөн уның серҙәрен белеү кәрәк. Кәримовтар тәжрибә туплау өсөн Туймазыға йөрөй, өйрәнә. Орлоҡтар, серетмә лә шунан алып ҡайтыла. Ғөмүмән, хәҙер Гөлсирә апай менән Рәхим ағай был кәсептең барлыҡ нескәлектәренә төшө-нөп бөткән. Шулай ҙа йылдың йылы яңы ысулдарҙы өйрә-неүҙән дә баш тартмайҙар.
- Был мәшәҡәтле лә, миҙгелле эштең файҙаһы бармы? – тигән һорауыма:
- Быға тиклем, әлбиттә, килемебеҙ тик сығымдарға, яңы теплица төҙөүгә, уны йыһазландырыуға китеп торҙо. Шулай ҙа файҙаһы бар инде, булмаһа, эшләмәҫ тә инек, - ти йүнселдәр.
Кәримовтар белдереүенсә, үҫтерелгән продукцияны һатыу менән проблемалар юҡ. Быға ҡәҙәр ҡыяр, помидорҙарҙы Салауат ҡалаһы күмәртәләп һатыу базаһына тапшырһалар, быйылдан Стәрлебаш магазиндары хужалары ла уларҙың ҡыярҙарын алыу теләген белдергән. Бынан тыш, яҡын тирәләге ауылдарҙан да иртә яҙҙан, әлегә баҡсаларында өлгөрмәҫ элек, уларҙың хуш еҫле һәм тәмле йәшелсәләрен алыусылар етерлек. Ғөмүмән, ихтыяж ҙур.
Бер яҡтан, үҙҙәренә кәсеп булһа, икенсе яҡтан, ауыл кешеләренә лә эш бирә Кәримовтар. Үҙебеҙ генә был тиклем эшкә өлгөрөп булмай, ярҙамға башҡа кешеләрҙе лә йәлеп итергә тура килә, ти улар. Бөгөн эшһөйәр ғаилә ҡыяр үҫтереү өсөн бөтә шарттар булдырған. Йылылыҡ үткәрелгән, һыу тамсылап һуғарыу ысулы менән һиптерелә. Рассадалар февраль айында уҡ ултыртыла башлай. Мартта улар ергә күсерелә. Апрелдә йәшел-сәләре өлгөрө лә башлай. Быйыл тәүге ҡыярҙарҙы 8 апрелдә өҙә башланыҡ, ти Гөлсирә Вәғиз ҡыҙы.
Башта Кәримовтар ата-әсә йортонда торһа, былтыр улар яңы өй һалып сыҡҡан. Был йорт нигеҙе бәрәкәтле булмаҡсы, сөнки уның хужалары тырыш һәм булдыҡлы, балалары ла ата-әсәһенә оҡшап маҡсатлы. Бына шулай, ауылға, тыуған ереңә ҡайтып төпләнеүгә бер ҡасан да һуң түгел икән.
Читайте нас: