газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Май 2020, 20:01

Онотмабыҙ һеҙҙе, ветерандар!

Күмәк саралар ойошторолоу тыйылһа ла, кешеләр, бөтә һаҡланыу сараларын үтәп, үҙҙәренең кескәй генә „Үлемһеҙ полк“ын ойошторғайны. Улар атай-олатайҙарының фотоһүрәттәрен тотоп сыҡҡан, кемдәрҙер портреттарҙы балкондарҙан һуҙҙы. Һәр кемдә илебеҙ тыныслығы өсөн көрәшкән яугирҙарҙың батырлығы, ҡаһарманлығы өсөн ғорурлыҡ тойғоһо сағыла.

Апалы-һеңлеле Рәйсә Ғүмәрова („Салауатбыяла“ йәмғиәтенең метрологы) һәм Фәриҙә Мөхәмәтдинова (Салауат балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы) олатайҙарының портреттарын тотҡан:
- Атайыбыҙҙың атаһы Мирзасалих Әсләм улы Әсләмов һәм әсәйебеҙҙең атаһы Кәшбетдин Мифта-хетдин улы Исрафилов үҙ теләктәре менән яуға китә. Ижевск ҡалаһында белем алып, күп курстар үткәнгә күрә, Кәшбетдин олатайыбыҙ рус телен яҡшы белгән, ауылда мал табибы булып эшләгән. Яҙыу-һыҙыуҙы белмәгән ауылдаштары йыш ҡына документ-ҡағыҙҙар менән уға мөрәжәғәт итер булған. Тап ул ирекмәндәрҙе йыйып, фронтҡа юлланған. Ҡатынына, йәғни өләсәйебеҙгә, ҡайтып: “Беҙ фронтҡа китәбеҙ!“ тигән. Һуңғы хатында бик ҡаты Сталинград алышына әҙерләнеүҙәре тураһында хәбәр иткән. 1942 йылда уҡ хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында хат килә. Атай-әсәйҙәребеҙ атай төҫөн белмәй үҫте. Атайыбыҙ хәтерләй, уға биш йәштәр самаһы булған. Олатайыбыҙ Мирзасалихты ат арбаһына ултыртып алып киткәндәр. Улы арттарынан „Атай! Атай!“ тип хәле бөткәнсе ҡысҡырып бик оҙаҡ йүгергән. „Мин ҡайтырмын!“ тигән дә бит, әммә был бәхетте күрергә насип итмәгән. Был уларҙың һуңғы күрешеүе булған инде. Икеһенә лә һуғыштан имен-аман ҡайтырға насип булмай. Шуныһы үкенесле, ҡайҙа ерләнгәндәрен дә белмәйбеҙ. Беҙ уларҙы ҡәҙерләп иҫкә алабыҙ, улар менән ғорурланабыҙ.
Әлфиә Миңлеәхмәтова, 1-се лицейҙың китапхана мөдире:
- Ике олатайым да һуғышта ҡатнашты. Тәүгеһе Фәсхетдин Ғатаулла улы Фәйзуллин 1918 йылдың 20 сентябрендә Мәләүез районы Нурдәүләт ауылында тыуа. Бик иртә етем ҡала. 14 йәшендә аҡса эшләргә сығып китә. Тула кондитер фабрикаһында йөк ташыусы булып эшләй. Шунан һуғышҡа алына. Һуғышты башынан аҙағынаса бер яраһыҙ үтеп сыға. Бик күп миҙалдары бар. Ҡайтҡас, өләсәйем Минисара Ниғмәтйән ҡыҙына өйләнә. Дүрт балаға - өс ҡыҙға һәм бер улдарына ғүмер бүләк итәләр. Туғыҙ ейәне һәм һигеҙ бүләһе бар. Олатайым менән өләсәйем ауыр, әммә бәхетле ғүмер кисерҙе. Ауылдаштары араһында ихтирам ҡаҙан-дылар. Беҙ ҙә улар менән сикһеҙ ғорурланабыҙ.
Икенсе олатайым Мөхәмәт Мөхәмәҙи улы Монасипов 1920 йылдың 25 декабрендә Архангел районы Асҡын ауылында донъяға килә. Әсәһе уға алты ай булғанда ғына яҡты донъяларҙан китеп бара. 1940 йылда армияға алына. Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә. Шунан һуғышҡа алына. Аяуһыҙ алыштарҙың береһендә башы ҡаты яралана. Алты ай госпи-талдә ята. Һуңынан ҡабат Совет Армияһы сафына баҫа. Венгрияны, Чехословакияны, Австрияны азат итеүҙә ҡатнаша. Еңеүҙе Германияла ҡаршылай. Тыуған яҡтарына 1945 йылдың декабрендә ҡайта. Өләсәйем Миңлегөл Сабир ҡыҙын осратып, тормош ҡороп ебәрәләр. 50 йылдан ашыу матур ғүмер кисерәләр, һигеҙ бала - дүрт ҡыҙ һәм дүрт ул тәрбиәләп үҫтерәләр. 21 ейәне, 18 бүләһен күрергә насип булды үҙҙәренә. Беҙ уларҙы һәр ваҡыт ҡәҙерләп иҫкә алабыҙ.
Оксана Редькина, 9-сы йорт идаралығының баш инженеры:
- Олатайым Шевцов Василий Федорович 1942 йылда Совет Армияһы сафтарына алына. Амур хәрби флотында хеҙмәт итә. Японияға ҡаршы һуғышта, Амур флотилияһы составында Япония тарафынан ялмап алынған Ҡытай биләмәһен азат итеүҙә ҡатнаша. Һуғышты Ҡытай ҡалаһы Харбинда тамамлай. Һуңынан 1950 йылда тиклем хеҙмәтен дауам итә һәм Башҡортостанға әйләнеп ҡайта. Наградалары бик күп. Ул - беҙҙең һәр саҡ хәтерҙә. Яратабыҙ, һағынабыҙ, онотмайбыҙ!
Читайте нас: