газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Май 2020, 13:13

Таҙалыҡ - сәләмәтлек нигеҙе

Республика ҡала-райондарында санитар-эпидемиологик хәлде яҡшыртыу маҡсатында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Таҙалыҡ көндәре үткәреү тураһында указға ҡул ҡуйғайны. Уға ярашлы, предприятие һәм ойошма хеҙмәткәрҙәре ай һайын кәмендә ике тапҡыр үҙҙәренең биләмәһен һәм уға яҡын урындарҙы таҙартырға тейеш.

Беҙҙең ҡалала бындай өмәләрҙең тәүгеһе мартта үтте. Ҡала халҡы урамдарҙы, парк һәм ихаталарҙы тәртипкә килтерҙе. Өмәләрҙең даими үткәрелеүе һөҙөмтә бирмәй ҡалманы - ҡала урамдары күҙгә күренеп таҙарҙы, матурланды. Әле бөтә тирә-яҡ күҙгә күренеп йәшелләнә. Үҙ аллы изоляция режимында булыуға ҡарамаҫтан, ҡала ойошмалары Таҙалыҡ көндәрендә әүҙем ҡатнашыуын дауам итә. Әйтәйек, 28 - 30 апрелдә генә унда 700-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан, 1149 ҡапсыҡ сүп-сар йыйылған. «Газпромнеф-техим Салауат», «Салауатбыяла» йәмғиәттәре, «Сәнәғәт һыу каналы», ҡаланың ресурс менән тәьмин итеүсе бөтә ойошмалары, тыуған яҡты өйрәнеү музейы, ҡала үҙәк китапханаһы, мәғариф, спорт идаралыҡтары, төҙөк-ләндереү, дөйөм туҡланыу предприя-тиелары, архитектура-планлаштырыу бюроһы, Өфө дәүләт нефть-техник университетының Салауат ҡалаһындағы филиалы сарала әүҙемлек күрһәтте. Йыйылыусылар үҙҙәренә беркетелгән биләмәләрҙе сүп-сарҙан таҙартты, тышҡы реклама һәм алтаҡталар объекттарын тәртипкә килтерҙе, газондарҙы сүптән арындырҙы, бордюр таштарын, ағас төптәрен ағартты.
Бындай сараларҙы уҙғарыу матур йолаға әйләнһә, бик шәп булыр ине. Таҙалыҡ бит- сәләмәтлек нигеҙе.
Йәзилә Хәлимова, ҡала үҙәк китапханаһының хеҙмәтләндереү бүлеге мөдире:
- Китапхана ла әле үҙ аллы изоляцияла. Шулай булыуға ҡарамаҫ-тан, таҙалыҡ көндәренә теләп сыҡтыҡ. Бөтә һаҡланыу сараларын күрҙек: битлектәр, бирсәткәләр кейҙек, дистан-цияны ла һаҡланыҡ. Бындай акциялар, ғөмүмән, бик кәрәк, тәртип-таҙалыҡты күреп күҙ шатлана бит. Өҫтәүенә, май айы матур байрамдарға бай. Тирә-яҡ биләмәне йыйыштырҙыҡ, һеперҙек, сүп-сарҙан таҙарттыҡ. Көслө елдәр булыу сәбәпле, ҡоро ағас ботаҡтары бик күп ине, шуларҙы йыйҙыҡ.
Рәфис Ғәниев, “Салауатбыяла” йәмғиәтенең инженер-конструкторы:
- Коллективыбыҙ ике төркөмгә бүленеп 29 һәм 30 апрелдә өмәгә сыҡты. Һәр төркөмдә ҡырҡҡа яҡын кеше булды. Беҙ Калинин урамынан Салауат Юлаев бульварына тиклемге өлөштө йыйыштырҙыҡ, ҡалғандар - Салауат Юлаев бульварынан Ленинград урамы-на тиклем. Ҡоро үләндәрҙе, ботаҡ-тарҙы, сүп-сарҙы тоҡтарға тултырып, юл ситенә ташыныҡ. Үҙ аллы изоляция режимында барыбыҙға ла пропуск-тар бирҙеләр. Бөтәбеҙ ҙә битлектәрҙә булдыҡ, дистанцияны һаҡланыҡ. Күп-тән күрешмәгән хеҙмәттәштәр менән осрашыу күңелгә йылылыҡ өҫтәне.
Читайте нас: