газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Май 2020, 20:00

Күмәкләп йырланыҡ

Беҙҙең ҡала „Ихата менән йырлайбыҙ“ Бөтә Рәсәй акцияһына әүҙем ҡушылды.

9-сы йорт идаралығы коллективы ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге, атап әйткәндә, ҡала китапханалары менән берлектә ихата алдында матур байрам ойошторҙо. Ҡала халҡы өйҙә ултырып та сарала „ҡатнаша“ алды. Улар балкондан Еңеү йырҙарын һуҙҙы.
- Бөгөн шундай матур, ҙур байрам. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле барыбыҙ ҙа үҙ аллы изоляция режимындабыҙ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ өсөн байрам тантанаһы ойошторорға тырыштыҡ. Быға бер нисә көн әҙерләндек. Йорттарҙа йәшәүселәр менән байрам үтәсәге тураһында әңгәмәләр уҙғарҙыҡ. Шуныһы ҡыуыныслы, улар быға бик шат булды һәм әүҙем ҡушылды. Бөтә һаҡланыу сараларын күреп, йорттарҙы шарҙар, плакаттар менән биҙәнек. Ҡыҫҡаһы, байрам кәйефен бирергә тырыштыҡ. Акцияла һәр кем ҡатнаша алды. Теләктәре булғандарҙың барыһы ла балкон-тәҙрәләр аша атай-олатайҙарының портреттарын тотоп, „Еңеү көнө“ йырын башҡарҙы, - тип һөйләй 9-сы йорт идаралығының баш инженеры Оксана Редькина.
- Эпидемияға бәйле, күмәк кеше ҡатнашлығындағы сараларҙы үткәреү тыйылды.Әммә ошондай ябай булмаған шарттарҙа ла ветеран-дарыбыҙға хөрмәт күрһәтеү юлын таптыҡ. Бөйөк байрамды барыһының да билдәләгеһе килә ине. Быны улар өйҙәренән сыҡмаған килеш тә эшләй алды. Күрәһегеҙме, балкондар, тәҙрәләр матур итеп биҙәлгән. Уларҙан Еңеү килтергән ветерандарҙың портреттары балҡып тора. Беҙ ҙә, үҙ сиратыбыҙҙа, сараға байрам төҫө бирергә тырыштыҡ. Яңғыраған йырҙар, шиғырҙар кешеләрҙең кәйефен күтәрҙе. берҙәм, татыу итеп „Еңеү көнө“ йырын йырланыҡ, - тип һөйләне ҡаланың үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Светлана Янгалова.
Кешеләр, ысынлап та, бик әүҙем булды. Теүәл 12-лә күмәкләп „Еңеү көнө“ йырын башҡарҙыҡ. Сараларҙың сикләнгән режимда үткәрелеүе бер аҙ моңһоу булһа ла, быныһынан да һәр кем ҡәнәғәт, шат ҡалды. Был уларҙың илебеҙҙең азатлығы өсөн көрәшкән ветерандар алдында рәхмәт белдереүе ине.
Читайте нас: