Иң тәүҙә тикшереүселәр „Старый город“ магазинына юлланды. Ингән урында квас һатыусы битлектә түгел ине. Дөрөҫөрәге бар, әммә ул уны кеймәгән. Ныҡ уңайһыҙ бит, тын алыу өсөн систем, ти. Эскә үтәбеҙ. Йәшелсә-емеш һатыусы ҡатын ҡапҡылап алыр өсөн битлеген һалған, ә ҡулын йыуғандан һуң бирсәткәһен кейеп өлгөрмәгән. Көнкүреш химияһы, ит продукттары, көндәлек тауарҙар һатылған бүлектәрҙә лә шул уҡ хәл. Барыһында ла һаҡланыу саралары бар, әммә уларҙы теге йәки был сәбәптәр арҡаһында кеймәйҙәр: һатып алыусылар булмағанда бир-сәткәне сисеп торҙом, көнө буйы битлектә йөрөү ҡатмарлы һәм башҡалар. Әлегә уларға иҫкәртеү яһалды, әммә комиссия ағзалары ҡабаттан талаптар боҙолғанда ҙур күләмдә штраф һалынасағы тураһында иҫкәртте.
Артабанғы магазин - „Карсное-Белое“. Күренеп тора, хеҙмәткәрҙәрҙең бары-һында ла битлек, бирсәткәләр бар. Ә бына һатып алыусы талаптарҙы боҙа - битлеге бар, бирсәткәһе юҡ. Магазиндың администраторына „Ни өсөн закон үтәлешен күҙәтмәй-һегеҙ?“ тигән һорау бирелә.
- Айырыуса кеше күп булған ваҡытта барыһын да контролдә тотоп өлгөрөп булмай. Былай ҙа ингән һәр кемгә талаптар тураһында һөйләргә тырышабыҙ. Компания бөтә әйберҙәр менән тәьмин итә. Үҙегеҙ шаһитһығыҙ, һатып алыусылар өсөн бирсәткәләр ҡуйылған, антисептиктар ҙа бар, - тине ул.
Күршеһендә урынлашҡан ит продукттары магазинына дәғүәләр юҡ.
Киләһе тикшереү нөктәһе - „Магнит“ ғаилә гипермаркеты. Шул уҡ хәл ҡабатлана. Киптерелегән емеш-еләк һатыусы ир-уҙамандың бирсәтәһе лә, битлеге лә бар. Әммә уларҙы кеймәгән. „Ни өсөн шулай эшләйһегеҙ?“ тигән һорауға ул: „Көнө буйы битлектә ултыруы бик ауыр, ә бирсәткә менән эшләүе уңайһыҙ“, - тине.
Көнкүреш техникаһын ремонтлаған ерҙә магазин хужаһының да, клиенттарының да һаҡланыу сараһы юҡ. Ул да емеш-еләк һатыусының һүҙҙәрен һөйләй. Ә телефонын ремонтларға килеүсе ғаилә пары, иҫкәртеү яһағандан һуң, машинала бар беҙҙең битлектәр, хәҙер алып киләбеҙ, тип сығып китте.
Административ комиссия шулай уҡ гипермагниттың үҙендә, ювелир салонында, көнкүреш техникаһы мага-зинында, өҫ һәм аяҡ кейемдәре магазинында, пәрҙәләр салонында, тышта шаурма һатҡан киоскта, аккумуляторҙар менән сауҙа итеүсе киоскта закон үтәлешен тикшерҙе. Барыһының да битлеге бар, әммә ул - кеҫәлә, йә булмаһа машинала.
Гипермаркетта бер төркөм йәштәр пакет тултырып әйбер алған, кассала иҫәпләшергә йыйына. Һатыусыға дәғүә юҡ - һаҡланыу сараларының барыһы ла бар. Ә бына ҡыҙ-егеттәр ҡағиҙәне боҙған - бирсәткә лә, битлек тә юҡ. Һатыусының әйткәнен оҡшатманылар, пакеттарҙы бәреп, әр һүҙҙәре ҡалдыра-ҡалдыра сығып киттеләр.
- Беләһегеҙме, беҙгә ниндәй генә кешеләр менән эшләргә тура килмәй. Ҡысҡырып әрләйҙәр, саҡ һуғышмайҙар. Күреп тораһы-ғыҙ, нисек сығып киттеләр бит. Айырыуса кисен йәштәр күп керә магазинға. Берәй һүҙ әйтеп ҡара, - тип әсенеп һөйләй һатыусы.
- Бөгөн сауҙа предприя-тиелары буйынса тикшереү ойошторҙоҡ. Һөҙөмтәләр күрһәтеүенсә, һаҡланыу са-ралары бар, әммә ниңәлер уларҙы файҙаланырға ат-лығып бармайҙар. Әңгә-мәләр үткәрәбеҙ, битлек-бирсәткәләрҙе мотлаҡ кейергә кәрәклекте аңлатабыҙ. Төп бурыс - халыҡҡа закон талаптарын еткереү, яуап-лылыҡ тойорға саҡырыу, - тине административ комиссияның баш белгесе Екатерина Буланкина.
Уның һүҙҙәре буйынса, бындай рейдтар көн һайын уҙа. Сауҙа объекттарынан тыш, йәмәғәт транспорттары буйынса ла рейдтар буласаҡ. Уларҙа водителдәрҙең дә, пассажирҙарҙың да талаптар-ҙы үтәү-үтәмәүе тикшереләсәк.
Законды боҙоусыларҙың барыһына ла административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында протоколдар төҙөлдө. Һаҡланыу саралары була тороп та, уларҙы кеҫәлә йөрөтөүҙән бер мәғәнә лә юҡ. Битлектәрҙең төп тәғәйенләнеше - тын юлдарын вирустар үтеп инеүҙән һаҡлау бит. Шуны иҫтә тотоу мөһим: һаҡланыу саралары булып та, уларҙы ҡулланмаған өсөн яуаплылыҡ тоторға тура киләсәк.