газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Май 2020, 10:56

Урамдарыбыҙҙа - шыршы, йүкә, миләш

Республикала иғлан ителгән «Йәшел Башҡортостан» тигән ағас ултыртыу акцияһы - иң күләмле сараларҙың береһе. Унда ҡала һәм ауылдарҙан бик күп кеше ҡатнаша. Әммә быйыл шарттар башҡараҡ, коронавирустың таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн күмәк саралар тыйыла. Шулай ҙа салауаттар быйылғы “Йәшел Башҡортостан” акцияһын ситләп үтмәҫкә, ә артыҡ кеше йәлеп итмәй, изге эште үтәп ҡуйырға ҡарар итте.

Яҙғы ағас ултыртыу акцияһы сиктәрендә Губкин урамында 140 төп йәш үҫенте урын алды. «Әннәби» йәмиғ мәсете һәм ҡала дауаханаһы янында шыршы, йүкә һәм миләш ултыртылды.
- 2019 йылдың яҙынан башланып киткән акция матур йолаға әүерелде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйыл, билдәле сәбәптәр арҡаһында, акция кешеләр һаны кәметелгән форматта үтә. «Йәшел Башҡортостан» акцияһын күптәр көтөп алһа ла, унда ҡайһы бер ойошма хеҙмәткәрҙәре генә ҡатнаша ала. Быйыл беҙ 140 үҫенте ултыртабыҙ. Уларҙың барыһы ла ярайһы уҡ ҙур үҫентеләр, шулай булғас һөҙөмтә тиҙ күренер. Акцияның асылы - һәр кемде республиканың экологик проб-лемаларына, ҡалаларҙы һәм ауыл-дарҙы йәшелләндереүгә йәлеп итеү. Салауатты ошолай матурыраҡ яһайыҡ, - тине ҡала хакимиәте башлығы вази-фаһын башҡарыусы Игорь Миронов.
Ул шулай уҡ бындай акцияла тәүгә ҡатнашыуын белдерҙе һәм үҙе ултырған шыршының нисек үҫеп китеүен күҙәтеп торасағын да әйтте.
Мәсет янындағы шыршы үҫентеләрен ҡала Советы депутаттары, ҡала хакимиәте, «Электр селтәрҙәре», «Һыу каналы», «БашРТС», «Газпром газ таратыу», «Төҙөкләндереү» предприятиелары, мәғариф идаралығы хеҙмәткәрҙәре ултыртты.
Ҡала хужалығы идаралығы етәксеһе Айҙар Әхмәтйәнов билдәләүенсә, был акцияны уҙғарыу өсөн байтаҡ ойоштороу саралары тормошҡа ашырылған. Аукцион нигеҙендә ағасты килтереүсе һәм уны ҡарауҙы үҙ өҫтөнә алыусы подряд ойошма асыҡланған. Былтыр ҙа, быйыл да был эшкә яуаплы тип Илеш районының “Ҡарағай” ойошмаһы билдәләнгән.
- Былтыр “Ҡарағай” предприятиеһы килтергән йүкәләр бик яҡшы үҫентеләр булып сыҡты, һуңынан да үҙҙәре махсус шыйыҡса менән һипте, бәйләне. Быйыл да подрядсы бөтә эштәргә яуаплы ҡарар тип ышанабыҙ. Ҡала хужалығы идаралығы белгестәре эштәрҙе һәм ағастарҙың нығынып китеүен контролдә тотасаҡ. Ә үҫентеләргә һыуҙы “Флора” ойошмаһы һибәсәк, - тип һөйләй идаралыҡ етәксеһе.
Уның билдәләүенсә, агрономдар кәңәше буйынса ҡалалала яҙын ултыртыу өсөн ике метр тирәһендәге үҫентеләр һайланған, ә көҙгөлөктә ике метрҙан бейегерәк ағастар килтерәләсәк. Ағас үҫентеләре ултыртыласаҡ урын алдан әҙерләнгән: ер тигеҙләнгән, соҡорҙар ҡаҙылған.
- Был акция кешеләрҙе изге ниәттә берләштерә. Ағас ултыртыу кеүек изге ғәмәлдәге берҙәмлек яҡшы һөҙөмтәләрен бирер, әлбиттә, иншаллаһ. Был ағастар мөһабәт булып үҫер һәм беҙҙең киләсәк быуынға матур, таҙа, төҙөк ҡала ҡалдырырға теләүебеҙҙе иҫбатлар. Беҙ ҙә мәсеттең үҙәк инеү өлөшөндә ултыртыу өсөн шыршы үҫентеләренә заказ бирҙек. Уларҙы ошо аҙнала ултыртасаҡбыҙ, - ти Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты мөфтөйө ярҙамсыһы Рәмил хәҙрәт Насиров.
Был көндө ҡала дауаханаһы биләмә-һендә лә 50-нән ашыу йүкә һәм өс тиҫтә-нән ашыу миләш ағастары ултыртылды.
Ҡала хужалығы идаралығынан белдереүҙәренсә, медицина учрежде-ниеһы биләмәһен йәшелләндереү артабан да дауам итәсәк, көҙөн унда пирамидаль тирәктәр ултыртыласаҡ.
- Беҙ ошондай ағастар ултыртып юлдағы хәрәкәт тауышанан араларға тырышыуыбыҙ. Шулай уҡ киләсәктә иҫке ағастарҙы ҡырҡып ташлап улар урынына яңыларын, йәштәрен ултыртыуға ла иғтибар бирәсәкбеҙ һәм был эште Өфө урамынан башларға уйлайбыҙ, - ти идаралыҡ етәксеһе Айҙар Әхмәтйәнов.
Ул киләсәктә Салауатта алмағас һәм муйыл аллеялары булдырыу пландары менән дә бүлеште. Тимәк, Салауат үҙенең йәшел ҡала тигән исемен бер ваҡытта ла юғалтмаясаҡ.
Читайте нас: