газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Май 2020, 12:14

Ил онотмай һеҙҙе, ил хәтерле, Мәңгелек дан һеҙгә, батырҙар!

Бөгөнгө матур тормошто, тыныслыҡты яулап алыуҙа минең олатайымдың да һүнмәҫ даны бар. Ҡаты һынауҙарҙа сынығып, әсе ил яҙмышын үҙ иңендә татыған Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мотаһар Хәйеров тураһында булыр хәтерләүҙәрем. Еңеүгә ҙур өлөш индергән яугирҙәрҙең береһе ул.

Бөгөнгө матур тормошто, тыныслыҡты яулап алыуҙа минең олатайымдың да һүнмәҫ даны бар. Ҡаты һынауҙарҙа сынығып, әсе ил яҙмышын үҙ иңендә татыған Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мотаһар Хәйеров тураһында булыр хәтерләүҙәрем. Еңеүгә ҙур өлөш индергән яугирҙәрҙең береһе ул.
Мотаһар Йәнтүрә улы 1916 йылда хәҙерге Мәләүез районының Үрге Юлдаш ауылында тыуған. Башҡорт, КПСС ағзаһы, 7 класс белеме булған.
Олатайыбыҙға Еңеүҙең 55 йыллығын ҡаршыларға яҙманы. Мәләүез районы хәрби комиссариаты уның ҡәберенә мәрмәрҙән яһалған таҡтаташ ҡуйҙы. Оло хәстәрлек һәм иғтибар, ихтирам өсөн ҙур рәхмәтлебеҙ.
Мотаһар Йәнтүрә улы 1939 йылдың сентябрь айында әрме сафына алына, 145-се запас уҡсылар полкында хеҙмәт юлын башлай. 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы фронтына ебәрелә. Һуғыштың һуңғы көндәренә тиклем иң ҡаты алыштарҙа ҡатнашырға тура килә уға. 18-се артиллерия дивизияһында танксылар командиры була. Олатайым ябай ғына һалдат түгел, ә бик тәжрибәле, оҫта танкист булған. Радиотелеграфист вазифаһын башҡарған.
1942-1944 йылдарҙа 10-сы гвардия танксылар (Т-34) бригадаһында механик-йөрөтөүсе була. 1944 йылда Ҡазан юғары бронетанк мәктәбен тамамлай, лейтенант, офицер танытмаһын ала, яңынан фронт һыҙығына ебәрелә.
Ул үткән яу ерҙәре: Калинин өлкәһе, Ржев ҡалаһы, Польша, Раково ҡалаһы, Курск дуғаһы, Көнбайыш Украина, Германия Бөйөк Еңеүҙе Кенигсберг ҡалаһында ҡаршылай.
Яугир, ветеран олатайым һалдат хеҙмәтен, һуғыш йылдарын бына нисек һүрәтләй ине: «Немецтарҙың техникалары бик көслө, самолеттары күп, машиналары «вездеход». Йәйәүле кешене баҫтырып бер булдылар. Уларҙың танкыға ҡаршы «Фауст патроны» сыҡты, беҙҙә юҡ ине. Ҡаты һуғыш булған урындарҙа тупраҡтар яна, үлектәр тулып ята, танк көбәктәренә эсәктәр эленеп ҡала. «Катюша» хәрби машинаһы 1942 йылда ғына керҙе. Снаряд 50 кг тарта, рельсҡа тығып аккумулятор заряд биреп ата. Немецтарҙы ҡурҡытҡаны шул булды. 1942 йылда аяғым яраланып ялан госпиталендә дауаланып сыҡтым. 1943 йылдан һуң беҙҙә лә хәрби техника артты. Башҡортостан егеттәре күп булды. Күҙ алдында Учалы районы Ахун ауылынан Фазыл исемле егетте снайпер үлтерҙе. Танкыла 4 кеше, гел яланда йөрөйһөң. Танк эсендә ятабыҙ, өшөмәҫкә 100 грамм спирт бирәләр. Оптик прибор бар, шунан ҡарайһың. Соҡорҙарға ашарға ҡалдырып китәләр. Өлгөрһәң – алып ҡалаһың, өлгөрмәһәң – ас ҡалаһың...»
Бер ваҡыт улар һаҙлыҡҡа бата. Оҙаҡ сыға алмайҙар, ә танкты ташлап китергә ярамай. Өс-дүрт көн ыҙаланғандан һуң сығаралар, үпкәләренә һыуыҡ тейҙерәләр. Ҡалған-дарын олатай һөйләй ҙә алмай, һәр саҡ илап ебәрә ине. Беҙ күргәндәрҙе һеҙҙең быуынға күрергә яҙмаһын, тип әйтә торғайны.
1943 йылда Силәбегә алты айлыҡ курс үтергә ебәргәндәр. Унда ауыл-даштары Рәхилә инәй Әмирханова менән Әүхәҙи ағай Ишһаринды осрата. Шатлыҡтарының сиге булмай. Рәхилә инәй ул ваҡытта 13 йәшлек ҡыҙ станокта ваҡ деталдәр, Әүхәҙи ағай ҡорос ҡойоу цехында эшләгән. Завод геүләп торған. Снаряд, мылтыҡ, автоматтар, пушкалар, танктар етеш-терелгән. Башҡортостандан 380 кеше ҡатнашҡан. Олатайым 25 кеше менән ике тапҡыр Силәбенән 20 вагон һуғыш техникаһы алып киткән.
Бөйөк Ватан һуғышының әсе елдәре бер кемде лә аямаған. Ҡаты һөжүмдәр ҡабатланып торған. Ярҙам килмәгән саҡтар ҙа күп булған. Висла йылғаһы аша сыҡҡанда танкта бер үҙе ҡала. Танкты төҙәтеп, кешеләр йыйып тағы алғы һыҙыҡҡа сыға. Олатайым дошман менән күҙгә-күҙ ҡарашып бик күп танктарын ҡыйратҡан. Иптәштәренә юл асҡан. Кәрәк урындарҙы яулап алырға шулай үтеп ингәндәр.
1942 йылдың 14 сентябрендә Калинин фронтында Ржев ҡалаһы эргәһендә ҡаты бәрелештәр була. Олатайым йөрөткән ауыр танк «КВ» экипажы немецтарҙың көслө ут ояһын юҡ итеүҙә ҡыйыу батырлыҡ күрһәтә. Алты дзоттан, өс барьерҙан, дүрт пулемет ояһынан, пушка, эре колибрлы пулеметтарҙан торған тимер сыбыҡтар менән уратып алынған оборона ҡоролмаһын, 100 кешеһе булған тере дошман пехотаһын ҡыйрата.
Мотаһар Йәнтүрә улы үҙен «Ҡыҙыл йондоҙ» ордены менән бүләкләү тураһында приказды ғына ишетеп өлгөрә, артабан тағы һөжүмгә күсәләр.
Шуныһы ҡыҙғаныс, үкенесле булды. Олатайым мәрхүм булғандан һуң байтаҡ йылдар үткәс кенә Рәсәй Хөкүмәтенең «Ҡыҙыл йондоҙ» ордены эҙләп таба. Уны оҙаҡ көттө ул, ләкин күрә алманы...
Һуғыш бөткәс тә тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға яҙмай әле. Яңы танкис-тарҙы атырға, йөрөтөргә өйрәтеүсе инструктор итеп ҡалдыралар. 1946 йылда Япония сиктәрендә оҙон һуғыш юлын тамамлай. Күпме яфалар, юғалтыуҙар биргән һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайта. Ғаилә ҡора, Мәрйәм Ғәйнетдин ҡыҙына өйләнә, бер ҡыҙ, бер ул үҫтерәләр. Туғандарына ярҙам итә.
Тормоштоң, ауылдың, колхоздың, райондың ауыр һәм етди мәсьәләләрен хәл итеүҙә әүҙем ҡатнаша. Рухи һәм физик яҡтан сынығып, ауырлыҡтарҙы еңергә өйрәнеп ҡайтҡан олатайыма ҙур вазифаларҙы башҡарыуҙы ышанып тапшыралар. Күп йылдар «Сәскә күл» колхозының рәйесе булып эшләй. Келәт мөдире, фермала баш механик, аҙаҡ хаҡлы ялда ла һөт йыйыусы була, республика иҡтисадын аяҡҡа баҫтырыуға, ауыл хужалығын үҫтереүгә, халыҡты аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүгә ҙур өлөш индерә. Йыйылыштарҙа сығыш яһай, аҡыллы кәңәштәрен бирә. Бер нисә тапҡыр ауыл советы депутаты итеп тә һайлана.
Һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Мотаһар Йәнтүрә улын яҡындары, яҡташтары, яуҙаштары, иптәштәре тик яҡшы яҡтан ғына маҡтап иҫкә ала. Ярҙамсыл, тыныс холоҡло, йомшаҡ күңелле, абруйлы, етәкселек итә белгән көслө рухлы, етди, талапсан кеше була ул.
Олатайымдың һуғышта күрһәткән батырлыҡтарын, тыныс тормоштағы хеҙмәт-тәрен хөкүмәтебеҙ юғары баһалай. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, «Германияны еңгән өсөн» миҙалы, Жуков, «Ҡыҙыл йондоҙ» ордендары, миҙалдары, наградалары, Маҡтау ҡағыҙҙары бихисап.
Олатайыбыҙҙы бөгөн дә ғорурланып, хөрмәтләп иҫкә алабыҙ. Улар яулап алған тыныс тормошта ҡыҙы Райхана, улы Тимерйән үҙенең ғаиләләре, ул-ҡыҙҙары, ейән-ейәнсәрҙәре менән донъя көтә. Олатайыбыҙ рухы һүнмәҫ, балаларының, ауылдаштарының хәтерендә һаман да йәшәй. Хәйеровтар нәҫеле шәжәрәһендә лә ҙур урын биләп тора. Беҙ уның ҡәберенә һәр Еңеү яҙында тере сәскәләр һалабыҙ. Еңеү байрамында, Еңеү салюттарында уның да күңел нуры, күрһәткән батырлыҡтары, изге эштәре сағыла.
Үҙ яҙмышын яулап көрәштә, олатайыбыҙ йәшәй һәр саҡ беҙҙең йөрәктә.
Даян Хәйеров, ейәне.
Читайте нас: