газета "Салауат"
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Май 2020, 19:55

9 майға – 9 шыршы

9 майҙа Бөйөк Еңеү көнө билдәләнгән көндө “Әннәби” йәмиғ мәсете алдында 9 шыршы ултыртылды. Был бер яҡтан “Йәшел Башҡортостан” акцияһына ҡушылыу булһа, икенсенән, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналды. Был сарала ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Игорь Миронов, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назаратының юғары мөфтөйөнең ярҙамсыһы Рәмил хәҙрәт Насиров ҡатнашты.

Шыршыларҙың мәсеткә ингән ерҙә ултыртылыуы шуныһы менән дә әһәмиәтле, һәр ағас янына гранит мемориаль таҡтаташтар ҡуйыласаҡ. Унда мәсетте төҙөү менән шөғөлләнеүселәр, имам-хатибтар, мәсеттең тарихы тураһында мәғлүмәттәр яҙылып ҡуйыласаҡ.
- Беҙҙең хыялыбыҙ тормошҡа ашты, беҙ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына 9 шыршы ултырттыҡ, - тип шатлығы менән бүлешә Рәмил хәҙрәт Насиров. – Уларҙың һәр береһенең янына гранит таҡтаташтар ҡуйыласаҡ. Күптәр мәсеттең ҡасан төҙөлә башлауын белмәй. Ә был хәл бынан 33 йыл элек, 1987 йылда, булды. Беҙ киләсәк быуынға мәсет тарихы, уға хеҙмәт иткән кешеләр хаҡында еткергебеҙ килә.
Игорь Геннадьевич ағас ултыртыу йолаһын хуплауын белдерҙе һәм салауаттарҙы ҡаланы йәшелләндереү акцияларында ҡатнашырға саҡырҙы.
- Беҙ ағас ултыртыу эштәрен дауам итәбеҙ. Мин салауаттарҙы был матур акцияға ҡушылырға һәм үҙҙәренең баҡса участкаларында, дачаларында, коттедж һәм подъезд алдарында ағас ултыртырға саҡырам, - тине ҡала етәксеһе.
Читайте нас: