газета "Салауат"
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Апрель 2020, 10:56

Яҡшы миҫалдар

Ҡалала «Башҡорт ихаталары» һәм подъездарҙы ремонтлау программалары буйынса башҡарылған эштәрҙән һуң ҡалала ниндәй үҙгәрештәр булыуына барыбыҙ ҙа шаһитбыҙ. Ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Игорь Миронов был аҙнала шундай объекттарҙың бер нисәһен ҡараны.

Ул «Башҡорт ихаталары» буйын-са төҙөкләндерелгән Бочкарев урамындағы 10-сы йорт һәм С.Юлаев бульварындағы 47-се йорт ихаталарында булды. Игорь Геннадьевич майҙансыҡтың матур булыуынан тыш, уның уңайлы, бөтә талаптарға яуап биреүе, халыҡтың ҡәнәғәт булыуы, ниндәй дәғүәләр белдереүе хаҡында ҡыҙыҡһынды. Киләсәктә был етешһеҙлектәрҙе булдырмау өсөн барыһын да иҫәпкә алырға кәрәклеген әйтте.
Подъездарға ремонт башҡарыу эше менән Калинин урамындағы 39-сы йорт һәм Космонавтар бульварындағы 34-се йорт миҫалында танышты. Ике йортта ла тәүге ҡаттар һүрәттәр менән биҙәлгән, тәҙрәләр пластикка алыштырылған, подъезға инеү ишектәре яңыртылған, стеналар ағартылған, буялған, ғөмүмән, подъездар яңы төҫ алған. Төбәк операторы өс ай тирәһендә ремонтты атҡарып тапшырған. Әммә был эштәрҙе башҡарыуҙа проблемалар ҙа осраған. Тәжрибә эшләй-эшләй туплана тигәндәй, хәҙер идара итеүсе ойошмалар ҙа, ҡала хужалығы идаралығы ла был юҫыҡта үҙ тәҡдимдәрен индерергә әҙер.
- Бөгөн мин «Башҡорт ихата-лары» программаһы буйынса төҙөк-ләндерелгән бер нисә объектты һәм ремонтланған подъездарҙы ҡараным. Был эштәрҙең нисек башҡарылыуын үҙ күҙҙәрем менән күрге һәм ниндәй етешһеҙлектәр барлығын, киләсәктә нимәгә иғтибар итергә кәрәклеген төшөнгөм килде. Хәҙер бөтә эштәрҙең нисек тамамланған төҫ алыуы өсөн тәҡдимдәр ҙә, аңлау ҙа бар. Сөнки беҙгә кешеләргә майҙансыҡтар булдырыу ғына түгел, ә уларҙың ниндәйҙер ваҡ-төйәктәренә тиклем яҡшы итеп эшләнеүе мөһим. Унда майҙансыҡтан тыш, тротуарҙар ҙа, ҡоймалар ҙа һәм башҡа уңайлыҡтар булдырылырға тейеш, - тине Игорь Геннадьевич.
Читайте нас: