газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Апрель 2020, 13:30

Урам эттәренән ни көтөргә?

Хайуандарҙы эйәләштереү бер, ә бына уның өсөн яуаплылыҡ алыу ҡайһы берәүҙәр өсөн үтә лә ҡатмарлы булып сыға, күрәһең. Кес кенә көсөк көйөнә алынған хайуанҡайҙарҙы, яратып тәрбиәләү урынына, күптәр уны урам буйына сығарып ебәреүҙе хуп күрә. Ә инде улары урамда үҙ көндәрен үҙҙәре күрергә мәжбүр.

Шулай Салауатта ла аҙыҡ эҙләп ҡала урамдары буйлап өйөрө-өйөрө менән ҡыҙырған эттәр бихисап. Әлеге ваҡытта йортһоҙ хайуандар айырыуса баҡса биләмәләре, Бекетов, Йылға урамдары һм С.Юлаев бульварында күп. Хайуандарҙы яҡлаусылар уларға ҡарата һаҡсыл, мәрхәмәтле булырға саҡырып сығыш яһаһа ла, өйөр менән йөрөүсе эттәрҙең кешеләргә хәүефле булыуын танырға кәрәк. Шуға күрә лә даими рәүештә уларҙы тотоу буйынса рейдтар ойошторола.
- Хайуандарҙы яҡлау һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау хәйриә фонды хеҙмәткәрҙәре бөгөн хужаһыҙ хайуандарҙы тотоу менән шөғөлләнә. Әлеге ваҡытта хәл контролдә тотола. Йортһоҙ йәнлектәр улар өсөн зыянһыҙ булған бер нисә ысул менән тотола. Әйткәндәй, быйыл хайуандарҙы тотоу, стерилләү өсөн аҡса, былтырғыға ҡарағанда, күберәк бүленә. Был үҙ сиратында беҙҙең сығымдарҙы ҡапларға мөмкинлек бирә. Беҙ хайуандарға тәүҙә прививка эшләйбеҙ, шунан стерилләйбеҙ, һуңынан карантинда тотабыҙ. Бынан тыш, беҙ эткә хужа табырға ла тырышабыҙ. Киләсәктә хайуандар өсөн шәхси приют төҙөргә тигән план бар, - ти фондтың администраторы Олег Казанцев.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, хужаһыҙ эттәр йөрөүе хаҡында ҡала хужалығы идаралығына шылтыратып хәбәр итергә мөмкин.
Читайте нас: