газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Май 2020, 11:43

Битлек паспортҡа тиң була башланы

Хәҙер битлек һәм бирсәт-кәләр иң мөһим, кәрәкле әйберҙәргә әйләнде. Уны хатта граждандың төп документы - паспортҡа тиңләргә лә мөмкин. Битлек-тең юҡлығы паспорттың юҡлығын аңлатҡан кеүек.

Уларҙы һәр кемгә йәмәғәт урындарында кейеү - мотлаҡ талап. 12 майҙан республикала үҙ аллы изоляция тәртибе йомшартылһа ла, битлек кейеү режимы көсәйтелде. Республика башлығы Радий Хәбиров указына ярашлы, төбәктә йәмәғәт транспортында, магазиндарҙа, банктарҙа һәм башҡа йәмәғәт урындарында медицина битлектәре һәм бирсәткәләр кейеү мотлаҡ.
Беҙҙең ҡалала хәлдәр нисек һуң? Супермаркеттарҙың береһенә инәм. Кассала сиратта биш кеше тора. Икәүһе - битлектә, ҡалғандары - юҡ. Һуңғылары һатыусының һаҡланыу сараларын үтәргә ҡушыуын инҡар итте. Ә бит законды үтәмәгән өсөн, тәү сиратта, магазиндарға яуап тоторға тура киләсәк. Был турала үткән аҙнала, 14 майҙа, коронавирус пандемияһына бәйле уҙғарылған кәңәшмәлә лә әйтелде. Унда ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов, ҡала хакимиәтенең финанс идаралығы начальнигы Урал Мәғизов, ҡала хакимиәтенең иҡтисад, сәнәғәт, инвестициялар, эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа идаралығы начальнигы Елена Абдуллина, ҡала прокуроры Евгений Иванов, Роспотребнадзор начальнигы Рәзилә Баһаутдинова ҡатнашты. Осрашыуға шулай уҡ сауҙа объекттары, дарыухана, банк вәкилдәре саҡырылғайны.
Хакимиәт башлығы Игорь Миронов йыйылыусыларҙы юғары әҙерлек режимы тураһындағы Указға индерелгән төҙәтмәләр менән таныштырып уҙҙы. Ул һәр кемдең яуаплылыҡ тойорға тейешлеген билдәләне.
- Үҙегеҙҙең сауҙа үҙәгенә кешеләрҙең бирсәткәһеҙ һәм битлекһеҙ инеүенә юл ҡуйырға тейеш түгелһегеҙ. Был иң етди талаптарҙың береһе булып ҡала. Һаҡланыу саралары булмаған һатып алыусыларҙы хеҙмәтләндереүҙән баш тар-тығыҙ. Бәлки, ингән урында хеҙмәткәрҙәрегеҙҙең берәйһе килеүселәрҙе битлектәре һәм бирсәткәләре булыу-булмауға тикшерер. Мөмкинлегегеҙ бул-һа, уларҙы бушлай таратығыҙ. Ошондай, ә ҡайһы саҡта ҡаты саралар менән генә халыҡты битлектәрҙе мәҙәни кейеп йөрөүгә йәлеп итә аласаҡбыҙ, - тип мөрәжәғәт итте сауҙа объекттары хужаларына Игорь Геннадьевич.
Тағы бер яңылыҡ - Башҡортостанда 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирҙәрҙән яфаланғандар өсөн йәнә изоляция режимы индерелде.Тейешле указға 18 майҙа ҡул ҡуйылды. Республика указы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирҙәрҙән яфаланғандар өсөн изоляция режимын индереү тураһындағы йөкләмәләрен иҫәпкә алып әҙерләнгән.
- Эйе, 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирлеләр өсөн яңынан социаль изоляциялау режимы ҡайтарылды. Унда ике тәҡдим нормаһы бар. Беҙ полиция органдарына рейдтар барышында бындай кешеләрҙе күрһәләр, уларға режимды үтәргә кәңәш бирергә ҡушабыҙ. Указда уларға ҡасан һәм нисек магазинға, табипҡа барыу тураһында аныҡлап яҙыласаҡ. Әгәр ошондай кешеләр араһында эшләгәндәр бар икән, уларға дистанцион эшләүҙе ойошторорға тәҡдим ителә, - тине республика Башлығы Радий Хәбиров.
Ҡаты талаптарҙың береһе булып дистанция һаҡлау ҡала. Йәмәғәт урындарында граждандар араһындағы ара 1,5 - 2 метр булырға тейеш. Барлыҡ хеҙмәтләндереү ойошмаларында сиктәр ҙә билдәләнде. Йәмәғәт урыны тип иҫәпләнгән, әммә был дистанцияны һаҡлау мөмкин булмаған урындарҙа ни эшләргә һуң? Әйтәйек, мәҙәниәт һәм ял паркы, Батыр аллеяһы, „Ағиҙел“ мәҙәни-ял үҙәге артындағы парк. Санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе үтәү шарты менән, парктарға, скверҙарға, балалар майҙансыҡтарына инергә рөх-сәт иттеләр бит. Бассейндар, фитнес-үҙәктәр, музейҙар әлегә ябыҡ килеш ҡала.
Кистәр тирәһе ине. Парктарҙа кешенең күплеге! Әйтерһең бер ниндәй ҙә пандемия юҡ. Кемдер спорт тренажерҙарында шөғөллә-нә, балалар маҙансыҡтарҙа мәж килеп уйнай, бәғзеләре ғаиләләре менән ял итә. Бында нисек дистанцияны һаҡларға һуң? Битлекте лә кемдер кейә, кемдер юҡ. Ҡайһыларылыр уны эйәк аҫтына ғына төшөрөп йөрөй. Ә унан ниндәй файҙа? Бер төшөрөп, бер күтәреүҙән эйәк аҫтында йыйылған микроб-бактериялар һуңынан тын юлдарына эләгә. Кешеләрҙең күпселеге битлекте фәҡәт йәмәғәт урындарында ғына кейергә кәрәк, тип иҫәпләй. Ә бына Роспотребнадзор началь-нигы Рәзилә Баһаутдинова башҡасараҡ фекерҙә.
- Урам да йәмәғәт урыны һанала. Шуның өсөн битлекте магазинда, дарыуханаларҙа ғына түгел, ә урамда ла кейеп йөрөү мотлаҡ. Бергә йәшәгән ғаилә ағзалары менән ҡаланан ситкә сығаһығыҙ икән, әйтәйек тәбиғәт ҡосағына, ул сағында быны эшләү мотлаҡ түгел. Дөйөм тырышлыҡ менән генә вирустың таралыуына кәртә ҡуя аласаҡ-быҙ, - тине Рәзилә Ғәлим ҡыҙы.
Сауҙа объекттары, дарыу-хана, банк структуралары вәкил-дәренең дә һорауҙары күп булды.
- Берәү ҙә кемгәлер штраф һалыуҙы, магазиндарҙы ябыуҙы маҡсат итеп ҡуймай. Кешеләр был сараларҙың дөйөм хәүефһеҙлек өсөн эшләнеүен аңлаһын ине, сөнки беҙ әле коронавируслы донъяла йәшәйбеҙ. Талаптарҙы теүәл үтәү, һаҡланыу сараларын ҡулланыу - ул үҙең һәм яҡындарың, балалар, ололар хаҡында хәстәрлек күреү, - тине йомғаҡлау һүҙендә хакимиәт башлығы Игорь Миронов.
Штрафтарҙың күләме лә апаруҡ:
*граждандар өсөн - 1-3 мең һум, ҡабаттан боҙған осраҡта - 3-5 мең һум;
*вазифалы кешеләр өсөн - 5-15 мең һум, ҡабаттан боҙған осраҡта - 15-30 мең һум;
*юридик берәмектәр өсөн - 50-100 мең һум, ҡабаттан боҙған осраҡта - 100-200 мең һум.
Читайте нас: