газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Май 2020, 12:13

Яугирҙәрҙең батырлығы үлемһеҙ

Ғафури районы Еҙем-Ҡаран ауылындағы Сәлиховтар ғәиләһенән Бөйөк Ватан һуғышына биш ир-егет алына. Уларҙың дүртәүһе: Мәхмүт, Мансур, Рифкәт, Мәғәфүр ағайҙар һуғыштан тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһа, Әсҡәт ағай яу яланында һәләк була.Мәхмүт Сәлихов 1905 йылда тыуған, рядовой, һуғыштың аҙағынаса батырҙарса көрәшеп, 1945 йылда тыуған ауылына ҡайта.

Ғафури районы Еҙем-Ҡаран ауылындағы Сәлиховтар ғәиләһенән Бөйөк Ватан һуғышына биш ир-егет алына. Уларҙың дүртәүһе: Мәхмүт, Мансур, Рифкәт, Мәғәфүр ағайҙар һуғыштан тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһа, Әсҡәт ағай яу яланында һәләк була.Мәхмүт Сәлихов 1905 йылда тыуған, рядовой, һуғыштың аҙағынаса батырҙарса көрәшеп, 1945 йылда тыуған ауылына ҡайта.
Олатайым Мансур Сәлихов 1926 йылдың 25 декабрендә Ғафури районы Еҙем-Ҡаран ауылында донъяға килә. Һуғыш башланғанға тиклем ул ауыл мәктәбендә белем ала. 17 йәшендә генә фронтҡа китә. Ул 48-се гвардия полкы составында 13-сө Украин дивизияһында хеҙмәт итә. Һуғыш бөткәнгә тиклем немец илбаҫарҙарынан илебеҙҙе азат итеү өсөн башҡа яугирҙәр менән ал-ял белмәй алыша. Ике тапҡыр ҡаты яралана. Һуғыштан инвалид булып ҡайта. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн старшина Сәлихов “Ҡыҙыл йондоҙ” ордены, “Ҡаһарманлыҡ өсөн”, “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн”, “Германияны еңгән өсөн” миҙалдары менән бүләкләнә.
Олатайым ҡәһәрле һуғышты ла үткән, унан һуң да әле, тыныс ваҡытта, Тыуған ил алдындағы бурысын үтәүен дауам иткән. Ул 1985 йылға тиклем Мәжит Ғафури исемендәге колхозда ветеринар булып тырышып эшләне. 1950-се йылда өләсәйем Мәрүә Сәғитова менән матур тормош ҡороп ебәрәләр, биш балаға - дүрт ҡыҙға һәм бер улдарына ғүмер бүләк итәләр. Берҙән-бер улдары иһә - минең атайым.
Ҡәҙерле кешебеҙ арабыҙҙан 1999 йылда китеп барҙы. Йыш ҡына уның һуғыш тураһындағы хәтирәләрен, һөйләгәндәрен иҫкә төшөрәм. Ундай ваҡыттарҙа ҡәҙерлебеҙҙең күҙҙәре һәр ваҡыт йәшләнер ине. Йортобоҙҙа һуғыш йылдарындағы фотоһүрәттәрен ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ. Беҙ, уның ейән-ейәнсәрҙәре, олатайыбыҙ менән бик ғорурланабыҙ. Яныбыҙҙа булмаһа ла, уның тураһындағы яҡты иҫтәлек йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр. Йыл һайын 9 майҙа - Еңеү көнөндә ветерандарыбыҙға хөрмәт күрһәтәбеҙ. Йәш быуынға имен тормош, бәхетле киләсәк бүләк иткәндәре өсөн алдарында баш эйәбеҙ. Фашизм менән көрәшкән яугирҙәрҙең батырлығы үлемһеҙ.
Светлана МУСИНА.
Читайте нас: