газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Май 2020, 19:53

Еңеү яҙы килде еремә

Илебеҙ уҙған аҙна Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләне. Был ваҡытта башҡа ваҡытта оло байрам булыр ине лә бит, тик коронавирус пандемияһы бөтә пландарҙы емереп, үҙ төҙәтмәләрен индерҙе.

Шулай ҙа, тантаналы са-ралар барыбер уҙҙы, тик башҡасараҡ форматта. Ул күмәк кешеләрҙе ҡатнаштырмай ғына ойошторолдо. Иң ҡыҙ-ғанысы һәм моңһоуы шул - сарала төп геройҙарыбыҙ - ветерандарыбыҙ була алманы. Был өлкән йәштәге кешеләрҙе хәүефкә тарытмау маҡсатында шулай эшләнелде.
Саралар иртә таңдан, сәғәт һигеҙҙә үк, „Мәңгелек ут“ мемориаль комплексы янындағы митингтан баш-ланды. Тантанала ҡала хаки-миәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Игорь Миронов, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, ҡаланың хәрби комиссары Фән-дәлиф Ниғмәтдинов, Салауат эске эштәр бүлеге началь-нигы Илмир Фәхретдинов ҡатнашты. Улар Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын, тыл хеҙмәтсәндәрен һәм ҡала халҡын, ҡунаҡтарын ҡотланы.
Игорь Миронов, ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы:
- Хөрмәтле ветерандар, тыл хеҙмәтсәндәре, ҡала халҡы! Һеҙҙең барығыҙҙы ла Бөйөк Еңеү байрамы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайым. 9 май - иң оло һәм изге көн. Ул тыуған еребеҙгә еңеү килтергәндәрҙең хәрби даны һәм илһөйәрлек, фронт батырлығы һәм хеҙмәт ҡаһарманлығы, ҡаҡшамаҫ тотороҡлоҡ байрамы. Йылдар үтер, әммә Ватаныбыҙ өсөн йәнен аямаған герой-һалдаттарҙың исеме хәтеребеҙҙә мәңге һаҡланыр. Шуға ла беҙҙең өсөн унан да ҡәҙерлерәк дата юҡ. Алдығыҙҙа баш эйәбеҙ, хөрмәтле ветерандар! Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, аяҙ күк йөҙө теләйем.
Зариф Байғусҡаров, РФ Дәүләт Думаһы депутаты:
- Ҡәҙерле Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре, салауаттар! Бар йөрәктән бөгөнгө матур байрам менән ихлас ҡотлайым. Беҙҙең илдә һуғыш ҡағыл-маған бер генә ғаилә лә юҡтыр. Кемдеңдер атаһы, олатаһы, ағаһы тыуған илебеҙҙе яҡлап яу яланында ятып ҡалған. Башҡортостандың да, башҡа бөтә төбәктәрҙеке кеүек үк, Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшө ҙур. Фронттағы һәр өсөнсө танк, һәр өсөнсө снаряд республикабыҙҙа етеште-релгән металдан яһалған. Һәр өсөнсө самолетҡа йәки танкка беҙҙәге бензин йәки дизель яғыулығы һалынған. Башҡортостандан фронҡа 710 мең яугир саҡырылған, уларҙың яртыһына тыуған яҡтарына иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға насип булмаған. Улар илдәге тыныс тормош өсөн баштарын һалған. Беҙҙең 278 Советтар Союзы Геройы бар, уның 78-е 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһынан. Беҙ бының менән бик ғорурланабыҙ. Күптән түгел ҡыуаныслы ваҡиғаға шаһит булдыҡ - легендар генерал, 112-се башҡорт атлылары дивизияһы командиры Миң-леғәле Шайморатовҡа Рәсәй геройы исеме бирелде. Тарихи ғәҙеллек тергеҙелде. Имен тыныслыҡ өсөн көрәшкән яугиҙарҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Уларҙың сафы көндән-көн һирәгәйә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәрхүм ветерандарыбыҙҙың ташландыҡ ҡәберлектәре лә күп, туғандарының барыһы ла уларҙы тейешенсә тәрбиәләмәй. Беҙҙең бурыс - уларҙы шефлыҡҡа алыу, ҡарау. Ветерандар иҫән саҡ-та, һуңынан балаларыбыҙға, ейәндәребеҙгә еткерер өсөн, уларҙың һөйләгәндәрен яҙ-ҙырып, тыңлап ҡалырға кәрәк. Барығыҙға ла именлек, һаулыҡ теләйем.
Фәндәлиф Ниғмәтдинов, ҡала хәрби комиссары:
- Бөгөнгө Бөйөк байрам уңайынан ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ. Оҙаҡ көтөп алынған Еңеү ҙур юғалтыуҙар менән яуланды. Шуға күрә еңеүҙе күҙ йәштәре аша яуланған Еңеү тип әйтәбеҙ. Был көндө беҙ илебеҙ азат-лығы һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн йәнен аямай көрәшкән батырҙарыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алабыҙ. Бик йәл, ветерандар сафы көндән-көн һирәгәйә. Шуға күрә уларға мөмкин тиклем күберәк ихтирам күрһәтеп ҡалырға тейешбеҙ. Барығыҙға ла атай-олатайҙарыбыҙ тарафынан яулап алынған аяҙ күк йөҙө теләйем.
Йыйылыусылар „Мәңгелек ут“ҡа сәскәләр һалды, бер минут тынлыҡ менән Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булыу-сыларҙы иҫкә алды. Шулай уҡ яугир-интернационалистар иҫтәле-генә асылған һөйкәлгә лә сәскәләр һалынды.
Читайте нас: