газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Май 2020, 11:47

Эштәрҙе көйләүҙе күҙ уңында тотоп

Әлеге ваҡыттағы коронавирусҡа бәйле хәл йәмғиәт тормошоноң һәр өлкәһендә сағылыш тапты. Бигерәк тә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары эшмәкәрлеге зыян күрмәй ҡалманы. Шулай ҙа Рәсәй Президенты, төбәк етәкселәре был тармаҡҡа ярҙам буласағын вәғәҙә иткәндә, йүнселдәрҙең киләһе көнгә ышанысы нығына.

Яңыраҡ ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов ҡатнашлығында уҙған кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ буйынса координацион совет ултырышында ла был мәсьәлә күтәрелде. Шулай уҡ кәңәш-мәлә ҡаланың эшҡыуарлыҡ өлкәһенә ҡағылышлы башҡа мәсьәләләр ҡаралды.
- Был осрашыу бик кәрәкле һәм мөһим. Ҡала хакимиәте ҡарамағындағы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү буйынса Координацион совет урындағы үҙидаралыҡ органдары һәм бизнес вәкилдәре менән үҙ-ара килешеп эшләүҙе тәьмин итергә тейеш. Советта эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге мәсьәләләр, проблемалар, яңылыҡтар, ҡалала бизнесты үҫтереү, инвестицион мөхитте яҡшыртыу идеялары ҡарала. Мин үҙем өсөн аныҡ билдәләп ҡуйҙым, ҡала үҫешендә ниндәй генә ҡарарҙар ҡабул итергә йыйынмайыҡ, тәү сиратта халыҡтың фекеренә таяныу мөһим. Ҡала хакимиәтендә һәр кесаҙна “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” уҙғарыла һәм мин унда йүнселдәрҙе үҙҙәренең яңы проекттары менән күрергә теләр инем, - тине Игорь Геннадьевич.
Уның урынбаҫары - Финанс идаралыҡ начальнигы Урал Мәғизов бизнес вәкилдәрен коронавирус инфекцияһы таралыуы шарттарында кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ниндәй ярҙам төрҙәре булыуы менән таныштырҙы. Уның билдәләүенсә, ҡала йүнселдәре өсөн социаль селтәрҙәрҙә дөйөм төркөмдәр булдырылған һәм ул мөһим мәғлүәмәттәрҙе еткереү, кәңәшләшеү өсөн бик уңайлы. Ҡала Советының һуңғы ултырышында эшҡыуарҙарҙы аванс, аренда түләүҙәренән азат итеү тураһында ҡарарҙар ҡабул ителгән һәм был ил кимәлендә иғлан ителгән ярҙамға урындағы властарҙың өҫтәмә ярҙамы булып тора. Хакимиәт башлығы Игорь Миронов әлеге хәлдә ҡаҙна килемдәре кәмеүгә ҡарамаҫтан, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү тураһында ҡарарҙар мөһим тип билдәләне.
Ҡулланыусылар баҙары ойошма-ларында санитар-эпидемиологик нормаларҙы үтәү кәрәклеге һәм уларҙы боҙған өсөн ниндәй штрафтар ҡаралыуы хаҡында Иҡтисад, сәнәғәт, инвестициялар, эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа идаралығы начальнигы Елена Абдуллина һөйләне. Хеҙмәткәрҙәрҙең үҙҙәренең дә, уларға килеүсе клиенттарҙың да мотлаҡ битлектә, бирсәткәлә булыуы, дистанция һаҡлау, хеҙмәткәрҙәрҙең тән температураһын үлсәү талап ителә. Елена Радик ҡыҙы нормаларҙы үтәлешен тикшереү буйынса даими рейдтар уҙғарылыуы хаҡында ла иҫкәртте.
Эшҡыуарҙар союзының хеҙмәте, уларҙың урындағы үҙидаралыҡ орган-дары, бизнес-шериф менән үҙ-ара килешеп эшләүе хаҡында берләшмәнең рәйесе Рөстәм Юлтимеров һөйләне. Союз эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре менән ентекле таныштырғандан һуң, артабан да берҙәм хеҙмәттәшлекте киңәйтеү өсөн тырышасаҡтарын һәм ҡала хакимиәте яғынан ярҙам булырына ышаныс белдерҙе.
Шулай уҡ Координацион совет улты-рышында ҡатнашыусыларға оператив бәйләнеш һәм хеҙмәттәшлек өсөн һәр төрлө милек ойошмаларының берҙәм ҡала реестрын булдырыу, ойошмаларҙы “Рәсәйҙәге эш” парталында теркәү тураһында мәғлүмәт еткерелде. Совет конкурс комиссияһының кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына милек ярҙамы күрһәтеү тураһындағы ҡарары өсөн тауыш бирҙе.
Ултырыш һуңында бизнес берләшмәһе вәкилдәре Координацион совет кәңәшмәләрен уҙғарыу, уның артабанғы эшмәкәрлеген көйләү, ҡаланың инвестицион мөхитен яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәр индерҙе.
Читайте нас: