газета "Салауат"
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Май 2020, 19:47

Аҡ халатлы фәрештәләр

Табиптарҙы юҡҡа ғына аҡ халатлы фәрештәләргә тиңләмәйҙәр. Улар ғүмерҙәрен иң изге һөнәр – кеше һаулығын хәстәрләүгә арнаған кешеләр. Һәм, әлбиттә, үҙ адрестарына рәхмәт һүҙҙәре ишетеү уларға артабан да дәртләнеп, кешене аяҡҡа баҫтырыу өсөн тырышып эшләргә көс бирә.

Ҡалабыҙҙың “Әннәби” йәмиғ мәсетендә ҡалабыҙ дауаханаларында үҙ бурыста-рын намыҫ менән башҡарып йөрөүсе медицина хеҙмәткәр-ҙәрен ҡотлау тантанаһы үтте.
- Бөгөн шәфҡәт туташтары көнө. Ошо байрам менән барығыҙҙы ла ҡотлайым, - тине Үҙәк Диниә назараты мөфтөйө ярҙамсыһы Рәмил хәҙрәт Насиров. – Аҡ халатлылар тышҡы ҡиәфәте менән генә түгел, күңеле менән дә таҙа кешеләр, улар изге бурыс үтәй. Бөгөн беҙҙең мөрәжәғәт буйынса РФ Дәүләт Думаһы депутаты Г.З.Омаров исеменән лайыҡлыларға Рәхмәт хаттары һәм бүләктәр тапшырыла. Юғары вазифалы кешеләрҙең беҙҙең ҡалаға иғтибар бүлеүе ҙур ихтирамға лайыҡ.
- Әлеге ваҡытта ил өсөн еңел булмаған осорҙа врачтар иңенә яуаплы бурыс ята. Ошо ваҡытта беҙ табиптарҙың хеҙмәте ни тиклем мөһим икәнен аңлайбыҙ. Кеше донъяға килгәндә үк уны аҡ халатлылар ҡаршы ала һәм кешенең иң ауыр мәлдәрендә лә улар ярҙамға килә. Шуға күрә һеҙҙең эшегеҙҙе баһалап, дәртләндереү сараларын күрге килә, - тине РФ Дәүләт Думаһы депутаты Гаджимурад Омаровтың Башҡортостандағы ярҙамсылары И.Хәйбуллин һәм А.Әхтәмов.
Был көндө ҡала дауахана-һының хирургия бүлеге мөдире, юғары категориялы табип Фатих Байбулатов, “Мустафша” ислам медицина үҙәге табибы, хижам һәм һөлөк һалыу буйынса белгес Рәйсә Усманова, ҡала дауаханаһы хирургия бүлегенең шәфҡәт туташы Эльза Сәйетова, палата шәфҡәт туташы Айгөл Хәлиуллина һәм ашығыс медицина ярҙамы станцияһы-ның автомобилдәрҙең техник торошо контролеры Руслан Ғәбитов ҡотланды. “Юғары профессионализмығыҙ, һәр пациентҡа иғтибарлы, йылы мөнәсәбәтегеҙ һәм үҙ эшегеҙгә яуаплы ҡарауығыҙ өсөн ихлас йөрәктән рәхмәт белдерәм”, тиелә Дәүләт Думаһы депутаты Г.З.Омаровтың Рәхмәт хатында. Уға ҡушып иҫтәлекле бүләктәр ҙә тапшырылды.
Читайте нас: