газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Май 2020, 19:58

Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры

Беҙҙең олатайыбыҙ Миңлеғол Ишемғол улы Бирҙеғолов Бөйөк Ватан һуғышын данлы 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы менән үткән. Был дивизия тураһында элек мәғлүмәт бик аҙ булды, хәҙер документтарҙан белеүебеҙсә, был Бөйөк Ватан һуғышында 78 Советтар Союзы геройын биргән берҙән-бер дивизия, уның үткән данлы юлы тураһында хәҙер архив документтарынан сикһеҙ ғорурлыҡ менән танышабыҙ.

1922 йылғы олатайыбыҙ сығышы менән элекке Маҡар, хәҙерге Ишембай районының Әхмәр ауылынан. Күрше ауылдан шағир Яҡуп Ҡолмой менән Маҡар мәктәбен тамамлаған.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, хәрби кавалерия училищеһын тамамлап, 20 йәшлек офицер Сталинград янындағы иң ҡаты, иң яуаплы бәрелештәр барған ваҡытта 112-се башҡорт кавалерия дивизияһында һуғыша һәм илбаҫарҙарҙы Берлинға тиклем ҡыуа.
Йәш булыуына ҡарамаҫтан, үҙенән оло һалдаттарҙы етәкләй, взвод командиры итеп үрләтелә. Уның менән бергә яу яланында ауылдаштары һәм күрше ауыл кешеләре лә була. Яуҙаштары олатайыбыҙҙы гел маҡтап һәм ғорурланып телгә алған.
Нәҫелебеҙ менән ғорурланабыҙ. Олатайыбыҙ - ауылда иң күп миҙал, орден менән һуғыштан әйләнеп ҡайтыусы фронтовик. Шул иҫәптә: “Ҡыҙыл йондоҙ” ордены, “Батырлыҡ өсөн”, “Берлинды алған өсөн”, немец илбаҫарҙарынан ҡотҡарылған ҡалалар өсөн һәм башҡа бихисап миҙалдары бар. Награда һәм документтар әле лә ғаиләбеҙҙә ҡәҙерле ҡомартҡы итеп һаҡлана.
Ҡаты һуғыш барғанда олатайыбыҙ үҙенә һүҙ бирә: әгәр иҫән ҡайта алһам, Еңеү көнөндә өйләнәм тип. Һуғыштан имен-һау ҡайтҡас, 1946 йылдың 9 майында йәш уҡытыусы Сара Ҡәйүм ҡыҙы Ғәзизоваға өйләнә. Байрам көнөндә ауыл советы сәркәтибе эш урынын асмайым тиһә лә, мин һүҙ бирҙем һәм үтәйем тип олатайыбыҙ уны һөйрәп тигәндәй алып барған. Уларҙың никах документы 09.05.1946 й. теркәлгән.
Олатайыбыҙ Өфөгә бер нисә тапҡыр генерал Таһир Кусимовтың дачаһына барып йөрөгән.
112-се башҡорт кавалерия дивизияһының ҡаһарман генералы Миңлеғәле Шайморатовҡа Советтар Союзы геройы исеме бирел-мәүенә бик ҡайғырып һөйләгән ауылдаштарына. Быйыл данлыҡлы башҡорт генералына Рәсәй геройы исеме бирелде,олатайыбыҙ ғына был көндәрҙе күрмәне...
Ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләре.
Читайте нас: