Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Май 2020, 19:44

Батырҙар даны - мәңгелек!

9 Май бөйөк ҡаһарманлыҡ һәм ватансылыҡ, ҙур ҡайғы һәм һуғыш ҡорбандарын иҫкә алыу, бөтә донъяны фашизмдан ҡотҡарған яугирҙарыбыҙ батырлыҡтары өсөн оло шатлыҡ һәм ғорурлыҡ символына әүерелеп кешеләр күңелендә мәңге һаҡланыр.1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында илебеҙ азатлығы өсөн күпме кеше үҙ-үҙен аямай башын һала, тыуған ерҙәренә әйләнеп ҡайта алмай, яу яланында ятып ҡала. Бөйөк Еңеү көнөн күреп, һуңынан илебеҙҙе тергеҙеүгә күп көсөн һалып йәшәгән ветерандар ҙа хәҙер бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалып бара. Әммә беҙҙең илебеҙ, халыҡ яугирҙарҙың ҡаһарманлығын бер ваҡытта ла онотмай.

Салауат ҡалаһында Еңеү көнөнә арналған саралар, йола буйынса, 8 майҙа уҡ башланып китә. Быйыл улар күп кеше йәлеп ителмәй генә, әммә әһәмиәтле шарттарҙа үтте. Иң тәүҙә “Юрматы ере” мемориаль комплексында митинг уҙҙы. Һуңынан ҡалабыҙ Геройҙары ҡәберҙәренә һәм Муса ҡасабаһындағы стелаға сәскәләр һалынды. Унда ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Игорь Миронов, уның урынбаҫары Нил Ғабрахманов, ҡаланың хәрби комиссары Фәндәлиф Ниғмәтдинов, ветерандар советы рәйесе Гүзәл Хөснуллина ҡатнашты.
- 9 май - беҙҙең ил өсөн изге дата, хәрби дан, ҡаһарманлыҡ, намыҫ һәм илһөйәрлек байрамы. Быйыл беҙ Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләйбеҙ һәм йола буйынса байрам саралары ошо мемориаль комплексынан башлана. Был яҡташтарыбыҙҙың батырлыҡтары өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисереү, уларҙы иҫкә алыу урыны булып тора. Беҙ бөгөн уларҙың яҡты иҫтәлеге алдында баш эйәбеҙ, ветерандарға рәхмәт белдерәбеҙ, - тигән һүҙҙәр менән асты тантананы ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Игорь Миронов.
«Юрматы ере» мемориаль комплексында күсерелгән ете ауылдан китеп яу яланында һәләк булғандар иҫтәлегенә тип йылдар дауамында ултыртылған ағастар хәҙер инде шаулап үҫеп ултыра. Тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Руслан Сафиканов белдереүенсә, быйыл яугирҙарҙың исемлеге бирелгән стелала яҙыуҙар яңыртылған, уның территорияһын тәртиптә тотоу өсөн барыһы ла эшләнә.
- «Юрматы ере» мемориаль комплексы беҙҙең яҡташтар, комбинат төҙөлөү сәбәпле күсерелгән ете ауыл халҡының мөрәжәғәте буйынса төҙөлдө. Хәҙер 20 йыл буйына ошо ерҙә осрашыуҙар уҙғарабыҙ. Беҙҙең күп милләтле «Аллағыуат» йәмәғәт ойошмаһы өсөн Еңеү көнө - иң мөһим байрамдарҙың береһе. Ғәҙәттә, Бөйөк Еңеү көнө уңайынан байрамға күп халыҡ йыйыла торғайны, быйыл коронавирус арҡаһында килә алманылар. Шулай ҙа беҙ һуңынан иҫтәлекле датаны байрам итәсәкбеҙ, - тине ойошма етәксеһе Фәнит Ханмырҙин һәм ерҙәштәрен байрам менән ҡотланы.
Яу яланында ятып ҡалғандар бер минут тынлыҡ менән иҫкә алынғандан һуң, Советтар Союзы Геройы Хәсән Әхтәмовтың һәм мемориаль комплекс стелаһына сәскәләр һалынды.
Артабан мәртәбәле дtлегация Василий Бекетов һәм Владимир Трубановтың ҡәберҙәренә барҙы, уларҙы иҫкә алды, сәскәләр һалды. Геройҙарҙың батырлыҡтары хаҡында ҡаланың хәрби комиссары Фәндәлиф Ниғмәтдинов һәм “Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһының етәксеһе Миҙхәт Заһитбаев һөйләне. Алексей Сухоруковтың ҡәберенә сәскәләр һалғанда, уның ҡаһарманлығы һәм тормошо хаҡында ветерандар советы етәксеһе Гүзәл Хөснуллина бәйән итте. Ҡала ветерандарына, тыл хеҙмәтсәндәренә һәр ваҡыт хөрмәт күрһәтергә, вафат булғандарын иҫкә алырға тырышабыҙ һәм был эштә беҙгә ҡала хакимиәте ярҙам итеүенә рәхмәт, тине ул.
Һуңынан Муса ҡасабаһында ҡуйылған стела янында булып яугирҙәр иҫкә алынды.
- Был Еңеү көнө иң көтөп алған байрамдарыбыҙҙың береһе. Һәр ғаиләлә һуғышта ҡатнашҡан кеше бар. Минең олатайҙарым да яу юлын үткән. Беҙ улар хаҡындағы иҫтәлектәрҙе күңел түрендә һәм уларҙың батырлығын сағылдырған миҙал-орден-дарҙы өй түрендә ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ. 9 май көнөндә, матур йола буйынса, ғаиләбеҙ менән уларҙы иҫкә алабыҙ. Һәр ғаилә өсөн был көн мөһимдер. Беҙ һәр ваҡыт яугирҙарҙың изге эшен, батырлығын хәтерләргә, йәш быуынға еткерергә, азатлыҡ, тыныслыҡ, ғүмер бүләк иткәндәре өсөн мәңге рәхмәтле булырға тейеш, - тип йомғаҡланы 8 май сараларын Игорь Геннадьевич.
Читайте нас: