газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Апрель 2020, 11:05

«Күктә ҡалды, йондоҙ, күктә, миңә яҙманы бит»

Әсәйем күпмелер ваҡыт уйланып йөрөнө-йөрөнө лә:- Атайығыҙ, бәлки, герой ҙа булғандыр әле, - тине, атайым мәрхүм булып, бер-ике ай ваҡыт үткәс.

Әсәйем күпмелер ваҡыт уйланып йөрөнө-йөрөнө лә:
- Атайығыҙ, бәлки, герой ҙа булғандыр әле, - тине, атайым мәрхүм булып, бер-ике ай ваҡыт үткәс.
- Нисек, бәлки, геройҙыр ҙа инде ул, һуғыштың башынан аҙағынаса фронтта булған, нисә тапҡыр яраланған, юҡҡа-мы ни мин арҡаһындағы яра эҙен пластилин менән һылап ҡуйырға тәҡдим иткәнмен, - тинем аҙыраҡ әсәйемдең күңелен күтәрер өсөн шаяртып.
- Юҡ, балам, мин ысынлап әйтәм, Советтар Союзы Геройы булыуы мөмкин, - тип ҡабатланы әсәй. - Үтәһе төнөндә, һаташып китеп: «Күктә ҡалды, йондоҙ, күктә, миңә яҙманы бит», тип ҡабатланы. Шул һүҙҙәре күңелемде өйкәп тик тора. Ә бит булыуы ла мөмкиндер. Сөнки, күптән инде, беҙ Маҡарҙа торғанда, бер Егән урыҫы килеп:
- Мишка, Мингалей! Здоро-во, брат - тип ҡосаҡлап алды ла, аҙыраҡ ҡарап торғас, - А где звезда, звезда где? Почему не носишь? - тип теҙеп алып китте.
Атайың моңһоуланып ҡына:
- Звезда, брат, на небе, командир погиб, не успел представить, - тине. - Не за награды воевали, главное, брат победили и живыми вернулись, вот это главная награда, - тине.
Үҙегеҙ беләһегеҙ, атайығыҙ һуғыш тураһында һөйләргә яратманы, дөрөҫөрәге һөйләй алмай ине, шунда уҡ күңеле йомшарып, күҙҙәре йәшләнер ине. Ә ул төндө төпсөнөп һөйләттем мин уны. Бик ҡаты алышҡа әҙерләнгәндәр, тик шул ваҡыт күҙәтеү пункты менән позиция араһында элемтә өҙөлә. Атайың 28-се Гвардия артиллерия полкында һуғыша. Смоленск өлкәһе Центнеровка ауылы өсөн алыш бара, командир элемтәне тергеҙеү өсөн тәүҙә бер яугирҙе ебәрә, ул һалдат һәләк була. Шунан икенсеһен ебәрә, ул да һәләк була. Һуңынан атайыңа: «Иҙрисов, һиндә генә өмөт, Миша, һин булдырырһың», тип уны ебәрә. Атайың заданиены үтәй, элемтә тергеҙелә. Шунда командир: «Ну, Миша, звезда тебе обеспечена», ти. Теге яҡташы шул йондоҙ тураһында һорашҡан икән.
Атайҙың вафат булыуына ла егерме йылдан артыҡ ваҡыт үтте. Әсәйҙең вафатына ла өс йылдан ашыу.
Әсәй менән был һөйләшеү минең дә күңелемдә һаҡлана. Бер көндө апайымдың улына интернеттан шул турала мәғлүмәт таба алмайһыңмы, тип өндәштем. Йәштәр ни интернет селтәрен бер итеп гиҙә. Тапҡан. Олатаһы 30.11.1943 йылда «За отвагу» миҙалы менән наградланған.
Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллыҡ юбилейында был миҙалды, ауылда митингыла, бөтә яҡташтары алдында тапшырһалар ҡалай яҡшы булыр ине, тип уйлап хәрби комиссариатҡа киттем.
Телевизорҙан ғына матур итеп, тантаналы шарттарҙа, нисәмә йылдарҙан һуң награда үҙ геройын тапты, тип хәбәр итәләр. Һеҙгә нәмә кәрәк, хәҙер награда тапшырмайҙар, танытма ғына бирәләр, уның бит бер матди файҙаһы ла юҡ, тиҙәр. Мин, беҙгә уның файҙаһы кәрәкмәй, ауылда яҡташтары алдында, хөрмәт йөҙөнән, йәш быуынды патриотик тәрбиәләү йөҙөнән тапшырһалар ине, тип үҙемдекен һөйләйем. Беҙ уның кеүек менән булышмайбыҙ, документтар менән эшләйбеҙ, ти. Шулай ҙа Подольск архивына запрос ебәрҙе.
Атайым Иҙрисов Миңнеғәли Сәйфулла улы хәрби хеҙмәткә 1939 йылдың октябрендә алына. 1941 йылдың 22 июнендә Брест крепосынан 30 км йыраҡлыҡта була. 21 июнь мунса инеп, таҙа кейемдәр кейеп, иртәгәһенә «Салауат Юлаев» киноһын ҡарарға өмөтләнеп ятып йоҡлағайныҡ, ти. Бер тапҡыр ҡаты, ике тапҡыр еңелсә яралана. 9 Май - Еңеү көнөн Литвала Шауляй ҡалаһы янында ҡаршылай. Еңеү хөрмәтенә бер атты атып байрам итергә йөрөгәндәрен белеп ҡалып, ике татар егете менән командирға барып, үҙебеҙсә, мосолманса ҡорбан итеп салырға рөхсәт һорайҙар. Хәләл иттең тәмен бөтәһе лә маҡтап ашай.
Ауылға, Маҡар районы (хәҙер Ишембай районы) Иҫәкәйгә, 1945 йылдың ноябрендә ҡайта. «Хәрби хеҙмәте өсөн», «Кенингсбергты алған өсөн», «Германияны еңгән өсөн» миҙалдары менән наградлана. Һуғыштан һуң “Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 20 йыллығы” һәм башҡа юбилей миҙалдары, «СССР-ҙың Хәрби көстәренең 60 йыллығы», «Георгий Жуков 1986-1996» миҙалы һәм «Ватан һуғышы» ордены менән наградлана.
Һуғыштан һуң, тыныс тормошта сельпо рәйесе, участка мастеры вазифаларын башҡара. Пенсияға сыҡҡас та, страховка агенты, көнкүреш кәрәк-яраҡтары магазинында һатыусы-экспедитор булып эшләй. 1997 йылда Салауат ҡалаһына күсеп килделәр. 1999 йылдың ноябрендә вафат булды. Совет халҡы яулаған Бөйөк Еңеүҙә атайыбыҙҙың да өлөшө бар икәнен белеп, уның тураһында ғорурланып һөйләйбеҙ. Намыҫ менән йәшәнеләр, беҙҙе 7 балаһын да шуға өйрәттеләр.
Һуғыш башланғанда әсәйебеҙгә 16 йәш тә тулмаған була. Ул тәүҙә фронтҡа киткән ағаһы Әминев Хәйрулла урынына бухгалтер булып ҡала, аҙаҡ келәт мөдире була, төрлө эштәрҙә эшләй. Ауылда «1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышы осоронда намыҫлы хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланған.
Ҡәҙерле атай, әсәй, һеҙ һәр ваҡыт беҙҙең йөрәктә, һеҙҙәң яҡты иҫтәлеккә һис тә тап төшөрмәйбеҙ.
Зилә Баймырҙина.
Читайте нас: