Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Май 2020, 12:11

Тынғыһыҙ ветеран

Минең ғаиләмде лә урап үтмәгән һуғыш. Бына минең алдымда ғаилә альбомы ята.

Минең ғаиләмде лә урап үтмәгән һуғыш. Бына минең алдымда ғаилә альбомы ята.
Фотола 18 йәше лә тулмаған атайым Рахманғолов Хайбрахман Абдрахман улы. Ғәзизем өс йәшендә әсәһенән, ун бер йәшендә атаһынан тороп ҡалғас, Красноусол балалар йортонда тәрбиәләнә. Балалар йортонан һуң Силәбе тракторсылар әҙерләү училищеһында уҡый.
1944 йылдың ғинуар айында, үҙенә бер йәш өҫтәп, һуғышҡа китә. Һуғышта ул пулеметсы була, фашистарға ҡаршы аяуһыҙ көрәшә. 1945 йылдың ғинуар айында Польшаның Кульм ҡалаһын азат итеүҙә батырҙарса һуғышып, пулеметынан гитлер взводын тар-мар итә. Үҙе яралана. Был ҡыйыулығы өсөн уға «Батырлыҡ өсөн» миҙалы бирелә. Совет ғәскәрҙәре менән Германияға тиклем барып етә. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн бик күп орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә.
Бөйөк Еңеүҙән һуң Германияла тағы ла дүрт йыл Совет армияһында хеҙмәт итә. Тик 1949 йылда ғына Башҡортостанға ҡайтырға насип була уға. Тик тыуған ауылы Дәүләтҡолда уны көтөүсе кешеһе булмағас, ул Мәләүез районы, Йомаҡ ауылында уҡытып йөрөгән Ғәфүрә апаһына юллана. Йомаҡта ул тормош иптәше Тимербикәне, минең әсәйемде осратып, ғаилә ҡора. Оҙаҡ йылдар атайым менән әсәйем колхозда намыҫлы эшләп, хаҡлы ялда сығалар. Эш дәүерендә атайым күп тапҡырҙар ауыл советына депутат итеп һайланды. Тик тынғыһыҙ атайым, ауылдың аҡһаҡалы, хаҡлы ялға сыҡҡас та, староста эштәрен алып барҙы. Ауылыбыҙға газ индереү өсөн бик күп тырышлыҡ күрһәтте.
Атайымдың, һуғыш тураһында, үҙе менән бергә үткән һуғыш яландарында ятып ҡалған дуҫтарын иҫкә алып һөйләгәндә күңеле йомшарып, күҙҙәре йәшләнер ине.
Бөйөк Еңеүҙә уның да өлөшө бар икәнлеген белеп, беҙ уның балалары, ейән-ейәнсәрҙәре уны тик яҡшы һүҙҙәр менән иҫкә алабыҙ, ғорурланабыҙ!
Роза Бураҡанова,
53-сө балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Читайте нас: