газета "Салауат"
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Май 2020, 13:10

Батырҙарға хөрмәт билдәһе

«Мәңгелек ут» мемориаль комплексын төҙөкләндереү буйынса эштәр барыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Унда эштәр тамам һәм Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршылауға әҙер. Тик бөгөнгө шарттарҙа ундағы үҙгәрештәргә күмәк халыҡ шаһит була алмай. Шулай ҙа был объект, бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡтарға ҡарамай, планлаштырылғанса яңы төҫ алырға тейеш ине.

Төҙөкләндереү мартта башлана һәм күп кенә эш башҡарыла. Тротуар плиткаһы алыштырыла, ҡоймалар ҡуйыла, яҡтыртыу ҡоролмалары, карап яңыртыла. Айырыуса карапты ысынбарлыҡтағыға оҡшатып тергеҙеүгә ҙур иғтибар бирелә. Газон үләне сәселгән һәм сәскә түтәлдәре лә ултыртылған.
Мемориаль комплекстағы эш һөҙөмтәләре менән ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Игорь Миронов танышты.
- Мемориаль комплекс 1971 йылда Ватанды һаҡлаусылар хөрмәтенә, яуҙа ятып ҡалғандар иҫтәлегенә асылған. Был - әһәмиәтле урын. Ҡала халҡы бында төрлө иҫтәлекле даталар уңайынан ветерандарға ихтирам белдереү һәм һәләк булғандарҙы иҫкә алыу өсөн йыйыла. Быйыл «Газпром нефтехим Салауат»тың ярҙамы менән мемориаль комплексты яңыртыу эштәре башҡарылды. Һәм шуныһы ҡыуаныслы, беҙ ремонтты Бөйөк Еңеү көнөнә тиклем тамамлап өлгөрҙөк. Был иҫтәлекле урын киләсәктә лә салауаттарҙың яратҡан мемориаль иҫтәлекле урыны булыр, тип ышанам, - тине Игорь Геннадьевич.
Уның һүҙҙәренсә, был төҙөкләндереүҙең беренсе этабы ғына. Шулай уҡ «Мәңгелек ут»тың артындағы биләмә лә үҙгәрештәр кисерәсәк. Унда бәләкәй парк эшләнәсәк. Мемориаль комплексты төҙөкләндереү һәйбәт, әлбиттә, шул уҡ ваҡытта уны тәртиптә тоторға кәрәклеген оноторға ярамай, тине етәксе.
- Мемориаль комплексты төҙөкләндереү изге бурыс, тип иҫәпләйбеҙ, шуға күрә лә беҙҙең предприятие финанс ярҙам күрһәтергә ҡарар итте. Ҡала хакимиәте, ҡала хужалығы идаралығы менән идея буйынса фекер алыша башлауҙан алып, уны тормошҡа ашырғансы бергә булдыҡ. Тәүҙә һүҙ косметик ремонт хаҡында ғына барһа, һуңынан уйлай-уйлай күберәк үҙгәреш индерергә хәл иттек. Яңы йүнәлештәрҙәге тротуарҙар һалынды, хәрби техника янындағы брусчаткалы майҙансыҡтар киңәйтелде. Күберәк майҙанды яҡтыртыуға ла иғтибар бүлдек, - тине «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәтенең административ-хужалыҡ идаралығы начальнигы урынбаҫары Айрат Гәрәев.
Игорь Геннадьевич «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәте башланғысы менән ойошторолған проектта ла ҡатнашты. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, Салауат ҡалаһының өс Советтар Союзы Геройы - Хәсән Әхтәмов, Василий Бекетов һәм Алексей Сухоруков иҫтәлегенә арнап шыршылар ултыртты.
Өс метрлы шыршы ағастарын Илеш районының «Ҡарағай» ойошмаһы килтергән. Уларға һыу һибеү, ҡарау «Флора» ойошмаһы өҫтөндә.
«Мәңгелек ут» мемориаль комплексында башҡарылған эштәр:
- 1300 квадрат метрҙа тротуар плиткалары алыштырылған;
- 1500 квадрат метрҙа газон үләне ултыртылған;
- 450 метр ҡойма ҡуйылған;
- карап яңыртылған.
Читайте нас: