газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Май 2020, 20:04

Бер-беребеҙҙең ҡәҙерен беләйек

Был байрам 1993 йылдан алып билдәләнә. Берләшкән милләттәр ойошмаһы байрамды йәмәғәтселек иғтибарын ғаилә проблемаларына йүнәлтеү маҡсатында булдырған. Йәмғиәттең нигеҙе булған ғаилә кешелек ҡиммәттәрен, мәҙәниәтте, тарихты һаҡлап ҡалыуҙа ҙур роль уйнай, тотороҡлоҡ һәм үҫеш күрһәткесе булып тора.

Ошо байрам көнөндә башҡаларға үрнәк булырҙай ғаиләләр менән танышты-рырға күнеккәнбеҙ. Бөгөнгө геройҙарыбыҙ - Лилиә һәм Вафир Асҡаровтар.
Тыумышы менән Миәкә районынан булған ҡыҙ ауылындағы 9-сы класты тамамлағас, Салауат ҡала-һындағы педагогия коллед-жына уҡырға инә. Беренсе курста уҡығанда, Яңы йыл кисәһендә, ошо уҡ уҡыу йортоноң дүртенсе курс егете, Стәрлебаш батыры Вафир Аскаров менән танышалар.
- Коридорҙа китеп бара инем. Вафир ҡулымдан тотоп алды ла: „Минең менән дуҫлашырға ризаһыңмы?“ - тине. Күрәһең, күҙәтеп йөрөгән. Шул танышыуҙан һуң айырылышманыҡ та инде, тиһәң дә була. Уҡып бөткәс, ул әрме сафына алынды. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, Салауат ҡалаһында эшкә урынлашты. Мин уҡып бөтөүгә Вафир тәҡдим яһаны һәм ата-әсәйҙәребеҙҙән фатиха алып гөрләтеп туй үткәрҙек. Иңгә-иң терәшеп ғүмер итеүебеҙгә 21 йыл да булып китте, - ти Лилиә Рәшит ҡыҙы.
Асҡаровтар өс балаға ғүмер биргән. Улдары Вилдан Ҡазан университетында белем ала, уртансылары Динара 25-се башҡорт гимназияһының 10-сы класын тамамлай, ә төпсөктәре Риана 53-сө балалар баҡсаһына йөрөй. Барыһы ла башҡорт телендә саф, матур һөйләшә.
Татыу Асҡаровтар ғаи-ләһендә бер-береңде ихтирам, хөрмәт итеү тойғолары асыҡ һиҙелә.
- Ғаилә ул - мөхәббәт, тоғролоҡ, ғаилә ағзаларының бер-береһенә яҡшы, ихти-рамлы мөнәсәбәте, үҙ-ара татыулыҡ, балаларҙың ата-әсәһенә ҡарата изгелекле мөғәләмәһе. Тоҡандырған ғаилә усағын һүндермәйенсә, уны гел дөрләтеп тороу өсөн сабыр, түҙемле булырға, ғаилә ҡиммәттәрен, мөхәббәтте һаҡларға кәрәк. Иптәшемдән уңдым, үҙе тырыш, ныҡышмал, әйткән һүҙендә тора, - ти хәстәрлекле ҡатын, һөйөклө әсә.
- Тормош гел бер төрлө генә, ыңғай бармай шул. Ауырлыҡтары ла, ҡатмарлыҡтары ла килеп сыға. Уларҙы еңеп сығыу өсөн береңә - ут, икенсеңә һыу булырға кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, боронғоларҙың „Һөйгәнең менән ҡыуышта ла ожмах“ тип әйткән осоро үткән инде. Хәҙерге йәштәр ҡыуышка ғына риза түгел, уларға минутында уҡ кәмендә ике ҡатлы, бассейнлы, сауналы һәм гаражлы „ҡыуыш“ әҙер булырға тейеш. Тырышып, бергә көс түгеп йыйған донъя ҡәҙерлерәк була. Һөйөүһеҙ тормоштоң мәғәнәһе юҡлығын да аңларға кәрәк. Лилиәм менән бәхетлемен, үҙе наҙлы, уңған, оҫта ҡуллы, ғаилә усағын һүрелдермәй һаҡлап тороусы ла, - тип үҙ фекерҙәрен еткерҙе ғаилә башлығы Вафир Сынтимер улы.
Лилия Рәшит ҡыҙы 53-сө башҡорт балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй, буш ваҡыттарында бешеренергә, бәйләм бәйләргә ярата, Вафир 18 йыл полицияла хеҙмәт итеп отставкаға сыҡҡан, һаҡлыҡ банкыһында өлкән инкассатор булып эшләй.
Был донъяла бергә йәшәү - бүләк, бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белергә кәрәк. Ғүмер бер генә бирелә. Һәр кем үҙенә йөкмәтелгән бурысты иренмәй, еренә еткереп, намыҫ менән үтәп, иманлы, ғилемле, рухлы балалар үҫтерһә, шул була ла инде имен ғаилә, ти Асҡаровтар ғаиләһе.
Читайте нас: