газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Май 2020, 11:04

Бер ус тупраҡ

Атайым Мөхтәр Ғәлин Ауырғазы районы Үтәймулла ауылында Ғәлиндар ғаиләһендә һигеҙенсе бала булып тыуа. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда дүрт кенә йәшлек булып ҡала ул. Ошо ишле ғаиләнән дәшһәтле һуғышҡа дүрт кеше: олатайым Сәфәрғәли Солтан улы, уның улдары Ҡотлоғәләм, Рәшит, Зөфәр китә.

Ҡотлоғәләм менән Зөфәр бабайҙарым Бөйөк Ватан һуғышынан тыуған ауылыбыҙға иҫән-һау әйләнеп ҡайта. Ауылыбыҙҙың абруйлы, ихтирамлы ветерандары булып, ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп матур итеп ғүмер итә.
Тик олатайым Сәфәрғәли Солтан улына һәм улы Рәшиткә тыуған яҡтарына ҡайтырға насип булмай. Улар-ҙың яҙмыштары билдәһеҙ, хәбәрһеҙ юғалыуҙары ту-раһында ҡағыҙҙары ғына килә. Атайым менән өләсәйем уларҙың яҙмышы тураһында берәй хәбәр килеп сығыр, тигән өмөт менән йәшә-не. Ғүмерҙәренең һуңғы көндәренә тиклем уларҙы көттө.
Атайымдың улдары Айбулат менән Радмер Ғәлиндар бик күп йылдар эҙләнеү өҫтөндә булды. Тик 2018 йылда ғына Рәшит Ғәлиндың ерләнгән урынын таптылар. Ул Ленинград өлкәһе Выборг биҫтәһенең Кириловка ауылында 1944 йылда батырҙарса һәләк булған һәм туғандар ҡәберлегендә ерләнгән. Был ваҡытта уға бары 22 йәш кенә булған. Ағайым Айбулат һәм атайымдың ейәне Азамат 2018 йылда батырҙың ҡәберендә булып, унан тыуған ауылыбыҙға бер ус тупраҡ алып ҡайтты. Үтәймулла ауылы зыяратында бөтә туғандарыбыҙ уның иҫтәлеген ҙурлап, мосолман йолалары буйынса тупраҡты атайым менән өләсәйем, бабайымдарҙың ҡәберҙәре янына һалды. Шулай итеп, бабайым Рәшиттең ҡәбер тупрағы тыуған ерендә урын тапты.
Тик Ғәлиндарҙың күңеле бының менән генә тыныс-ланманы, сөнки олатайым Сәфәрғәли Солтан улы һаман да «билдәһеҙ һалдат» булып ҡала. Эҙләнеүҙәр дауам итә.
Беҙ йыл һайын 9 Май - Еңеү көнө байрамын тулҡын-ланып көтөп алабыҙ. Яҡты, бәхетле тормошобоҙ өсөн һуғышҡан, батырҙарса һәләк булған олатайҙарыбыҙҙы, бабайҙарыбыҙҙы, ауылдаш-тарыбыҙҙы Үтәймулла ауы-лында ҡуйылған «Батырҙарса һәләк булған ауылдаштар» обелискы янында ғорурланып иҫкә алабыҙ. Уларға бөтәһе өсөн рәхмәт әйтәбеҙ һәм баш эйәбеҙ.
Дилә Мәһәҙиева,
53-сө балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Читайте нас: