газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Апрель 2020, 11:03

Тормош тулҡындарын баҫыу өсөн Йәшәп булмай һөйөү-ялҡынһыҙ

Оҙаҡ йылдар бергә татыу ғүмер кисергән парҙарға ҡарайһың да, һоҡланаһың. Ә бит ғаилә тормошо еңел түгел, уның артында һынауҙар ҙа, ҡаршылыҡтар ҙа етерлек. Бөгөнгө һүҙем өлгөлө ғаиләләрҙең береһе - Фәриҙә һәм Фәрит Иҙрисовтар тураһында.

Егет менән ҡыҙҙың икеһе лә Күгәрсен районынан. Әммә яҙмыш уларҙы Салауат ҡалаһында осраштырып ҡа-уыштыра. Һәм бына 45 йылға яҡын ошонда ғүмер кисерәләр.
- 70-се йылдар башында тегеү фабрикаһында машина-лар йүнәтеү белгесе булып эшләп йөрөгән мәлем. Салауат ҡалаһының гөрләп үҫешкән сағы. Шул йылдарҙа Фәриҙәмде осраттым. Ме-дицина училищеһына уҡыр-ға ингән мәле. Имтихандарҙан сығыуын гөлләмәләр менән ҡаршы алып тороуым әлегеләй хәтеремдә. Икенсе курста уҡығанда никахлашып, ғүмер юлын бергә үтергә һүҙ бире-шеп, өйләнештек, - тип хәтирә-ләр ебен һүтте Фәрит ағай.
- Әхирәтемдең егете армияға китергә йыйына ине. Икәүләп миңә килделәр. Иптәшемде лә күреп киләһем бар, әйҙәгеҙ әле уға бергәләп барып киләйек, тип алып китте беҙҙе хеҙмәткә йыйыныусы егет. Дуҫы Фәрит булып сыҡты. Шунда беренсе тапҡыр күрешеп-таныштыҡ уның менән. Оҡшағанмындыр инде, күрәһең, артымдан йөрөй башланы. Шулай дуҫлығыбыҙ мөхәббәткә әйләнде, - тип һүҙгә ҡушыла Фәриҙә апай.
Ғаилә башлығы эшен бик яратһа ла, фатир мәсьәләһен хәл итергә кәрәк булғанға күрә, «Салауат төҙөлөш тресы»ның 3-сө идаралығына электрик булып урынлаша. Ойошма тарҡалғансы ошо урында 28 йыл эшләй. Эшемде бик яраттым, коллективым менән бик татыу, берҙәм булдыҡ, хеҙмәт юлымды ошонда үткәнгә бер ҙә үкенмәйем, ти Фәрит Хөббула улы.
Фәриҙә апайҙың хеҙмәт кенәгәһендә иһә бер генә яҙыу бар. Медицина училищеһын тамамлағандан һуң ҡала балалар поликлиникаһына эшкә керә һәм ошо көнгәсә тырышып эшләүен дауам итә. Хеҙмәт стажы ҡырҡ йылдан ашыу.
Иҙрисовтарҙың бергә ғүмер кисереүҙәренә быйыл 45 йыл тула. Улар тормоштарынан бик бәхетле.
- Икенсе яртым итеп тор-мош юлымда тап Фәриҙәмде осраттырғаны өсөн Аллаһы Тәғәләгә бик рәхмәтлемен. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, эшен дауам итә. Йорт йылыһын һаҡлаусы ла ул. Тәмле бәлештәре, ҡоймаҡтары менән һыйлап ҡына тора. Үҙе алтын ҡуллы - сигеү-бәйләүгә лә бик оҫта. Уға булған тәүге хистәрем дә шул килеш һаҡлана. Мөхәббәт йәшкә ҡарамай, ул кешене күккә лә күтәрә, ергә лә төшөрә. Тормош тулҡындарын баҫыу өсөн һөйөү-ялҡынһыҙ йәшәп булмай. Тормош булғас, төрлө хәлдәр була. Әммә бер-береңде ихтирам иткәндә, йылы мөнәсәбәттәр булғанда ауырлыҡтарҙы ла йырып сығыуы еңелерәк. Хәләлем тыныс холоҡло, йомшаҡ күңел-ле кеше. Ғаиләмдән бик бәхет-лемен, - ти ғаилә башлығы.
- Ҡатын бәхете ирҙән, тиҙәр. Аллаға шөкөр, тормош иптәшемдән уңдым. Ул минең өсөн ҙур терәк һәм таяныс. Эргәңдә ышаныслы кешең барын белеү, арҡаңды терәрлек парың булыуы йәшәргә көс өҫтәй, дәрт бирә. Матур тормош өсөн уға рәхмәт-лемен, - ти Фәриҙә апай.
Иҙрисовтар улдары Фәнис һәм ҡыҙҙары Резеданы тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарған, икеһенә лә юғары белем биргән. Әлеге көндә ике ейәне һәм ике ейәнсәре өсөн өлгөлө өләсәй менән олатай улар. Күгәрсен районында ата-әсәйҙән ҡалған йортто ташламайынса, уны тергеҙеп, йәй көндәрен баҡса үҫтереп, ҡош-ҡорт тотоп, шунда үткәрә икән.
- Тыуған яҡтың һауаһы ла файҙалы. Ошонда ҡайтып тәнгә сәләмәтлек, йәнгә сихәт алабыҙ. Балаларыбыҙ ҙа, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ ҙә теләп ҡайта яныбыҙға. Күмәкләшеп эшләйбеҙ, рәхәтләнеп ял итәбеҙ. Балалар - төп ҡыуаны-сыбыҙ, шатлыҡтары, уңыштары беҙҙе йәшәтә һәм йәшәртә. Һаулыҡтан да ҙур байлыҡ юҡ, шунан айырмаһын инде Хоҙай Тәғәлә, - ти бәхетле пар.
Әйткәндәй, Иҙрисовтарҙың икеһе лә 1997-се йылдан алып дин юлында, Рәсәй ислам университетын тамамлаған.
- Әлхәмдүлилләһ, мәсет-тәргә йөрөп намаҙҙар уҡырға өйрәндек, ғәрәп телен үҙләштерҙек. Әлеге көндә Рәмил хәҙрәт етәкләгән «Әннәби» мәсете киләсәктә лә кешеләргә иман таратып, балҡыһын өсөн имам-хатиб булып эшләп йөрөгән сағым, - тип һүҙен тамамланы Фәрит Хөббула улы.
Иҙрисовтарҙың ҡыҙы Резеда кейәүе Ришат менән Мәләүездә йәшәй, икеһе лә педагогтар. Улдары Фәнис менән килендәре Гөлназ яндарында, Салауатта ғүмер кисерә.
- Бер ҡалала булғас, йыш ҡына барып хәлдәрен белешәбеҙ. Уларға барып инһәң, күңелгә шундай рәхәт булып китә. Йорттарынан бәрәкәт-ҡот һибелә. Ата-әсәйебеҙ шул тиклем мәрхәмәтле, оло йөрәкле кешеләр. Беҙҙе шатландырып, тағы ла оҙаҡ йылдар пар күгәрсендәрҙәй гөрләшеп йәшәргә насип булһын ине ҡәҙерлеләребеҙгә, - ти улар.
Читайте нас: