Тәүгеләрҙән булып Салауат Юлаев һәйкәле янындағы ҡулсалы хәрәкәт биләмәһенә юлландылар. Был урын ҡаланың йөҙөк ҡашы булып тора, тип әйтһәк тә хата булмаҫ. Сөнки был - ҡалаға төньяҡтан инә торған ер, ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын ҡаршы алып тора.
- Ҡала менән яйлап таныша башланым. Юл төҙөлөшө объекттарында эштәрҙең нисек барыуын күҙәтеп, подрядсылар менән аралаштым. Ремонт ваҡытында һәм сифатлы башҡарылыр тип уйлайым. Иң мөһиме, һөҙөмтәне ҡала халҡы баһаларға тейеш, - ти башлыҡ вазифаһын башҡарыусы.
Ҡала хужалығы идаралығы начальнигы Айҙар Әхмәтйәнов әйтеүенсә, быйылғы ремонт яңы технология ҡулланылып башҡарыла.
- Ҡала эсендә асфальттың яңы төрө - «Superpave» һалына. Быға тиклем дә ул үҙен яҡшы яҡтан күрһәтте. Роспотребнадзор менән көн һайын участкаларға сығып эштәрҙе тикшерәбеҙ, - тине Айҙар Айрат улы.
Әле бында иҫке бордюр таштары алынған, граниттан яңылары урынлаштырыла, иҫке асфальт ҡырып ташланған. Һуңғараҡ юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә ярашлы, асфальтҡа термопластик юл билдәләре һалынасаҡ.
Артабан комиссия Ҡыҙыл армия урамына юлланды. Тап ошонда юлдың айырыуса насар торошта булыуына зарланып ҡала халҡынан күп мөрәжәғәттәр килгән. Унда юл япмаһы Космонавтар бульварынан алып Көньяҡ урамға тиклем алыштырыласаҡ, урындағы компанияның асфальт-бетон ҡатышмаһы файҙаланыласаҡ.
- Урындағы етештереүселәрҙең продукцияһын мөмкин тиклем күберәк ҡулланырға тырышырға, предприятиеларыбыҙға ярҙам итергә кәрәк. Ҡала халҡы проблеманы хәл иткәнегеҙ өсөн рәхмәт әйтер әле, - тине Игорь Миронов ҡала хужалығы идаралығы хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итеп.
Эш бында ҡайнай. Юлды тапшырыу ваҡыты менән проблемалар килеп сыҡмаҫҡа тейеш.
Тағы ла бер проблемалы участкаларҙың береһе - Ленинград урамы. Бында борт таштарын, люктарҙы алыштырасаҡтар һәм Вокзал урамынан алып Островский урамына тиклемге өлөштә асфальт һалынасаҡ. Был юл алты йылдан ашыу инде ремонт күргәне юҡ. Өфө ҡалаһынан подряд ойошмаһы вәкилдәре әйтеүенсә, эштәрҙе 25 майға тамамлау планлаштырыла. Был участкаға асфальт-бетон ҡатышмаһы Өфөнән килтереләсәк.
Юлдарҙы тикшергәндән һуң, Игорь Миронов:
- Ҡайһы подрядсының асфальт-бетон япмаһы сифатлы икәне һуңғараҡ асыҡланыр. Быны ваҡыт үҙе күрһәтер, - тине.
Быйыл «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә ҡалала дөйөм майҙаны 100 мең квадрат метр булған 10 саҡырым тирәһе юл япмаһын ремонтлау күҙаллана.